Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:45

[1] Савлдың иһә Раббының шәкерттәренә ҡарата һарыуы ҡайнап, уларға үлем менән янаны. Ул иң баш руханиҙан

[2] шул юлдан барыусы ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла ҡулға алыу һәм Иерусалимға алып килеү вәкәләтен бирә торған хат һорап алды. Хат Дамаск ғибәҙәтханалары өсөн ине.

[3] Юлда барғанда, инде Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, ҡапыл Савлдың тирә-яғы күктән төшкән яҡтылыҡтан балҡып китте.

[4] Ул ергә йығылды һәм: – Савл, Савл! Ниңә Мине эҙәрлекләйһең? – тигән тауыш ишетте.

[5] – Һин кем, Әфәнде? – тип һораны Савл. – Мин – һин эҙәрлекләгән Ғайса, – тип яуап бирҙе тауыш. –

[6] Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.

[7] Савл менән бергә булған кешеләр өнһөҙ ҡатып ҡалды. Улар тауышты ишетте, әммә һис кемде күрмәне.

[8] Савл ерҙән торҙо, ләкин, күҙҙәре асыҡ булһа ла, бер нәмә лә күрмәне. Шунлыҡтан Дамаскыға уны етәкләп алып килделәр.

[9] Өс көн буйы уның күҙҙәре күрмәне, ул ашаманы ла, эсмәне лә.

[10] Дамаскыла Анания исемле бер шәкерт бар ине. Ул күргән илаһи күренмештә Раббы: – Анания! – тип өндәште. – Эйе, Раббым, – тине ул.

[11] – Тор ҙа Тура урам тип аталған урамға бар. Йәһүҙә йәшәгән өйгә инеп, Савл исемле тарслыны һора. Ул әлеге мәлдә доға ҡыла.

[12] Савлға илаһи күренмеш килде. Унда Анания исемле берәү уның янына килде лә, Савлдың күҙҙәре йәнә күрә башлаһын өсөн, уға ҡулдарын ҡуйҙы, – тине Раббы.

[13] – Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.

[14] Һиңә табыныусыларҙың бөтөнөһөн бында ла ҡулға алырға уның баш руханиҙарҙан вәкәләте бар, – тип яуапланы Анания.

[15] Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.

[16] Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.

[17] Анания, шул йортҡа барып, Савлға ҡулдарын ҡуйҙы. «Савл имандаш! Күҙҙәрең күрә башлаһын өсөн һәм һине Изге Рух менән һуғарырға тип Раббы – һиңә юлда күренгән Ғайса – мине яныңа ебәрҙе», – тине ул.

[18] Шунда уҡ, күҙҙәрен ҡаплап торған тәңкәләргә оҡшаған нимәлер ҡойолоп төшкәндәй, Савл тағы күрә башланы. Ул урынынан торҙо ла һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.

[19] Ашап алғас, уға йәнә хәл инде. Савл бер нисә көн шәкерттәр менән бергә Дамаскыла булды.

[20] – Ғайса – Алла Улы, – тип һөйләй башланы ул шунда уҡ ғибәҙәтханаларҙа.

[21] Уның һөйләгәнен ишеткән барса кеше хайран ҡалып: – Иерусалимда шул Кешегә табыныусыларҙы юҡ иткән әҙәм түгелме һуң был? Бында ла, уларҙы бығаулап, баш руханиҙарға тапшырырға тип килмәнеме икән ул? – тиештеләр.

[22] Ә Савлдың вәғәзләү ҡеүәте артҡандан-артты. Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбат итеп йөрөп, ул Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәрҙе аптырашҡа һалды.

[23] Байтаҡ ваҡыт үткәс, йәһүдтәр уны үлтерергә һүҙ беркетте.

[24] Уны үлтереү өсөн, ҡала ҡапҡаларын көнө-төнө күҙәттеләр. Әммә Савл уларҙың был ниәтен белеп алды.

[25] Төндә шәкерттәр уны кәрзингә ултыртып, ҡала диуарындағы тишек аша тышҡа төшөрҙө.

[26] Савл Иерусалимға килгәс, шәкерттәргә ҡушылырға тырышты, әммә улар барыһы ла, Савлдың Ғайса шәкерте булыуына ышанмайынса, унан ҡурҡтылар.

[27] Варнава уны илселәр янына алып барҙы һәм Савлдың юлда Раббыны күреүен, Раббының уға ниҙәр әйтеүен, уның Дамаскыла Ғайса тураһында ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен һөйләп бирҙе.

[28] Савл илселәр менән бергә булды һәм бөтөн Иерусалим буйлап Раббы хаҡына шундай уҡ ҡыйыулыҡ менән вәғәзләп йөрөнө.

[29] Күп тапҡырҙар грек телле йәһүдтәр менән осрашып һөйләште, бәхәстәр ҡорҙо. Ә улар уны үлтерергә тырышты.

[30] Имандаштар был хаҡта белеп ҡалғас, уны Кесарияға оҙатты, ә унан Тарсҡа ебәрҙе.

[31] Бөтә Йәһүҙиәлә, Галилеяла һәм Самарияла имандаштар берҙәмлеге өсөн тыныс замандар килде. Берҙәмлек нығынды, Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт таралды һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы.

[32] Петр иһә, ҡала артынан ҡалала булғандан һуң, Лиддала йәшәүсе изгеләр янына килде.

[33] Унда ул паралич һуғып һигеҙ йыл буйы ауырып ятҡан Эней исемле бер кешене күрҙе.

[34] – Эней! Һине Ғайса Мәсих һауыҡтыра. Ятҡан урыныңдан тор ҙа түшәгеңде йүнәтеп һал, – тине уға Петр. Ул кеше шунда уҡ торҙо.

[35] Лиддала һәм Сарон тигеҙлегендә йәшәүсе бар халыҡ, уның һауыҡҡанын күреп, Раббыға инанды.

[36] Иоппия ҡалаһында күп яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Тавифа (грекса «Доркас») исемле Ғайсаға инанған бер ҡатын бар ине.

[37] Шул көндәрҙә ул ҡатын ауырып китте һәм вафат булды. Уны йыуып, өҫкө ҡаттағы бер бүлмәгә урынлаштырҙылар.

[38] Лидда Иоппияға яҡын булғанлыҡтан, шәкерттәр Петрҙың ундалығын ишетте, уның үҙҙәре янына тиҙерәк килеүен үтенеп, ике кешене ебәрҙеләр.

[39] Петр тороп, улар менән бергә Иоппияға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып инделәр. Бөтә тол ҡатындар Петр янына килеп, илай-илай уға Доркас тере сағында теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәттеләр.

[40] Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы.

[41] Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.

[42] Был хәл бөтә Иоппия халҡына мәғлүм булды һәм күптәр Раббыға инанды.

[43] Петр байтаҡ көндәр Иоппияла Симон исемле күн оҫтаһының өйөндә йәшәне.

Ғәмәлдәр — Chapters