Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:25

[1] Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине.

[2] Листралағы һәм Икониялағы иман тотоусылар Тимофей тураһында яҡшы һүҙҙәр генә һөйләне.

[3] Павел уның үҙе менән юлға сығыуын теләне, шунлыҡтан уны сөннәткә ултыртты. Ул быны шунда йәшәүсе йәһүдтәр хаҡына эшләне, сөнки бөтәһе лә Тимофейҙың атаһы грек икәнлеген белә ине.

[4] Ҡалалар аша үткәндә улар иман тотоусыларға Иерусалимдағы илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре тарафынан сығарылған ҡарарҙарҙы тапшырҙы һәм уларҙы үтәргә өндәне.

[5] Берҙәмлектәрҙең иманы нығынды һәм көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта барҙы.

[6] Павел һәм уның менән булған кешеләр Фригия һәм Галатия ерҙәре аша китте, сөнки Изге Рух уларҙан Асия өлкәһендә Алла һүҙен һөйләтмәне.

[7] Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.

[8] Улар Мисия аша үтеп, Троада ҡалаһына килде.

[9] Төндә Павелға шундай бер илаһи күренмеш килде: бер македон, Павелдың Македонияға барыуын һәм ярҙам итеүен ялбарып, уның ҡаршыһында баҫып тора.

[10] Ошо күренмештән һуң, Алла беҙҙе шунда Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләргә саҡыра, тигән фекергә килеп, шунда уҡ Македонияға китергә булдыҡ.

[11] Троаданан һыу юлы менән китеп, беҙ туп-тура Самофракия утрауына, ә икенсе көндө Неаполь ҡалаһына еттек.

[12] Унан Македонияның ул өлөшөндәге төп ҡала, Рим колонияһы булған Филипҡа юл тоттоҡ. Беҙ был ҡалала бер нисә көн булдыҡ.

[13] Шәмбе көндө, ҡаланан сығып йылға буйына барҙыҡ, сөнки доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында йыйылған ҡатын-ҡыҙ менән һөйләшеп ултырҙыҡ.

[14] Унда Фиатир ҡалаһында ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатыусы, Аллаға хөрмәт күрһәтеүсе Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Раббы уның йөрәген Павел һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлау өсөн асты.

[15] Үҙе һәм өйөндәге туғандары һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгәс, ул беҙгә: – Мине Раббыға инаныусы тип һанаһағыҙ, өйөмә инеп ҡунаҡ булығыҙ, – тине. Ул беҙҙе күндерҙе.

[16] Бер көндө доға ҡылыу урынына барғанда беҙгә күрәҙәселек ене эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек ҡылып, үҙенең хужаларына күп табыш килтерә икән.

[17] Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.

[18] Был бер нисә көн шулай дауам итте. Павелдың асыуы килде һәм боролоп енгә: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән һиңә уның эсенән сығырға бойорам, – тине. Ен шунда уҡ сыҡты.

[19] Ҡыҙҙың хужалары, табыш алырға булған өмөттөң юҡҡа сығыуын күреп, Павел менән Силаны тотоп алдылар ҙа майҙанға ҡала башлыҡтары янына һөйрәп алып киттеләр.

[20] Уларҙы идарасылар ҡаршыһына килтерҙеләр һәм: – Был кешеләр – йәһүдтәр. Улар беҙгә, римлыларға, ҡабул итергә лә, башҡарырға ла ярамаған йолаларҙы вәғәзләп, ҡалала тынысһыҙлыҡ тыуҙыра, – тинеләр.

[22] Халыҡ та Павел менән Силаға ҡаршы сыҡҡан кешеләргә ҡушылды. Ҡала идарасылары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерҙе һәм таяҡ менән һуҡтырырға бойорҙо.

[23] Ныҡ ҡына туҡмағандан һуң, уларҙы төрмәгә ташланылар һәм төрмә ҡарауылсыһына тотҡондарҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар.

[24] Шундай әмер алғас, ҡарауылсы уларҙы төрмәнең эске бүлмәһенә япты һәм аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы.

[25] Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.

[26] Ҡапыл бик ныҡ итеп ер тетрәне, хатта төрмәнең нигеҙе һелкенеп ҡуйҙы. Шунда уҡ бөтә ишектәр асылды, барыһының да аяҡтарындағы бығауҙары ишелеп төштө.

[27] Зиндан ҡарауылсыһы йоҡонан уянды, ишектәрҙең асыҡ булғанын күреп, тотҡондар ҡасҡан, тип уйланы һәм, ҡылысын сығарып, үҙен үҙе үлтерергә теләне.

[28] Әммә Павел: – Үҙеңә һис бер яуызлыҡ эшләмә, беҙ барыбыҙ ҙа бында, – тип ҡысҡырҙы.

[29] Ҡарауылсы ут һорап алды ла бүлмә эсенә йүгереп инде һәм, ҡалтыранып, Павел менән Сила алдына йығылды.

[30] Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолоуға өлгәшеү өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.

[31] – Раббы Ғайсаға инан. Шулай эшләһәң, үҙең дә ҡотолорһоң, бөтә өйөң дә ҡотолор.

[32] Павел менән Сила уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына Раббы һүҙен вәғәзләне.

[33] Шул уҡ сәғәттә, төндә, төрмә ҡарауылсыһы уларҙың йәрәхәттәрен йыуҙы. Шунда уҡ ул үҙе һәм өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә һыуға сумдырылыу йолаһын үтәне.

[34] Үҙенең өйөнә алып килеп, ул уларға табын әҙерләне һәм Аллаға инаныуы өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуанды.

[35] Көн тыуғас, ҡала идарасылары ярҙамсылары аша, уларҙы азат итергә, тигән хәбәр ебәрҙеләр.

[36] Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Павелға: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә тигән хәбәр ебәргән. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.

[37] Ләкин Павел: – Беҙҙе, Рим граждандарын, халыҡ алдында хөкөмһөҙ туҡманылар, төрмәгә яптылар, ә хәҙер йәшерен рәүештә сығарырға теләйҙәрме? Юҡ! Килһендәр ҙә беҙҙе үҙҙәре сығарһындар, – тине.

[38] Ярҙамсылар был һүҙҙәрҙе ҡала идарасыларына еткерҙе, ә идарасылар, Павел менән Силаның Рим граждандары икәнен ишеткәс, ҡурҡып ҡалдылар.

[39] Яндарына килеп ғәфү үтенделәр, уларҙы иреккә сығарҙылар һәм ҡаланан китеүҙәрен һоранылар.

[40] Улар иһә, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә барҙы. Унда имандаштарын осратып, уларға өгөт-нәсихәт бирҙеләр һәм юлға сыҡтылар.

Ғәмәлдәр — Chapters