Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:34

[1] Боларыш туҡталғандан һуң Павел шәкерттәрҙе үҙ янына саҡырып алды, уларҙың күңелдәрен күтәрҙе һәм, һаубуллашып, Македония өлкәһенә китте.

[2] Шул ерҙәрҙән үткәндә, иман тотоусыларҙы дәртләндереп, күп нәсихәттәр бирҙе. Павел Грецияла туҡталды.

[3] Унда өс ай булғандан һуң һыу юлы менән Сүриәгә китергә тип торғанда, йәһүдтәр уға ҡаршы этлек ҡылырға һүҙ ҡуйышты. Шунлыҡтан ул Македония аша ҡайтырға тигән фекергә килде.

[4] Уны Пирр улы вериялы Сосипатр, фессалоникаларҙан Аристарх һәм Секунд, Дервиянан Гай, шулай уҡ Тимофей һәм асиялылар Тихик менән Трофим оҙата барҙы.

[5] Улар алдан китеп, беҙҙе Троада ҡалаһында көтөп торҙо.

[6] Ә беҙ Сөсө күмәс байрамынан һуң Филиптан һыу юлы менән киттек һәм, биш көн тигәндә, улар янына Троадаға барып еттек. Беҙ унда ете көн булдыҡ.

[7] Аҙнаның беренсе көнөндә икмәк һындырып ашау йолаһына бергә йыйылдыҡ. Павел иман тотоусылар менән әңгәмә ҡороп ултырҙы һәм, икенсе көндө китергә ниәтләгәнлектән, һөйләшеү төн уртаһына тиклем һуҙылды.

[8] Беҙ йыйылған өҫкө ҡаттағы бүлмәлә күп яҡтыртҡыстар яна ине.

[9] Павел һөйләгән ваҡытта тәҙрә төбөндә ултырған Евтих исемле йәш егетте йоҡо баҫты һәм ул, йоҡлап китеп, өсөнсө ҡаттан йығылып төштө. Уны күтәреп алдылар – ул үле ине.

[10] Павел урамға сығып егетте эйелеп ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә әле, – тине.

[11] Павел, йәнә бүлмәгә күтәрелеп, икмәк һындырып ашаны, унан тағы бик оҙаҡ, таң атҡансы шәкерттәр менән һөйләшеп ултырғандан һуң, иртә таңдан юлға сыҡты.

[12] Ә теге йәш егетте өйөнә алып киткәндә, ул тере ине. Был хәлгә бар кеше ҡыуанды.

[13] Беҙ карапҡа ултырып Асс ҡалаһына табан юл алдыҡ, унда Павел үҙен ултыртып алырға ҡушҡайны. Үҙе иһә ҡоро ерҙән барырға һәм шул ҡалала беҙгә ҡушылырға булды.

[14] Асс ҡалаһында осрашҡас, Павелды алып, Митилина ҡалаһына барҙыҡ.

[15] Унан киткәндең икенсе көнөндә Хиос утрауы ҡаршыһында туҡталдыҡ, ә иртәгәһен Самос утрауында инек һәм тағы бер көндән Милит ҡалаһына килеп еттек.

[16] Павел, Асия өлкәһендә тотҡарланмаҫ өсөн, Ефесты ситләтеп уҙырға булды, сөнки ул мөмкинлек булғанда Уңыш байрамы еткәнсе Иерусалимға барып етергә ашыға ине.

[17] Ул, Милиттан Ефесҡа кешеләр ебәреп, берҙәмлектәге өлкәндәрҙе саҡыртты.

[18] Улар килеп еткәс: – Асия өлкәһендә һеҙҙең менән беренсе көндән үк нисек йәшәгәнемде үҙегеҙ беләһегеҙ, – тине уларға. –

[19] Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем.

[20] Һеҙгә файҙалы булырҙай бер нәмәне лә бәйән итмәй ҡалдырманым, һеҙҙе халыҡ алдында ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә өйрәттем.

[21] Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.

[22] Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Иерусалимға барам. Мине унда нимә көтә? Мин белмәйем.

[23] Фәҡәт шуны беләм: бөтә ҡалаларҙа мине бығауҙар һәм хәсрәт көтә. Изге Рух шулай раҫлай.

[24] Ләкин минең өсөн үҙ тормошомдоң ҡәҙере юҡ, тик хеҙмәтемде һәм Раббы Ғайсанан ҡабул итеп алған эште – Алланың мәрхәмәте тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәз итеү вазифаһын теүәлләп ҡуйырға теләйем.

[25] Хәҙер беләм: һеҙҙең арағыҙҙа йөрөп, Алла Батшалығын вәғәзләүемде ишеткән һәммәгеҙ ҙә мине бүтәнсә күрмәҫ.

[26] Шуға күрә бөгөн һеҙгә әйтәм: әгәр берәйегеҙ һәләк булһа, бында минең ғәйебем юҡ.

[27] Мин һеҙгә Алланың ихтыярын тулыһынса бәйән иттем.

[28] Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.

[29] Мин киткәндән һуң арағыҙға көтөүгә ҡарата рәхимһеҙ, аяуһыҙ бүреләрҙең киләсәген беләм.

[30] Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.

[31] Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

[32] Хәҙер һеҙҙе Алла ҡулына һәм Уның мәрхәмәтенә тапшырам. Уның һүҙе һеҙҙе тағы ла нығытырға һәм мираҫ аласаҡ барса изге ителгәндәр араһында үҙегеҙгә урын бирергә һәләтле.

[33] Мин һис кемдең алтын-көмөшөнә лә, кейеменә лә ҡыҙыҡманым.

[34] Үҙегеҙ беләһегеҙ, минең ихтыяждарымды һәм янымда булғандарҙың хәжәттәрен бына ошо ҡулдарым ҡәнәғәтләндерҙе.

[35] Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.

[36] Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.

[37] Бөтөнөһө илап, Павелды ҡосаҡлап үпте.

[38] Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.

Ғәмәлдәр — Chapters