[1] Илселәр һәм Йәһүҙиә буйлап йәшәгән иман тотоусылар башҡа халыҡтарҙың да Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишетте.
[2] Петр Иерусалимға килгәс, сөннәтле иман тотоусылар уны: – Һин сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип әрләнеләр.
[4] Петр уларға эҙмә-эҙлекле аңлатып бирҙе:
[5] – Мин Иоппия ҡалаһында доға ҡыла инем һәм, зиһенем томаланып, миңә илаһи күренмеш килде: ҙур туҡымаға оҡшаған бер нәмә дүрт мөйөшөнән тотолған килеш күктән минең яныма төшөрөлдө.
[6] Эсенә диҡҡәт менән ҡарағас, унда ерҙә йәшәүсе дүрт аяҡлы хайуандарҙы, йәнлектәрҙе, һөйрәлеүселәрҙе һәм ҡоштарҙы күрҙем.
[7] Шунан һуң: «Тор, Петр, быларҙы һуй ҙа аша», – тигән тауыш ишеттем.
[8] «Юҡ, Раббым! Бер ҡасан да минең ауыҙыма шаҡшы йәки харам нәмәнең ингәне юҡ», – тинем мин.
[9] Күктән килгән ауаз миңә икенсе тапҡыр: «Алла таҙа тип иғлан иткәнде шаҡшыға һанама», – тине.
[10] Был һүҙҙәр өс тапҡыр ҡабатланғандан һуң бөтөнөһө йәнә күккә тартып алынды.
[11] Нәҡ шул саҡта мин торған йорт алдына Кесариянан яныма ебәрелгән өс кеше килеп баҫты.
[12] Изге Рух миңә, һис тә шикләнмәйенсә улар менән бар, тине. Әле янымда торған бынау алты имандаш та минең менән бергә китте. Беҙ уның өйөнә барып индек.
[13] Ул нисек итеп үҙ өйөндә фәрештәне күреүе хаҡында һөйләне. Фәрештә уға: «Петр тип тә йөрөтөлгән Симонды саҡырыу өсөн Иоппияға кешеләр ебәр.
[14] Ул һиңә һөйләгән һүҙҙәр аша һин үҙең дә, бөтөн йортоң да ҡотоласаҡһығыҙ», – тип әйткән.
[15] Мин һөйләй башлағас, тәүҙә беҙгә ингән кеүек, уларға ла Изге Рух инде.
[16] Шул ваҡыт мин Раббының: «Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырҙы, ә һеҙ Изге Рухҡа сумдырылырһығыҙ», – тигән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙөм.
[17] Шулай итеп, әгәр ҙә беҙ Раббы Ғайса Мәсихкә инанғас, беҙгә биргән бүләкте Алла уларға ла биргән икән, Аллаға ҡаршы торорға мин кем? – тине Петр.
[18] Быны ишеткәс, бөтәһе лә тынысланды һәм Алланы данлап: – Тимәк, тормош бирә торған тәүбә итеү юлын Алла башҡа халыҡтарға ла асҡан, – тине.
[19] Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.
[20] Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.
[21] Раббының көсө улар менән булды һәм бик күптәр инанып Раббыға табан боролдо.
[22] Был туралағы хәбәр Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлегенә барып етте. Варнаваны Антиохияға ебәрҙеләр.
[23] Антиохияға килгәс, ул Алла мәрхәмәтенең емештәрен күреп шатланды һәм ундағы кешеләрҙе Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.
[24] Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.
[25] Шунан һуң Варнава Савлды эҙләп Тарсҡа барҙы, уны табып
[26] Антиохияға алып килде. Улар, бер йыл буйы имандаштар берҙәмлеге менән осрашып, күп кешеләрҙе өйрәтте. Шәкерттәрҙе мәсихселәр тип иң тәүҙә Антиохия ҡалаһында исемләй башланылар.
[27] Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде.
[28] Уларҙың Агав исемле береһе тороп баҫты һәм, Рух арҡылы алдан күреүенә таянып, бөтөн донъя буйлап ҙур аслыҡ буласағын әйтте (Ул аслыҡ ҡайсар Клавдий заманында булды).
[29] Шунан һуң шәкерттәр, һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә булды.
[30] Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.