[1] Шул ваҡыттарҙа Ирод батша имандаштар берҙәмлегендәге ҡайһы бер кешеләрҙе эҙәрлекләй башланы.
[2] Яхъяның ағаһы Яҡубты ҡылыс менән сабып үлтертте.
[3] Был эштең йәһүдтәргә оҡшауын күреп, Петрҙы ла ҡулға алды – ул ваҡытта Сөсө күмәс байрамы көндәре ине –
[4] уны төрмәгә ултыртты һәм, Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға уйлап, дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға әмер бирҙе.
[5] Петр төрмәлә һаҡ аҫтында булған ваҡытта имандаштар берҙәмлегендә уның өсөн Аллаға бик тырышып доға ҡылдылар.
[6] Ирод Петрҙы хөкөм алдына сығарырға теләгән көндөң төнөндә Петр, ике бығау менән бығауланған хәлдә ике ғәскәри уртаһында йоҡлап ята ине. Ә ишек янында ҡарауылсылар һаҡта торҙо.
[7] Ҡапыл Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булды һәм бүлмә эсе яҡтырып китте. Фәрештә Петрҙы төртөп уятты: – Тора һал! Шул ваҡыт Петрҙың ҡулдарынан бығауҙары шыуып төштө.
[8] – Билеңде быу ҙа аяғыңа кей, – тине фәрештә. Ул шулай эшләне. – Өҫтөңә кей ҙә миңә эйәр, – тине фәрештә.
[9] Петр, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын да аңламайынса, сығып уның артынан китте. Илаһи күренмеш күрәмдер, тип уйланы ул.
[10] Беренсе һәм икенсе һаҡсыны үтеп, ҡалаға сыға торған тимер ҡапҡа янына килделәр. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылды, улар урамға сыҡты, урам буйлап әҙерәк барғас, ҡапыл фәрештә уның бер үҙен ҡалдырҙы.
[11] Шул ваҡыт Петр иҫенә килде: – Хәҙер мин ысынлап та беләм: Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәргән. Ул мине Ирод ҡулынан һәм йәһүд халҡы күрергә теләгән язанан ҡотҡарҙы, – тип уйланы.
[12] Бөтәһен дә аңлағас, ул Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәм йортона килде. Унда йыйылған кешеләр доға ҡыла ине.
[13] Петрҙың ҡапҡа шаҡыуына Рода исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты.
[14] Петрҙы тауышынан танығас ул, шатлығынан ишекте асырға ла онотоп йүгереп инеп китте, йорттағыларға Петрҙың ишек төбөндә тороуын хәбәр итте.
[15] – Һин үҙ аҡылыңдамы! – тинеләр уға. Әммә ҡыҙ үҙ һүҙендә ныҡ торҙо. Ә тегеләр: – Ул уның фәрештәһелер, – тине.
[16] Петр иһә һаман шаҡыны. Ишекте асҡас, уны күреп хайран ҡалдылар.
[17] Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.
[18] Көн тыуғас, Петр менән ни булды икән, тип ғәскәриҙәр борсола башланы.
[19] Ирод иһә, уны эҙләтеп тә таптыра алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларҙы үлтерергә әмер бирҙе. Бынан аҙаҡ Ирод Йәһүҙиәнән Кесарияға китте һәм шунда ҡалды.
[20] Ул Тир һәм Сидон ҡалаларында йәшәүселәргә бик асыулы ине. Тегеләр иһә, үҙ-ара һүҙ беркетеп, уның алдына вәкилдәр ебәрҙеләр һәм, батша һарайына идара иткән Власты үҙ тарафтарына ауҙарып, килешеү төҙөргә өндәнеләр, сөнки уларҙың өлкәһе батша өлкәһенән туйына ине.
[21] Билдәләнгән көндө Ирод, батша кейемдәре кейеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм улар алдында нотоҡ тотто.
[22] Ә халыҡ уның һүҙен хуплап: – Был тауыш – кеше тауышы түгел, был – илаһ тауышы, – тип ҡысҡырҙы.
[23] Аллаға тәғәйен дан-шөһрәтте бирмәгән өсөн, Раббының бер фәрештәһе ҡапыл Иродҡа килтереп һуҡты. Бер нисә көндән һуң Ирод ҡортлап үлеп ҡалды.
[24] Алла һүҙе иһә киң таралды һәм уны ҡабул итеүселәрҙең һаны артҡандан-артты.
[25] Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.