[1] – Атайҙар һәм ағай-эне! Үҙемде яҡлап бер нисә һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ, – тине Павел.
[2] Уның үҙҙәре менән йәһүд телендә һөйләшкәнен ишетеп, халыҡ тынып ҡалды.
[3] – Мин – йәһүд, – тине ул. – Киликияның Тарс ҡалаһында тыуҙым, Иерусалимда тәрбиәләндем. Хөрмәтле Гамалиилдың шәкерте булып, атайҙар ҡанунына ентекләп өйрәтелдем. Мин дә, бөгөнгө һеҙҙең һәммәгеҙ кеүек үк, Аллаға бик ныҡ бирелгән кеше.
[4] Мин был юлдан барыусыларҙы үлемгә еткергәнгә тиклем эҙәрлекләнем, ир-атты ла, ҡатын-ҡыҙҙы ла бығаулап төрмәләргә ташлаттым.
[5] Бының шулай икәнлеген баш рухани һәм аҡһаҡалдар кәңәшмәһе раҫлай ала. Мин уларҙан Дамаскыла йәшәүсе йәһүдтәргә хат алып, шул юлдан барыусыларҙы язалау өсөн бығаулап Иерусалимға килтерергә тип, Дамаскыға бара инем.
[6] Дамаскыға яҡынлашып килгәндә, көн уртаһындараҡ, ҡапыл күктән сағыу яҡтылыҡ төштө һәм тирә-яғым яҡтырып китте.
[7] Мин ергә йығылдым һәм: «Савл, Савл! Ниңә һин Мине эҙәрлекләйһең?» – тигән тауыш ишеттем.
[8] «Һин кем, Әфәнде?» – тип һораным. «Мин – һин эҙәрлекләгән назаралы Ғайса», – тине Ул миңә.
[9] Минең менән бергә булған кешеләр яҡтылыҡты күрҙе, ләкин миңә Һөйләүсенең тауышын ишетмәне.
[10] Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.
[11] Көслө яҡтылыҡтан һуҡырайғанға күрә, минең менән булған кешеләр мине Дамаскыға етәкләп алып барҙы.
[12] Дамаскыла йәшәүсе, бөтә йәһүдтәр араһында хөрмәтле, диндар һәм ҡанунға тоғро Анания исемле берәү
[13] яныма килде лә: «Савл туған! Күҙҙәрең асылһын», – тине. Шунда уҡ күҙҙәрем асылды һәм мин уны күрҙем.
[14] «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙ ихтыярын белергә, Хаҡ булғанды күреп, Уның тауышын ишетергә һине алдан билдәләне, – тине Анания. –
[15] Һин бөтә кешеләргә күргәндәреңде һәм ишеткәндәреңде һөйләп, Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.
[16] Шулай итеп, тағы нимә көтөргә? Тор ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үт, Раббыға мөрәжәғәт итеп, гонаһтарыңды йыуып төшөр», – тине ул.
[17] Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин
[18] Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине.
[19] «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә.
[20] Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем.
[21] Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине.
[22] Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар.
[23] Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар.
[24] Ғәскәриҙәр башлығы Павелды нығытмаға алып китергә әмер бирҙе. Уға ҡаршы шул тиклем аҡырыуҙарҙың сәбәбен белер өсөн, уны ҡамсылап һорау алырға бойорҙо.
[25] Ләкин уны ҡайыштар менән бәйләгән саҡта Павел үҙ янында торған йөҙбашынан: – Рим гражданын хөкөм итмәй тороп ҡамсыларға рөхсәт ителәме ни һеҙгә? – тип һораны.
[26] Йөҙбашы, быны ишеткәс, ғәскәриҙәр башлығына барып: – Һин нимә эшләйһең? Был бит Рим гражданы, – тине.
[27] Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы Павел янына килде: – Әйт әле миңә, һин Рим гражданымы? – Эйе, – тине Павел.
[28] – Мин иһә был гражданлыҡты күп аҡса түләп алдым, – тип яуап бирҙе ғәскәриҙәр башлығы. – Ә мин шул гражданлыҡта тыуҙым, – тине Павел.
[29] Һорау алырға теләүселәр шунда уҡ уның янынан ситкәрәк китте, ә ғәскәриҙәр башлығы, Павелдың Рим гражданы икәнен белгәс, уны бәйләргә ҡушҡаны өсөн ҡурҡыуға төштө.
[30] Икенсе көндө, йәһүдтәрҙең Павелды ни өсөн ғәйепләүен аныҡ белергә теләп, ғәскәриҙәр башлығы баш руханиҙарға, Юғары кәңәшмә ағзаларының бөтәһенә лә йыйылырға әмер бирҙе һәм Павелды, бығауҙарын систереп, улар алдына баҫтырҙы.