Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:43

[1] Шәкерттәрҙең һаны арта барҙы. Шул көндәрҙә грек телле йәһүдтәр, көндәлек ризыҡты бүлгән ваҡытта беҙҙең тол ҡатындарҙы иҫәпкә алмайҙар, тип йәһүд телендә һөйләшеүселәргә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

[2] Шуға күрә ун ике илсе, бөтә шәкерттәрҙе йыйып: – Беҙ, Алла һүҙен вәғәзләүҙе кәметеп, ризыҡ бүлеү менән шөғөлләнергә тейеш түгелбеҙ, – тинеләр. –

[3] Шулай булғас, имандаштар, үҙ арағыҙҙан абруйлы исем йөрөткән, Изге Рух менән тулы һәм аҡыл эйәһе булған ете кешене һайлап алығыҙ. Ризыҡ бүлеүҙе шуларға тапшырырбыҙ.

[4] Ә беҙҙең эшебеҙ доға ҡылыу һәм артабан да һүҙ менән хеҙмәт итеү булыр.

[5] Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Иман һәм Изге Рух менән тулы булған Стефанды, шулай уҡ Филипты, Прохорҙы, Никанорҙы, Тимонды, Парменды һәм мәжүсилектән йәһүд диненә ҡабул ителгән антиохиялы Николайҙы һайлап,

[6] уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.

[7] Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.

[8] Ә Алланың мәрхәмәте һәм ҡөҙрәте менән тулған Стефан иһә халыҡ араһында бөйөк мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡылды.

[9] Шулай бер ваҡыт «Ҡоллоҡтан азат ителгәндәр ғибәҙәтханаһы»ның Киринея һәм Искәндәриәнән булған ҡайһы бер ағзалары, шулай уҡ Киликия һәм Асия өлкәләренән булған ҡайһы берәүҙәр Стефан менән бәхәскә инде,

[10] әммә уның һүҙҙәрендәге аҡылға һәм Изге Рухҡа ҡаршы тора алманы.

[11] Шул мәлдә улар ҡотортҡан ҡайһы берәүҙәр: – Беҙ уның Мусаға һәм Аллаға ҡаршы көфөр һүҙ һөйләгәнен ишеттек, – тинеләр.

[12] Халыҡты, аҡһаҡалдарҙы һәм ҡанун белгестәрен Стефанға ҡаршы ҡотортоп, һөжүм итеп, ҡулға алдылар һәм Юғары кәңәшмәгә алып киттеләр.

[13] Улар Кәңәшмәлә ялған шаһиттарға һүҙ бирҙе. Тегеләре иһә: – Был кеше ошо изге Йортҡа һәм ҡанунға ҡаршы көфөр һөйләүҙән туҡтамай, – тинеләр. –

[14] Беҙ уның: «Назаралы Ғайса был Йортто емерәсәк һәм Муса биргән йолаларҙы үҙгәртәсәк», – тигәнен ишеттек.

[15] Кәңәшмәлә ултырыусы бөтә кеше Стефанға текләп ҡараны. Уның йөҙө фәрештәнеке кеүек ине.

Ғәмәлдәр — Chapters