Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:04

[1] Биш көндән, Павелға идарасы алдында ғәйеп ташлау өсөн, иң баш рухани Анания аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгесе Тертулл исемле кеше менән бергә Кесарияға килде.

[2] Павелды саҡыртып алғас, Тертулл ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:

[3] – Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. –

[4] Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙ әйтергә теләгән бер нисә һүҙҙе асыҡ күңел менән тыңлауыңды үтенәм.

[5] Был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.

[6] Ул хатта Алла Йортон хурларға тырышты. Беҙ уны ҡулға алдыҡ. Беҙҙең уны нимәлә ғәйепләүебеҙҙе унан һорау алып белә алырһың, – тине Тертулл.

[9] Йәһүдтәр: – Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.

[10] Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Павелға ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды белгәнгә, мин үҙемде шатланып яҡлаясаҡмын, – тине Павел. –

[11] Аллаға табыныу өсөн Иерусалимға килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген белә алаһың.

[12] Алла Йортонда ла, ғибәҙәтханаларҙа ла, ҡалала ла улар минең берәй кеше менән бәхәсләшеүемде йәки халыҡ араһында фетнә таратыуымды күрмәне.

[13] Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмай.

[14] Әммә һинең алда шуны таныйым: мин, улар айырым төркөм генә тип иҫәпләгән юлдан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.

[15] Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым.

[16] Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.

[17] Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм ярҙам итер өсөн, Иерусалимға ҡайттым.

[18] Алла Йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым.

[19] Миңә иһә Асия өлкәһендә йәшәүсе бер нисә йәһүд осраны. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа килеп баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине.

[20] Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.

[21] Мин унда булғанда: «Мине хәҙер үлеләрҙең тереләсәгенә ышаныуым өсөн хөкөм итәләр», – тип ҡысҡырып әйттем, башҡа бер ни ҙә эшләмәнем, – тине Павел.

[22] Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ белгән Феликс: – Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лисий килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.

[23] Ә йөҙбашына Павелды һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.

[24] Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друзилла менән килде һәм Павелды саҡыртып алды. Ул Павелдың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.

[25] Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.

[26] Шул уҡ ваҡытта Павел уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы.

[27] Әммә ике йылдан Феликс урынына Порций Фест килде. Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Павелды тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.

Ғәмәлдәр — Chapters