[1] Иң баш рухани Стефандан: – Был ғәйепләүҙәр дөрөҫмө? – тип һораны.
[2] – Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән.
[3] Ул: «Үҙең йәшәгән ерҙе һәм үҙ нәҫел-нәсәбеңде ҡалдыр ҙа Мин күрһәтәсәк ергә кит», – тигән.
[4] Ибраһим, халдейҙар еренән сығып, Харранға күсеп килгән. Атаһы вафат булғандан һуң уны Алла хәҙер һеҙ йәшәгән бына ошо яҡтарға күсергән.
[5] Бында уның үҙенә аяҡ баҫырлыҡ та ер бирмәгән, ләкин уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе вәғәҙә иткән. Ә ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары ла булмаған.
[6] Алла уға: «Һинең киләсәк быуындарың сит ерҙә килмешәк буласаҡ, дүрт йөҙ йыл ҡоллоҡта иҙелеп йәшәйәсәк, – тип әйткән.
[7] – Әммә Мин, – тигән Алла, – уларҙы ҡоллоҡта тотасаҡ халыҡты хөкөм итәсәкмен. Шунан һуң улар ул илдән сығасаҡ һәм был ерҙә Миңә хеҙмәт итәсәк».
[8] Алла Ибраһим атабыҙ менән килешеү төҙөгән һәм, шул килешеүҙең билдәһе итеп, сөннәткә ултыртыу йолаһын биргән. Шулай итеп, Исхаҡ тыуғандың һигеҙенсе көнөндә атаһы Ибраһим уны сөннәткә ултыртҡан. Ошо рәүештә Исхаҡ Яҡубты, ә Яҡуб буласаҡ ун ике ырыу башлығын сөннәтләгән.
[9] Шул ырыу башлыҡтары, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,
[10] уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософто зирәк аҡыллы итеп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен иһә уны Мысырға һәм үҙенең һарайына идара итергә тәғәйенләгән.
[11] Бөтә Мысырға һәм Ханаан еренә ҙур афәт килгән – аслыҡ башланған. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ризыҡ таба алмаған.
[12] Яҡуб Мысырҙа ашлыҡ барлығын ишеткәс, ул илгә ата-бабаларыбыҙҙы ебәргән.
[13] Улар икенсе тапҡыр барғас, Йософ ағай-энеләренә үҙенең кемлеген асҡан һәм фирғәүен Йософтоң ғаиләһе тураһында белгән.
[14] Йософ, хәбәр ебәреп, атаһы Яҡубты һәм бөтә ғаиләһен – етмеш биш йәнде үҙ янына саҡырған.
[15] Яҡуб Мысырға күсеп барған һәм үҙе лә, ата-бабаларыбыҙ ҙа үлгәнсе шунда йәшәгән.
[16] Үлгәс, уларҙы Сихем ҡалаһына алып килеп, унда йәшәгән Еммор улдарынан көмөш аҡса түләп, Ибраһим һатып алған ҡәбергә һалғандар.
[17] Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған.
[18] Был хәл Йософто белмәгән бүтән бер батша хакимлыҡ итә башлағанға тиклем дауам иткән.
[19] Ул батша беҙҙең нәҫелгә ҡарата мәкер тотҡан, ата-бабаларыбыҙҙы йәберләгән һәм яңы тыуған сабыйҙарын йәшәтмәҫ өсөн, ташларға мәжбүр иткән.
[20] Шул ваҡытта Муса тыуған. Ул бик матур бала булған, өс ай буйы үҙ атаһы йортонда тәрбиәләнгән.
[21] Ә сығарып ташланғас, Мусаны фирғәүен ҡыҙы табып ала һәм үҙ улылай күреп тәрбиәләй.
[22] Муса Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә өйрәтелә, һүҙҙә лә, эштә лә ҡеүәтле була.
[23] Ҡырҡ йәш тулғас, уның күңелендә үҙ туғандары – Израиль халҡы янына барыу теләге уяна.
[24] Улар янында булғанда бер мысырлының Израиль кешеһен рәнйетеүен күрә һәм уны яҡлай. Ул Мысыр кешеһен үлтереп, уның өсөн үс ала.
[25] «Алла минең аша уларға ҡотолоу бирәсәген туғандарым аңлар», – тип уйлай Муса. Ләкин улар аңламай.
[26] Икенсе көндө, ике Израиль кешеһенең һуғышҡанын күреп, яндарына килгән. Тегеләрҙе татыулаштырырға теләп: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе туҡмайһығыҙ?» – тигән.
[27] Әммә үҙенең иптәшен рәнйетеүсе, Мусаны төртөп ебәреп: «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?
[28] Кисә Мысыр кешеһен үлтергән кеүек, мине лә үлтерергә теләйһеңме әллә?» – тигән.
[29] Муса был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡасып киткән һәм Мадиам ерендә килмешәк булып йәшәй башлаған. Унда уның ике улы тыуған.
[30] Ҡырҡ йыл үткәс, Синай тауынан алыҫ булмаған сүлдә янып торған күгән ҡыуағы ялҡынында уға бер фәрештә күренгән.
[31] Муса быны күреп бик ғәжәпләнгән. Ә инде ҡарарға тип яҡыныраҡ барғас, Раббының:
[32] «Мин һинең ата-бабаларың табынған Алла. Мин – Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡубтың Аллаһы», – тигән ауазын ишеткән. Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итә алмаған.
[33] Раббы уға: «Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған ер – изге урын.
[34] Мин халҡымдың Мысырҙа йәберләнгәнен күрҙем. Эйе, Мин быны күрҙем, халҡымдың иңрәүен ишеттем һәм уны ҡотҡарырға тип ергә төштөм. Юлға сыҡ, Мин һине Мысырға ебәрәм», – тигән.
[35] «Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем билдәләне?» – тип израилдәр кире ҡаҡҡан шул уҡ Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм азат итеүсе итеп ебәргән дә инде.
[36] Мысыр ерҙәрендә, Ҡыҙыл диңгеҙендә һәм ҡырҡ йыл буйына сүлдәрҙә мөғжизәләр, хикмәттәр күрһәтеп, уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан.
[37] Израиль халҡына: «Алла һеҙгә нәҫелегеҙҙән минең кеүек Пәйғәмбәр сығарасаҡ», – тип әйткән дә шул Муса.
[38] Синай тауында фәрештә менән булып, ул әйткән һүҙҙәрҙе сүлдә йыйылған ата-бабаларыбыҙға тап бына ошо Муса еткергән. Беҙгә тапшырыу өсөн, ул йәшәү биреүсе һүҙҙәрҙе ҡабул итеп алған.
[39] Ата-бабаларыбыҙ Муса әйткәнде тыңламаған, уны кире ҡаҡҡан һәм ҡабат Мысырға китергә теләгән.
[40] Муса тауҙа булғанда Һарунға: «Юлыбыҙҙа беҙҙе алып барасаҡ илаһтар яһа. Беҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Муса менән ни булғанын да белмәйбеҙ», – тигәндәр.
[41] Шунан һуң, быҙау ҡиәфәтле һын яһап, ошо һынға ҡорбан килтергәндәр һәм үҙ ҡулдары менән яһаған әйбергә ҡарап күңел асҡандар.
[42] Алла иһә уларҙан йөҙ сөйөргән һәм уларҙы йондоҙҙарға табынырға ҡалдырған. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында Алла былай тип әйтә: «Эй, Израиль халҡы! Ҡырҡ йыл буйы сүлдә малдар һуйып, Миңә тип ҡорбан килтерҙегеҙме?
[43] Юҡ, табыныр өсөн үҙегеҙ яһаған шул һындарҙы – Вавилондың Молох илаһының сатырын һәм Ремфан илаһығыҙ йондоҙон – һеҙ күтәреп йөрөнөгөҙ. Шуға күрә Мин һеҙҙе Вавилондан да арыраҡ һөрәсәкмен».
[44] Ата-бабаларыбыҙҙың сүлдә шаһитлыҡ сатыры булған, – тип һүҙен дауам итте Стефан. – Ул сатыр, Алла Мусаға бойорғанса, уға күрһәтелгән өлгө буйынса яһалған булған.
[45] Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ уны үҙҙәренең ата-бабаларынан ҡабул итеп алған. Улар, Ешуа етәкселегендә, сатырҙы халыҡтарын Алла ҡыуып сығарған ергә алып барған. Сатыр Дауыт батша көндәренә тиклем шунда ҡалған.
[46] Алла Дауытты яҡын күргән һәм Дауыт, израилдәр өсөн изге торлаҡ йорт һалырға тип, Унан рөхсәт һораған.
[47] Был йортто Аллаға Сөләймән һалған.
[48] Әммә Аллаһы Тәғәлә ҡул менән яһалған ҡоролмаларҙа йәшәмәй. Пәйғәмбәр әйткәнсә:
[49] «Күк – Минең тәхетем, Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? – ти Раббы. Минең йәшәй торған урыным ниндәй?
[50] Быларҙың һәммәһен дә Минең ҡулдарым бар итмәнеме ни?»
[51] Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефан. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.
[52] Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр итеүселәрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.
[53] Һеҙ фәрештәләр аша Алланан бирелгән ҡанунды ҡабул итеп алдығыҙ, ләкин уны үтәмәнегеҙ.
[54] Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар асыуҙан тештәрен шығырлатты.
[55] Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе.
[56] – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул.
[57] Ә Кәңәшмәләгеләр, ҡолаҡтарын ҡаплап, аҡыра-аҡыра бөтәһе бергә Стефанға ташланды.
[58] Ҡаланан ҡыуып сығарып, уға таш бәрә башланылар. Шаһиттар иһә үҙҙәренең өҫ кейемен Савл исемле бер йәш егет янына ҡуйып торҙо.
[59] Улар таш бәргән ваҡытта Стефан доға ҡылды ла: – Раббым Ғайса, минең рухымды ҡабул ит, –
[60] тигән һүҙҙәр менән тубыҡланып, көслө тауыш менән: – Раббым! Был эште уларға гонаһ итеп һанама, – тип йән бирҙе.