[1] Савл иһә Стефандың үлтерелеүен хупланы. Шул көндә Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлектәрен ныҡ эҙәрлекләй башланылар һәм илселәрҙән башҡалар бөтөнөһө Йәһүҙиәнең һәм Самарияның төрлө урындарына таралдылар.
[2] Алланы ололаусы кешеләр Стефанды ерләне, уның өсөн бик ныҡ ҡайғырып иланы.
[3] Ә Савл имандаштар берҙәмлеген йәберләй башланы. Ул өйҙән-өйгә йөрөнө, ир-атты һәм ҡатын-ҡыҙҙы һөйрәп алып сығып төрмәгә япты.
[4] Таралышҡан иман тотоусылар, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнөләр.
[5] Филипп, Самарияға барып, бер ҡала халҡына Мәсих тураһында бәйән итте.
[6] Халыҡ төркөмдәре, Филиптың һүҙҙәре һәм ул ҡылған хикмәттәр тәьҫирендә булараҡ, уның һүҙҙәрен диҡҡәт менән тыңланы.
[7] Ен эйәләшкән күптәрҙең эсенән, көслө тауыш менән үкереп, шаҡшы рухтар сыҡты. Күп кенә паралич һуҡҡан, аҡһаҡ кешеләр һауыҡты.
[8] Ҡала халҡы был эштәргә бик ҡыуанды.
[9] Шул уҡ ҡалала күпмелер ваҡыт сихырсылыҡ ҡылып Самария халҡын хайран ҡалдырған, үҙен бөйөк тип танытырға теләгән Симон исемле берәү бар ине.
[10] Барыһы ла – олоһо ла, кесеһе лә уға ышанды. «Был кеше – бөйөк тип аталған илаһи ҡөҙрәт эйәһе», – тинеләр уның хаҡында.
[11] Ул байтаҡ ваҡыттан бирле кешеләрҙе үҙенең сихырҙары менән хайран ҡалдырып килгәнлектән, уны диҡҡәт менән тыңлайҙар ине.
[12] Әммә Филипп һөйләгән Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылыу йолаһын үтте.
[13] Симон үҙе лә иманға килде һәм был йоланы ҡабул итте. Ул Филипп янынан бер аҙымға ла китмәне. Уның ҙур хикмәттәр һәм ҡөҙрәтле мөғжизәләр ҡылыуын күреп, хайран ҡалды.
[14] Иерусалимдағы илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул итеүен ишетеп, Петр менән Яхъяны улар янына ебәрҙе.
[15] Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды.
[16] Сөнки Раббы Ғайса исеме менән улар бары тик һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән, ләкин береһенә лә Изге Рух инмәгән була әле.
[17] Ошонда Петр менән Яхъя уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы һәм кешеләр Изге Рухты алды.
[18] Симон иһә, Рухтың илселәр ҡулынан бирелгәнен күреп, уларға аҡса тәҡдим итте.
[19] – Мин ҡулдарымды ҡуйған һәр кешегә Изге Рух бирелһен өсөн, миңә лә шундай вәкәләт бирегеҙ әле, – тине ул.
[20] Әммә Петр уға: – Әгәр Алла бүләген аҡсаға һатып алырға мөмкин, тип уйлайһың икән, аҡсаларың менән бергә һәләк булырһың! – тине. –
[21] Һин был эштә бер нисек тә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла ҡаршыһында күңелең саф түгел.
[22] Шуға күрә үҙеңдең был яуызлығыңдан тәүбә ит һәм Раббыға доға ҡыл. Бәлки күңелеңдәге яуыз уйың кисерелер.
[23] Мин һинең әсе көнсөллөккә тулышҡанлығыңды һәм гонаһ бығауында икәнлегеңде күрәм.
[24] – Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.
[25] Петр менән Яхъя үҙҙәренең шаһитлығын биреп Раббы һүҙен иғлан иткәндән һуң, кире Иерусалимға китте. Юлайҡан Самарияның күп кенә ауылдарында Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан иттеләр.
[26] Раббының бер фәрештәһе Филипҡа: – Тор ҙа көньяҡҡа, Иерусалимдан Газаға бара торған юлға сыҡ, – тине. Ул юл аулаҡ ине.
[27] Филипп шул юлға сыҡты һәм бында бер хәбәш кешеһен осратты. Ул кеше алашар, кәндәкиҙең, йәғни Хәбәшстан батшабикәһенең ҡарамағындағы бөтөн хазинаны һаҡлаусы юғары дәрәжәле түрә ине. Аллаға табынырға тип Иерусалимға килгән,
[28] әле үҙ иленә ҡайтып бара һәм үҙенең арбаһында Ишағыя пәйғәмбәр китабын уҡып ултыра ине.
[29] Рух Филипҡа: – Арбаға яҡыныраҡ барып, эргәһенән атла, – тине.
[30] Филипп арба янына йүгерҙе һәм хәбәштең Ишағыя пәйғәмбәр яҙған китапты ҡысҡырып уҡығанын ишетте. – Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң? – тип һораны унан.
[31] – Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде? – тип, Филипҡа үҙ янына ултырырға тәҡдим итте.
[32] Хәбәш Изге Яҙманың ошо урынын уҡый ине: «Ул һарыҡ кеүек салырға килтерелде. Йөнөн ҡырҡыусы алдында өнһөҙ торған бәрәс һымаҡ, ауыҙын да асманы.
[33] Ул кәмһетелде, ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ителде. Уның киләсәк быуындары тураһында кем һөйләр? Тормошо ерҙән алынды бит».
[34] Хәбәш иһә Филиптан: – Зинһар өсөн, әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.
[35] Филипп уға Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе шул урындан башлап һөйләп бирҙе.
[36] Ошолай бара торғас, улар ниндәйҙер һыу буйына килеп етте. – Бына бит, бында һыу бар, сумдырылыу йолаһын үтергә миңә нимә ҡамасаулай? – тине хәбәш.
[38] Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Икеһе лә һыуға инде һәм Филипп уны һыуға сумдырып алды.
[39] Улар һыуҙан сыҡҡас, Раббы Рухы Филипты алып китте, хәбәш уны бүтәнсә күрмәне, шатланып юлын дауам итте.
[40] Филипп иһә Азот ҡалаһында пәйҙә булды. Ул Кесарияға барып еткәнсе ҡалаларҙа Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө.