Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:31

[1] Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде.

[2] Тыумыштан уҡ аҡһаҡ бер кешене һәр көн Алла Йортоноң Матур тип аталған ҡапҡаһы янына алып килеп, инеүселәрҙән саҙаҡа һорарға ултыртып китәләр ине.

[3] Шул кеше, Петр менән Яхъяның Алла Йортона инеүен күреп, уларҙан хәйер һораны.

[4] Былары уға иғтибар менән ҡарап алғас, Петр: – Беҙгә ҡара, – тине.

[5] Теге кеше, ни ҙә булһа алырға өмөтләнеп, уларға баҡты.

[6] Әммә Петр: – Минең алтын-көмөшөм юҡ, әммә нимәм бар, шуны һиңә бирәм. Назаралы Ғайса исеменән бойорам: тор һәм йөрөп кит! – тип,

[7] уны уң ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Шунда уҡ ғәрип кешенең аяҡтары һәм бәкәлдәре нығынды.

[8] Ул һикереп тороп атлай башланы, Алланы маҡтай-маҡтай, ырғып-һикереп йөрөнө, улар менән бергә Алла Йортона инде.

[9] Бөтөн халыҡ был кешенең атлап киткәнен һәм Алланы маҡтағанын күрҙе.

[10] Кешеләр уның Матур ҡапҡа янында хәйер һорашып ултырған әҙәм икәнен танығайны, шуға уның менән булған хәлгә хайран ҡалды.

[11] Әлеге һауыҡҡан кеше Петр менән Яхъянан ҡалмағас, тамам аптыраған кешеләр улар янына Сөләймәндең бағаналы залы тип аталған залға йүгереп инде.

[12] Петр, быны күргәс, халыҡҡа: – Израиль халҡы! Ниңә быға ғәжәпләнәһегеҙ? – тине. – Нилектән һеҙ беҙгә текләп ҡарап тораһығыҙ? Әллә уны беҙ үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлайһығыҙмы?

[13] Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡубтың Аллаһы, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Үҙенең Хеҙмәтсеһе Ғайсаның данлы бөйөклөгөн шулай күрһәтте, ә һеҙ Уны тотоп бирҙегеҙ һәм, Пилат Уны азат итергә уйлағанда, Пилат алдында Унан баш тарттығыҙ.

[14] Һеҙ Изгенән һәм Хаҡ булғандан ваз кистегеҙ һәм кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы һоранығыҙ.

[15] Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.

[16] Ғайса һеҙ күреп белгән был кешегә ҡеүәт бирҙе, сөнки ул Ғайса исеменең ҡөҙрәтенә ышанды. Ғайса арҡылы килгән иман һәммәгеҙҙең күҙ алдында уны тулыһынса һауыҡтырҙы.

[17] – Хәҙер, туғандар, мин беләм: һеҙ, башлыҡтарығыҙ кеүек үк, белмәйенсә эшләнегеҙ, – тип дауам итте Петр. –

[18] Алла Үҙ Мәсихенең ғазап сигәсәге тураһында барса пәйғәмбәрҙәр аша алдан әйткән хәбәрен шулай тормошҡа ашырҙы.

[19] Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.

[20] Шулай итһәгеҙ, Раббынан йыуаныслы замандар килер, Ул һеҙгә алдан билдәләнгән Мәсихте – Ғайсаны ебәрер.

[21] Алла күптән үк Үҙенең изге пәйғәмбәрҙәре аша әйткән барлыҡ һүҙҙәр ғәмәлгә ашҡансы, Ғайса күктә ҡалырға тейеш.

[22] Муса әйткән: «Раббы Аллағыҙ һеҙгә халҡығыҙ араһынан минең кеүек Пәйғәмбәр күтәрәсәк. Ул ни генә һөйләһә лә, һеҙ һәммәһен тыңларға тейешһегеҙ.

[23] Ул Пәйғәмбәрҙең һүҙен тыңламаған кеше Алла халҡы араһынан юҡ ителәсәк».

[24] Самуилдан башлап унан һуңғы бөтә пәйғәмбәрҙәр был көндәр хаҡында алдан хәбәр итте.

[25] Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ ҡәбиләләр һинең нәҫелең аша фатиха алыр», – тип аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.

[26] Алла һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы яҙыҡ эштәрегеҙҙән аралап, фатихалау өсөн Үҙенең Хеҙмәтсеһен терелтте һәм Уны иң тәүҙә һеҙгә ебәрҙе, – тине Петр.

Ғәмәлдәр — Chapters