Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:47

[1] Петр менән Яхъя халыҡты өйрәткән ваҡытта, улар янына руханиҙар, Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм саддукейҙар килде. Уларҙың Ғайсаның терелеүен миҫалға килтереп, үлеләрҙең тереләсәге тураһында вәғәз һөйләп торған илселәргә асыуҙары килеп,

[3] теге икәүҙе ҡулға алдылар. Инде кис булғанлыҡтан, иртәгәһе көнгәсә уларҙы һаҡ аҫтында тоттолар.

[4] Тыңлап тороусыларҙың күбеһе илселәр һөйләгән вәғәзгә ышанды һәм иманға килеүсе ирҙәрҙең һаны биш меңгә етте.

[5] Икенсе көндө Иерусалимда йәһүдтәрҙең башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды.

[6] Иң баш рухани Аннас, Каиафа, Яхъя, Искәндәр һәм баш рухани ырыуынан булған бүтәндәр ҙә шунда ине.

[7] Петр менән Яхъяны уртаға баҫтырып, уларҙан: – Һеҙ быларҙың барыһын да ниндәй ҡөҙрәт менән һәм кем исеменән эшләнегеҙ? – тип һоранылар.

[8] Шул ваҡыт Петр, Изге Рух менән һуғарылып: – Халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар! – тине. –

[9] Әгәр ҙә ауырыу кешегә яҡшылыҡ күрһәтеү һәм уның нисек итеп сирҙән ҡотолоуы хаҡында бөгөн беҙҙән яуап алына икән,

[10] һеҙҙең һәммәгеҙгә һәм бөтә Израиль халҡына мәғлүм булһын: ҡаршығыҙҙа баҫып торған кеше, һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатҡан, Алла тарафынан үленән терелтелгән назаралы Ғайса Мәсих исеме менән һауыҡтырылды.

[11] Ғайса ул «һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш».

[12] Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ. Ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ, – тине Петр.

[13] Белемдәре аҙ булған был ябай ғына ике кешенең – Петр менән Яхъяның ҡыйыулығын күреп, Юғары кәңәшмәлә ултырыусылар бик ғәжәпләнде. Уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнлегенә хәҙер генә иғтибар иттеләр.

[14] Һауыҡҡан кешенең дә улар янында тороуын күргәс, ҡаршы һүҙ әйтә алманылар һәм

[15] уларға Кәңәшмәнән сығып торорға ҡуштылар.

[16] – Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ҡылған асыҡтан-асыҡ мөғжизә Иерусалимда йәшәүселәрҙең һәммәһенә билдәле, һәм беҙ быны инҡар итә алмайбыҙ.

[17] Әммә ошо хаҡта халыҡ араһында артыҡ һүҙ таралмаһын өсөн, уларҙы киҫәтәйек: был исем тураһында бер ҡасан да кешеләргә һөйләмәһендәр, – тип үҙ-ара кәңәшләштеләр.

[18] Петр менән Яхъяны саҡырып индерҙеләр ҙә, Ғайса исеменән һис ни һөйләмәҫкә һәм өйрәтмәҫкә ҡуштылар.

[19] Әммә тегеләр: – Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланың һүҙен тыңлауға ҡарағанда һеҙҙең һүҙҙе күберәк тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫ булырмы икән?

[20] Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ, – тип яуап бирҙе.

[21] Тегеләр иһә, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Петр менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Сөнки булған хәл айҡанлы бөтөн халыҡ Алланы данлай ине.

[22] Һауығыу мөғжизәһен татыған теге кеше ҡырҡ йәштән уҙғайны инде.

[23] Азат ителгәндән аҙаҡ Петр менән Яхъя, иптәштәре янына килеп, баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.

[24] Иман тотоусылар иһә, быны ишеткәс, берҙәм рәүештә Аллаға доға ҡылды: – Хакимыбыҙ! Һин – күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе!

[25] Изге Рух аша Үҙеңдең хеҙмәтсең, беҙҙең атабыҙ Дауыттан Һинең ошо һүҙҙәрең әйттерелде: «Ни өсөн мәжүсиҙәр ҡоторона, халыҡтар булмаҫтайҙы ниәт итә?

[26] Ерҙәге батшалар, башлыҡтар, бергә йыйылып, Раббыға һәм Уның Мәсихенә ҡаршы күтәрелделәр».

[27] Ысынлап та, Ирод һәм Понтий Пилат, мәжүсиҙәр һәм Израиль халҡы менән бергә, Изге Хеҙмәтсең Ғайсаға – Үҙең майлаған Мәсихкә ҡаршы, Һинең ҡөҙрәтең һәм ихтыярың арҡаһында буласағы алдан билдәләнгән эште ҡылыу өсөн ошо ҡалаға йыйылдылар.

[29] Хәҙер, Раббыбыҙ, уларҙың янауҙарын ишет һәм беҙ ҡолдарыңа Һинең һүҙеңде ҙур ҡыйыулыҡ менән һөйләргә көс бир.

[30] Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.

[31] Доға ҡылғандан һуң улар йыйылған урын һелкенеп китте һәм бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылды. Ошо хәлдән аҙаҡ иман тотоусылар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләй башланы.

[32] Барлыҡ иман юлындағы кешеләр йөрәктәре һәм күңелдәре менән берҙәм булды. Уларҙың береһе лә үҙ милкен минеке тип әйтмәне, бөтөн нәмә уртаҡ ине.

[33] Илселәр иһә Раббы Ғайсаның үленән терелеп тороуына ҙур көс һалып шаһитлыҡ ҡылды һәм Алла уларҙың һәммәһенә Үҙенең мәрхәмәтен мул итеп биреп торҙо.

[34] Иман тотоусылар араһында бер кем дә мохтажлыҡ кисермәне, сөнки ерҙәре йәки өйҙәре булғандары, уларҙы һатып, аҡсаһын

[35] илселәр ҡарамағына тапшыралар ине. Һәр кемгә ихтыяжына ҡарап бирелде.

[36] Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит,

[37] үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә алып килеп бирҙе.

Ғәмәлдәр — Chapters