Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:45

[1] Павел Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡарап: – Туғандар! – тине. – Бөгөнгө көнгәсә Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем.

[2] Иң баш рухани Анания Павел янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты.

[3] Павел уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине.

[4] – Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? – тинеләр уның янында тороусылар.

[5] – Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.

[6] Бындағыларҙың бер өлөшө саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнлеген белгәндән һуң, Павел ҡысҡырып: – Туғандар! Минең ата-бабаларым фарисей булған, үҙем дә фарисей. Мине үлеләрҙең терелеүенә өмөт бағлауым өсөн хөкөм итәләр, – тине.

[7] Ул шулай тигәс тә фарисейҙар менән саддукейҙар араһында ҡаты бәхәс ҡупты һәм йыйылыш икегә бүленде.

[8] Сөнки саддукейҙар үленән терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың бөтәһенә лә ышана.

[9] Ҙур ғауға ҡупты, фарисейҙарҙан булған ҡанун белгестәре ҡаты бәхәсләште. – Беҙ был кешелә һис бер насарлыҡ күрмәйбеҙ. Бәлки уға рух йәки фәрештә әйткәндер, – тине улар.

[10] Ыҙғыш көсәйгәнлектән, ғәскәриҙәр башлығы, Павелды өҙгөләп ташлауҙарынан ҡурҡып, ғәскәриҙәргә аҫҡа төшөп уны ундағы кешеләр араһынан алырға һәм нығытмаға илтергә әмер бирҙе.

[11] Алдағы төндә Павел янына Раббы килде. – Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.

[12] Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте.

[13] Ант итеүселәрҙең һаны ҡырҡтан ашыу ине.

[14] Улар баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар алдына барып: – Беҙ Павелды үлтермәй тороп бер нәмә лә ашамаҫҡа тантаналы рәүештә ант иттек.

[15] Ә һеҙ хәҙер, Юғары кәңәшмә менән бергә уның хаҡындағы эште теүәлерәк тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, ғәскәриҙәр башлығынан уны янығыҙға сығарыуын һорағыҙ. Беҙ әҙер генә торорбоҙ ҙа уны юлда саҡта үлтерербеҙ, – тинеләр.

[16] Павелдың һеңлеһенең улы, уларҙың яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында ишетеп, нығытмаға барып быны Павелға еткерҙе.

[17] Павел иһә, йөҙбашыларҙың береһен саҡырып: – Был егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып бар, уның әйтәһе һүҙе бар, – тине.

[18] Йөҙбашы егетте ғәскәриҙәр башлығы янына алып килде: – Тотҡон Павел мине саҡырып алды ла, был егетте һинең яныңа килтереүемде һораны. Ул һиңә ниҙер әйтергә теләй.

[19] Ғәскәриҙәр башлығы егетте ҡулынан тотоп ситкәрәк алып китте. – Һин миңә нимә әйтергә теләйһең? – тип һораны унан.

[20] – Йәһүдтәр, Павел хаҡындағы эште теүәлерәк тикшереү өсөн тигән булып, иртәгә һинән Павелды Юғары кәңәшмә алдына килтереүегеҙҙе һорарға һүҙ ҡуйышҡандар, – тип яуап бирҙе егет. –

[21] Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.

[22] Шунан һуң ғәскәриҙәр башлығы: – Быны миңә һөйләүең тураһында бер кемгә лә әйтмә, – тип егетте ҡайтарып ебәрҙе.

[23] Ғәскәриҙәр башлығы ике йөҙбашын саҡырып алды. Уларға: – Ике йөҙ йәйәүле, етмеш һыбайлы һәм ике йөҙ уҡсы ғәскәр әҙерләгеҙ. Улар киске сәғәт туғыҙҙа Кесарияға китһен.

[24] Павелды ултыртып алып барырға ла аттар әҙер булһын. Уны идарасы Феликс янына хәүеф-хәтәрһеҙ алып барып еткерегеҙ, – тине

[25] һәм ошондай йөкмәткеле хат яҙҙы:

[26] «Клавдий Лисийҙан мөхтәрәм идарасы Феликсҡа сәләм!

[27] Йәһүдтәр был кешене тотоп, үлтерергә йыйына ине. Мин, уның Рим гражданы икәнен белгәс, ғәскәриҙәр менән барып ҡотҡарып алып ҡалдым.

[28] Аҙаҡ, уны ни өсөн ғәйепләүҙәрен белергә теләп, ул кешене йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым

[29] һәм ғәйепләүҙең йәһүдтәр ҡанунына ҡағылышлы икәнлеген белдем. Әммә уны үлемгә йәки бығауларға дусар итерлек ғәйеп табып булманы.

[30] Был кешегә ҡарата ҡорған яуыз ниәт тураһында ишеткәс, мин уны тиҙ арала һиңә ебәрҙем, ғәйепләүселәргә һинең алда уға ҡаршы фекерҙәрен әйтергә әмер бирҙем».

[31] Шулай итеп, ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмерҙе үтәп, төндә Павелды Антипатридаға алып китте.

[32] Ә икенсе көндө, Павелды атлы ғәскәриҙәргә тапшырып, йәйәүлеләре нығытмаға кире ҡайтты.

[33] Кесарияға барып еткәс, ғәскәриҙәр идарасыға хатты биреп, Павелды уның ҡарамағына тапшырҙы.

[34] Идарасы хатты уҡып сыҡҡас, Павелдың ҡайһы өлкәнән булыуын һораны. Киликиянан икәнен белгәс,

[35] был эште ғәйепләүселәр килгәс кенә тыңлаясағын әйтте. Ә Павелды Ирод һарайы төрмәһендә һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.

Ғәмәлдәр — Chapters