Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:54

[1] Өлкәгә килеп өс көн торғандан һуң, Фест Кесариянан Иерусалимға китте.

[2] Баш руханиҙар һәм йәһүдтәрҙең башлыҡтары уның янына килеп, Павелды ғәйепләне.

[3] Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты.

[4] Ләкин Фест Павелды Кесарияла һаҡ аҫтында тотоуҙарын һәм тиҙҙән үҙенең дә шул ҡалаға барасағын әйтте.

[5] – Шулай итеп, – тине ул, – етәкселәрегеҙ минең менән барһын һәм, ул кешенең ғәйебе булһа, был турала әйтһен.

[6] Иерусалимда аҙна-ун көн булғандан һуң Фест Кесарияға ҡайтты. Икенсе көндө ул хөкөм итеү урынына ултырҙы һәм Павелды алып инергә ҡушты.

[7] Павел ингәс, Иерусалимдан килгән йәһүдтәр уны уратып алды һәм Уға ҡаршы күп ауыр ғәйептәр ташланы. Ләкин ул ғәйептәрҙе иҫбат итә алманылар.

[8] – Мин йәһүдтәр ҡанунына ла, Алла Йортона ла, ҡайсарға ҡаршы ла һис ниндәй яманлыҡ ҡылманым, – тине Павел үҙен яҡлап.

[9] Фест, йәһүдтәргә ярарға теләп, Павелдан: – Иерусалимға барырға һәм унда был ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.

[10] – Мин ҡайсар хөкөмө алдында торам һәм эшем шунда ҡаралырға тейеш. Үҙең дә яҡшы белеп тораһың, мин йәһүдтәргә ҡаршы насар бер нәмә лә ҡылманым.

[11] Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр дөрөҫ булмаһа, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Павел.

[12] Фест, кәңәшселәре менән һөйләшеп алғас: – Һин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләнең, шуның өсөн ҡайсар янына китәсәкһең, – тине.

[13] Бер нисә көндән, Фесты тәбрик итеү өсөн, Агриппа батша менән Вереника Кесарияға килде.

[14] Улар унда байтаҡ ҡына булғанлыҡтан, Фест батшаға Павелдың эшен тыңларға тәҡдим итте: – Бында Феликс тотҡонлоҡта ҡалдырған бер кеше бар.

[15] Мин Иерусалимда булған саҡта йәһүдтәрҙең баш руханиҙары һәм аҡһаҡалдары, уны хөкөм итеүҙе талап итеп, шикәйәт менән килде.

[16] Мин уларға, римлыларҙа ғәйепләнеүсе ғәйепләүсе менән осрашмайынса һәм ғәйепләүгә ҡаршы үҙен яҡлай алыу мөмкинлеге булмайынса, кешене язаға тарттырыу ғәҙәте юҡлығы тураһында әйтеп бирҙем.

[17] Улар бында килгәс, һис кисектермәйенсә, икенсе көндө үк хөкөм итеү урынына ултырҙым һәм ул кешене алып килергә әмер бирҙем.

[18] Павелды уратып алған ғәйепләүселәр уның яуыз эштәрен әйтеп ғәйепләрҙәр, тип уйлағайным, ләкин быны эшләй алманылар.

[19] Улар үҙҙәренең диндәренә ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында, Павел тере тип раҫлаған ниндәйҙер үлгән Ғайса хаҡында бәхәсләшә инеләр.

[20] Был мәсьәләне тикшерергә ҡыйынһынып, мин унан Иерусалимға барырға һәм был эш буйынса шунда хөкөм алдына баҫырға теләмәйме икәнлеге хаҡында һораштым.

[21] Әммә ул император ҡарарын һораны һәм һаҡ аҫтында ҡалырға теләне. Шунлыҡтан мин уны ҡайсар янына ебәрелгәнсе һаҡ аҫтында тоторға ҡуштым, – тине Фест.

[22] Агриппа Фестҡа: – Ул кешене мин дә тыңларға теләр инем, – тине. – Иртәгә һин уны тыңларһың, – тип яуапланы Фест.

[23] Икенсе көндө Агриппа һәм Вереника тантаналы рәүештә хәрби етәкселәр һәм ҡаланың иң күренекле кешеләре менән бергә ултырыштар залына ингәс, Фестың әмере буйынса Павелды алып килделәр.

[24] – Агриппа батша һәм бында ултырыусылар! – тине Фест. – Иерусалимда ла, бында ла күп йәһүдтәр бына ошо кешегә зарланды. Ул йәшәргә тейеш түгел, тип ҡысҡырҙы улар.

[25] Әммә мин, ул үлемгә хөкөм ителерлек бер нәмә лә эшләмәгән, тип таптым һәм, ул үҙе императорға мөрәжәғәт итергә теләгәнлектән, уны ҡайсар янына ебәрергә булдым.

[26] Ләкин уның хаҡында императорға нимә яҙырға ла белмәйем. Шуға күрә, тикшергәндән һуң яҙырлыҡ берәй нәмә булһын ине тип, мин уны һеҙҙең алдығыҙға, бигерәк тә, Агриппа батша, һинең ҡаршыңа килтерҙем.

[27] Тотҡондоң ниндәй эштә ғәйепләнеүен күрһәтмәй тороп, уны ҡайсар янына ебәреү, минеңсә, уйламайынса ҡылған эш буласаҡ.

Ғәмәлдәр — Chapters