[1] Анания исемле берәү, ҡатыны Сапфира менән бергә ер-мөлкәтен һатып,
[2] һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшөн ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы, ә ҡалғанын илселәргә килтереп бирҙе.
[3] Әммә Петр: – Анания! Ни өсөн һин Иблискә йөрәгең менән идара итергә ирек бирҙең? Аҡсаның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, Изге Рухты алдарға уйланың, – тине. –
[4] Һатылмаған хәлдә был ер үҙеңдеке булып ҡалмаҫ инеме ни? Һатҡандан һуң да аҡсаһы һинеке була ине бит. Ни өсөн алдашырға уйланың? Һин кешеләрҙе түгел, Алланы алданың.
[5] Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Анания йығылып китте лә йән бирҙе. Был хәл тураһында хәбәрҙар булған кешеләрҙең ҡото осто.
[6] Ананияның үле кәүҙәһен егеттәр кәфенгә урап алып сығып, күмеп ҡуйҙы.
[7] Өс сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, уның ҡатыны ла килде. Ул булған хәлде белмәй ине әле.
[8] Петр унан: – Әйт әле миңә, ерегеҙҙе ошо хаҡҡа һаттығыҙмы? – тип һораны. – Эйе, ошо хаҡҡа, – тип яуап бирҙе уға ҡатын.
[9] Әммә Петр: – Ни өсөн һеҙ Раббының Рухын һынап ҡарарға булдығыҙ? Ана иреңде күмгән кешеләр инеп килә. Улар һине лә алып сығасаҡ, – тине.
[10] Ҡатын шунда уҡ, уның аяғына йығылып, йән бирҙе. Егеттәр ингәс, ҡатындың үлгәнлеген күрҙеләр һәм алып сығып ире янына күмеп ҡуйҙылар.
[11] Имандаштар берҙәмлеген һәм был хәбәрҙе ишетеүселәрҙең бөтәһен дә көслө ҡурҡыу хисе биләп алды.
[12] Илселәр халыҡ араһында күп хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды. Иман тотоусылар берҙәм рәүештә Сөләймәндең бағаналы залында осрашып торҙо.
[13] Халыҡ уларҙы хөрмәт итте, ләкин ят кешеләрҙән бер кем дә уларға ҡушылырға баҙнат итмәне.
[14] Бик күп ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ Раббыға инанды һәм уларҙың һаны арта барҙы.
[15] Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар.
[16] Иерусалимға яҡын-тирәләге ҡалаларҙан бик күп халыҡ килде. Улар алып килгән ауырыуҙар һәм ен эйәләшеүҙән ғазап сигеүселәрҙең бөтәһе лә һауыҡты.
[17] Иң баш рухани һәм уның яҡлылар, йәғни саддукей төркөмөндәгеләр, көнләшеп
[18] илселәрҙе ҡулға алды һәм дөйөм төрмәгә ябып ҡуйҙы.
[19] Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе төрмә ишектәрен асты ла:
[20] – Барығыҙ, был яңы тормош тураһындағы хәбәрҙең бөтәһен дә Алла Йортонда халыҡҡа һөйләгеҙ, – тип уларҙы сығарып ебәрҙе.
[21] Илселәр уны тыңлап иртә таңдан Алла Йортона килде һәм өйрәтә башланы. Ә иң баш рухани һәм уның яҡлылар, Израиль халҡының аҡһаҡалдарын саҡырып, Юғары кәңәшмә йыйҙы. Илселәрҙе алып килергә бойорҙолар.
[22] Әммә хеҙмәтселәр, төрмәлә уларҙы тапмайынса, кире ҡайтты.
[23] – Беҙ барғанда төрмә ныҡлы бикләнгән, ишектәр янында һаҡсылар баҫып тора ине. Ләкин эскә ингәс, бер кемде лә тапманыҡ, – тине улар.
[24] Алла Йортон һаҡлаусылар башлығы һәм баш руханиҙар быны ишеткәс, тағы ни булыр икән инде, тип аптырашта ҡалдылар.
[25] Шул мәлдә берәү килеп: – Ана, ҡарағыҙ, һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр Алла Йортонда халыҡты өйрәтә, – тип хәбәр итте.
[26] Ошонан һуң тәртип һаҡсылары менән бергә уларҙың башлығы ла шунда барҙы һәм, халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәрҙе алып килгәндә көс ҡулланманы.
[27] Уларҙы Юғары кәңәшмә ҡаршыһына баҫтырғас, иң баш рухани:
[28] – Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был исемдән өйрәтмәҫкә бойорғайныҡ түгелме? Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙҙе бөтә Иерусалимға тараттығыҙ һәм ул Кешенең үлеме өсөн беҙҙе ғәйепләйһегеҙ, – тине.
[29] Петр һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк.
[30] Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте.
[31] Израилгә тәүбә итеү һәм гонаһтары кисерелеү мөмкинлеген бирһен өсөн, Алла Уны Хаким һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.
[32] Беҙ – был эштәрҙең шаһиты. Шулай уҡ Алла Үҙенә буйһоноусыларға биргән Изге Рух та был эштәргә шаһит, – тип яуап бирҙеләр.
[33] Быны ишеткәс, Юғары кәңәшмә ағзалары ярһып китеп илселәрҙе үлтерергә теләне.
[34] Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе.
[35] Илселәр сығып киткәс: – Израилдәр! – тип һүҙ башланы. – Был кешеләр менән ни эшләргә йыйыныуығыҙ тураһында яҡшы уйлағыҙ.
[36] Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты.
[37] Унан һуң иҫәп алыу көндәрендә Галилеянан Йәһүҙә пәйҙә булды һәм күпмелер халыҡты фетнәгә ҡотортто. Әммә ул һәләк булғандан һуң, уға эйәргән кешеләр ҙә таралды.
[38] Шуға күрә хәҙер һеҙгә әйтәм: был кешеләргә теймәгеҙ. Уларҙы ебәрегеҙ. Ниәттәре-эштәре бәндәләрҙән булһа, ул юҡҡа сығасаҡ.
[39] Әгәр инде Алланан булһа, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Ә үҙегеҙ Аллаға ҡаршы көрәшеүселәр булып ҡуймағайығыҙ, – тине ул. Аҡһаҡалдар уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.
[40] Илселәрҙе саҡырып индерҙеләр ҙә, уларҙы туҡмап, Ғайса исеменән өйрәтмәҫкә бойороп, иреккә сығарҙылар.
[41] Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.
[42] Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы.