[1] – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.
[2] Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. Ғайсаның ҡиәфәте шәкерттәренең күҙ алдында үҙгәрҙе:
[3] кейемдәре балҡып, ер йөҙөндә һис кем был тиклем ағарта алмаҫлыҡ ап-аҡ төҫкә инде.
[4] Улар ҡаршыһында Ильяс менән Муса пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар.
[5] Петр Ғайсаға: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тине.
[6] Был һүҙҙәрҙе ул нимә тип әйтергә белмәгәнлектән әйтте, сөнки улар өсөһө лә бик ҡурҡҡайны.
[7] Шул мәлдә болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
[8] Шәкерттәр ҡапыл тирә-яҡтарына ҡарап алдылар, әммә яндарында Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәнеләр.
[9] Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға, Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, әле күргәндәрен берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушты.
[10] Улар был һүҙҙәрҙе күңелдәренә һалып ҡуйҙы, ләкин үҙ-ара: «Уның „үленән терелеп тороу“ тигәне нимә аңлата икән?» – тип һөйләштеләр.
[11] Ғайсанан иһә: – Ниңә ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һоранылар.
[12] – Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң?
[13] Ләкин һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде һәм, уның тураһында яҙылғанса, уға ҡарата нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар.
[14] Улар, бүтән шәкерттәр янына әйләнеп ҡайтҡас, эргәләрендә күп халыҡ йыйылғанын һәм ҡанун белгестәренең улар менән бәхәсләшеп торғанын күрҙе.
[15] Ғайсаны күреү менән, бөтөн халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр.
[16] Ғайса шәкерттәренән: – Улар менән нимә хаҡында бәхәсләшәһегеҙ? – тип һораны.
[17] Халыҡ төркөмөнән берәү: – Остаз! Мин Һиңә үҙемдең улымды алып килгәйнем. Эсенә шаҡшы рух эйәләшеп, баламды телһеҙ итте.
[18] Ен уны теләһә ҡайҙа эләктереп ала ла, ергә атып бәрә. Малай, ауыҙынан күбек ағыҙып, тештәрен шығырлатып, тәне тартышып ҡата. Шәкерттәреңдән енде ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, ләкин улар булдыра алманы, – тине.
[19] – Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!
[20] Уны Ғайса янына алып килделәр. Ғайсаны күреү менән, шаҡшы рух малайҙың тәнен дер һелкетә башланы, бала ергә йығылып, ауыҙынан күбек ағыҙа-ағыҙа тәгәрәп йөрөнө.
[21] Ғайса малайҙың атаһынан: – Ул был хәлгә күптән тарынымы? – тип һораны. – Бала сағынан шулай, – тип яуап бирҙе атаһы. –
[22] Шаҡшы рух уны һәләк итергә тырышып, йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташланы. Ҡулыңдан килһә, ярҙам ит, ҡыҙған беҙҙе!
[23] – Һин: «Ҡулыңдан килһә», – тиһеңме? Ышанысы булған кешегә барыһы ла мөмкин, – тине Ғайса.
[24] Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!
[25] Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.
[26] Шаҡшы рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине.
[27] Ғайса ҡулынан тотоп торғоҙғас, малай аяғына баҫты.
[28] Өйгә инеп, шәкерттәре Ғайса менән генә ҡалғас: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
[29] – Бындай ендәрҙе бүтән бер нисек тә түгел, бары тик доға менән генә ҡыуып сығарып була, – тине Ғайса.
[30] Бынан киткәс, улар Галилея ере аша үтте. Ә Ғайса был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәне,
[31] сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.
[32] Улар был һүҙҙәрҙең айышына төшөнмәне, әммә һорашырға ҡурҡтылар.
[33] Улар Капернаумға әйләнеп килде. Өйгә ингәс, Ғайса шәкерттәренән: – Юлда саҡта һеҙ нимә тураһында һөйләштегеҙ? – тип һораны.
[34] Тегеләр иһә өндәшмәне, сөнки юл буйынса араларында кемдең иң бөйөгө булыуы хаҡында бәхәс ҡорғайнылар.
[35] Ғайса, ултырғас, ун ике шәкертен янына саҡырып: – Беренсе булырға теләгән иң һуңғыһы булһын һәм бөтәһенә лә хеҙмәт итһен, – тине.
[36] Ул бер баланы алып уларҙың уртаһына баҫтырҙы ла, уны ҡосаҡлап, шәкерттәренә:
[37] – Ошондай балаларҙың береһен Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән кеше Мине түгел, ә Мине Ебәреүсене ҡабул итә, – тине.
[38] – Остаз, – тине Яхъя, – беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ.
[39] Ғайса иһә былай яуап бирҙе: – Тыймағыҙ уны. Минең исемем аша мөғжизәле эш ҡыла алған кеше тиҙ генә Миңә ҡарата яман һүҙ һөйләмәҫ.
[40] Сөнки кем беҙгә ҡаршы түгел, шул беҙҙең яҡлы.
[41] Кем Мәсихтеке булыуығыҙ өсөн һеҙгә бер сынаяҡ һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
[42] Әммә Миңә ышанған бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене, муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.
[43] Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.
[45] Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк.
[47] Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк.
[48] Йәһәннәмдә кешеләрҙе ашаусы ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй.
[49] Һәр кем ут менән «тоҙланыр».
[50] Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.