Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:51

[1] Улар Галилея күле аръяғындағы Гераса еренә килде.

[2] Ғайса кәмәнән төшөү менән, шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше ҡәбер мәмерйәләренән сығып, Уға ҡаршы килде.

[3] Ҡәберҙәр эсендә йәшәгән был кешене хатта сылбырҙар менән дә бәйләп тота алмағандар.

[4] Уны әллә нисә тапҡыр тотоп, аяҡ-ҡулына бығау, сылбыр һалғандар, ә ул сылбырҙарҙы өҙгән, бығауҙарҙы ватҡан. Бер кемдең дә уны тыйырға хәленән килмәгән.

[5] Бер туҡтауһыҙ, көнө-төнө ҡәбер мәмерйәләре араһында һәм тауҙарҙа ҡысҡырып йөрөгән, үҙ-үҙен таш менән һуғып яралай торған булған.

[6] Ғайсаны алыҫтан уҡ күреп, йүгереп килеп аяғына йығылды.

[7] – Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.

[8] Сөнки Ғайса шаҡшы рухҡа ул кешенең эсенән сығырға бойорғайны.

[9] – Исемең кем? – тип һораны унан Ғайса. – Исемем Ғәскәр, сөнки беҙ күмәк, – тип яуапланы теге

[10] һәм уларҙы был ерҙән ҡыуып ебәрмәүен ялбарҙы.

[11] Шул тирәләге тау битендә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.

[12] – Беҙҙе сусҡалар араһына ебәр, уларҙың эсенә инербеҙ, – тип ялынды ендәр.

[13] Ғайса рөхсәт иткәс, шаҡшы рухтар кешенән сыҡтылар ҙа сусҡаларҙың эсенә барып инделәр. Ике меңгә яҡын сусҡанан торған көтөү текә ярға сабып барып, күлгә ташланып батты.

[14] Сусҡа көтөүселәр йүгерешеп был хәбәрҙе ҡалала һәм тирә-яҡ ауылдарҙа таратты. Унда йәшәүселәр иһә ни булғанын күрергә барҙы.

[15] Ғайса янына килгәс, эсендә ендәр ғәскәре булған кешенең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә ултырыуын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.

[16] Ен эйәләшкән ир һәм сусҡалар менән ни булғанын күргән кешеләр барыһы тураһында ла һөйләп бирҙе.

[17] Шунан һуң улар Ғайсаның үҙҙәренең еренән китеүен ялбара башланы.

[18] Ул кәмәгә ултырған саҡта, элек ен эйәләшкән кеше Уның менән бергә барырға үтенеп һораны.

[19] Әммә Ғайса рөхсәт итмәне. – Бар, өйөңә, туғандарың янына ҡайт. Раббының һиңә ниҙәр эшләгәнен, һиңә ниндәй мәрхәмәт күрһәткәнен һөйлә, – тине Ғайса.

[20] Теге кеше китеп, Ғайсаның уның өсөн нимә эшләгәнлеген Ун Ҡалала һөйләргә тотондо. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды.

[21] Ғайса кәмәлә икенсе ярға кире сыҡҡас, Уның янына күп халыҡ йыйылды. Ул күл янында булғанда,

[22] ғибәҙәтхана башлыҡтарының береһе, Яир исемлеһе килде. Ғайсаны күреү менән Уның аяҡтарына йығылды

[23] һәм ялбарып һораны: – Минең бәләкәс ҡыҙым үлем хәлендә ята. Килеп, уға ҡулдарыңды ғына ҡуйһаң, ул һауығасаҡ һәм йәшәйәсәк!

[24] Ғайса уның менән китте. Уға, һәр яҡтан ҡыҫырыҡлап, күп халыҡ эйәреп барҙы.

[25] Араларында ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән яфаланған бер ҡатын бар ине.

[26] Бар мөлкәтен исрафлап бөтөп, мең ғазап сигеп, күп табиптарҙа дауаланып ҡараһа ла, бер файҙаһын да күрмәгән, хәле хатта тағы ла насарайған.

[27] Ул, Ғайса хаҡында ишеткәс, халыҡ араһына инде лә, арттан килеп Уның кейеменә ҡағылды.

[28] Ҡатын: «Кейеменә генә ҡағылһам да, һауығасаҡмын», – тип уйлағайны.

[29] Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо.

[30] Ғайса, шул мәлдә Үҙенән көс сыҡҡанын тойоп, халыҡҡа боролдо. – Минең кейемемә кем ҡағылды? – тип һораны.

[31] – Кешеләрҙең Һине нисек ҡыҫырыҡлағанын күреп тораһың бит! Ә Үҙең: «Миңә кем ҡағылды?» – тип һорайһың, – тине шәкерттәре.

[32] Әммә Ул тирә-яғына ҡарап, Үҙенә ҡағылған кешене эҙләй ине.

[33] Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаға яҡын килде һәм алдына йығылып Уға бөтә дөрөҫлөктө һөйләп бирҙе.

[34] – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.

[35] Ул ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, ғибәҙәтхана башлығы Яирҙың өйөнән килеүселәр башлыҡҡа: – Ҡыҙың вафат булды. Ниңә Остазды мәшәҡәтләп торорға? – тинеләр.

[36] Ғайса иһә был һүҙҙәрҙе ишетеү менән Яирға: – Ҡурҡма, ышан ғына! – тине.

[37] Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яҡубтың ҡустыһы Яхъянан башҡа бер кемгә лә Үҙе менән бергә барырға рөхсәт итмәне.

[38] Ғибәҙәтхана башлығының өйө янында Ғайса ығы-зығы килгән, сеңләп-сеңләп илашҡан кешеләрҙе күрҙе.

[39] – Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.

[40] Унан көлә башланылар. Ғайса, уларҙы тышҡа сығарғас, ҡыҙҙың атаһын, әсәһен, Үҙенең юлдаштарын алып, ҡыҙ ятҡан бүлмәгә инде.

[41] Баланың ҡулынан тотто ла: – Талифа, куми! (Тәржемәһе: «Ҡыҙым, һиңә әйтәм, тор!») – тине.

[42] Ҡыҙ шунда уҡ урынынан торҙо ла йөрөй башланы. Ул ун ике йәштәрҙә ине. Барыһы ла тамам хайран ҡалды.

[43] Ғайса был хаҡта һис кем белергә тейеш түгеллеген ҡәтғи рәүештә киҫәтте, ә ҡыҙ балаға ашарға бирергә ҡушты.

Марк — Chapters