[1] Ғайса тағы ғибәҙәтханаға инде. Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине.
[2] Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.
[3] Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине.
[4] Ә тегеләрҙән: – Шәмбе көндө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме? – тип һораны. Тегеләр өндәшмәне.
[5] Ғайса, уларҙың ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, асыулы ҡараш ташланы ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙыуға ҡулы һауыҡты.
[6] Фарисейҙар иһә ғибәҙәтхананан сығып китеп, шунда уҡ Ирод батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек тә һәләк итеү тураһында кәңәшҡорҙо.
[7] Ғайса шәкерттәре менән күлгә табан йүнәлде. Уға Галилеянан күп һанлы кеше эйәрҙе. Шулай уҡ Йәһүҙиәнән дә,
[8] Иерусалимдан да, Идумеянан, Иордан аръяғынан, Тир һәм Сидон тирәләренән дә, Уның ҡылған эштәре тураһында ишетеп, әллә күпме халыҡ килде.
[9] Ғайса, күмәк халыҡ араһында ҡыҫылып ҡуймаҫ өсөн, шәкерттәренә берәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты.
[10] Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.
[11] Эстәренә ен эйәләшкән кешеләр ҙә, Уны күреү менән алдына йығылып: – Һин – Алла Улы! – тип ҡысҡырҙы.
[12] Әммә Ғайса уларҙы Үҙенең кемлеге хаҡында һөйләүҙән ҡаты итеп тыйҙы.
[13] Ул, тауға менеп, Үҙе теләгән кешеләрҙе янына саҡырҙы. Улар килгәс,
[14] араларынан ун икеһен Үҙе менән бергә булһындар өсөн һайлап алды. Уларҙы илселәр тип атап, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә сығарып ебәрҙе,
[15] ендәрҙе ҡыуып сығарырға вәкәләт бирҙе.
[16] Бына ул Ғайса тарафынан тәғәйенләнгән ун ике шәкерт: Ғайса Петр тип атаған Симон,
[17] Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя – Ғайса уларҙы Воанергес, йәғни «Күк күкрәү улдары» тип атаны,
[18] Андрей, Филипп, Варфоломей, Матфей, Фома, Алфей улы Яҡуб, Фаддей, Көрәшеүсе Симон
[19] һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.
[20] Ғайса өйгә инде. Унда тағы күп кеше йыйылып китте, шунлыҡтан Ғайса менән шәкерттәре хатта тамаҡ та ялғай алманы.
[21] Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр.
[22] Иерусалимдан килгән ҡанун белгестәре: – Уның эсендә Веельзевул бар! Ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара, – тинеләр.
[23] Ғайса, уларҙы Үҙенең янына саҡырып алып, кинәйә менән һөйләй башланы: – Нисек итеп Иблис үҙен үҙе ҡыуып сығара алһын?
[24] Әгәр ҙә халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышһа, был батшалыҡ тороп ҡала алмаҫ,
[25] кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә лә тарҡалыр.
[26] Иблис Иблисте ҡыуып сығара икән, тимәк, үҙ-үҙенә ҡаршы һуғыша һәм был уның ахыры булыр.
[27] Көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәһә, берәү ҙә уның мөлкәтен талап сыға алмаҫ. Тәүҙә бәйләр, шунан ғына талар.
[28] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөтәһе лә – кешеләрҙең гонаһтары ла, ниндәй ҙә булһа көфөр һүҙҙәре лә – кисерелер.
[29] Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы хурлау һүҙе әйтһә, мәңге кисерелмәҫ, ул мәңгелек гонаһта ғәйепле.
[30] Ғайса быларҙы тегеләрҙең, Уға ен эйәләшкән, тип әйткәненә күрә һөйләне.
[31] Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар.
[32] Ғайсаның эргәһендә күп кеше ултыра ине, улар: – Ана, тышта һине әсәйең менән ҡустыларың көтә, – тинеләр.
[33] – Минең әсәйем менән туғандарым кем? – тине Ғайса, уларға яуап итеп.
[34] Шунан Үҙе тирәләй ултырғандарға ҡарап былай тине: – Бына былар Минең әсәйем менән Минең туғандарым!
[35] Кем Алла ихтыярын үтәй, шул Минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә.