[1] Ике көндән һуң Ҡотҡарылыу һәм Сөсө күмәс байрамы булырға тейеш ине. Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтереү әмәлен эҙләне.
[2] «Халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында булмаһын», – тине улар.
[3] Ғайса Вифанияла махаулы Симонда ашта саҡта, бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде. Ул, һауытты ватып, майҙы Уның башына ҡойҙо.
[4] Ҡайһы берәүҙәр, асыуланып, бер-береһенә: – Ниңә был майҙы шулай әрәм итергә?
[5] Уны өс йөҙҙән артыҡ динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп ҡатынды шелтәләнеләр.
[6] Ғайса иһә уларға былай тине: – Теймәгеҙ уға, ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул.
[7] Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
[8] Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне.
[9] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
[10] Шунда Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш руханиҙар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте.
[11] Тегеләр быны ишетеп шатланды, уға аҡса бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.
[12] Сөсө күмәс байрамының Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынған тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайсанан: – Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа ашағың килә? Беҙ барып әҙерләйек, – тип һоранылар.
[13] – Ҡалаға барығыҙ, – тине Ул ике шәкертен ебәреп. – Унда һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар, уның артынан эйәрегеҙ.
[14] Ул ингән өйҙөң хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ.
[15] Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән йыһазлы ҙур бүлмәне күрһәтер. Беҙгә ашты шунда яраштырығыҙ.
[16] Шәкерттәр ҡалаға китте һәм, бөтөнөһөн Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләне.
[17] Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде.
[18] Ашап ултырған мәлдә Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
[19] Шәкерттәре ҡайғырышып, бер-бер артлы Унан: – Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.
[20] Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Ул ун икегеҙҙең береһе – икмәген Минең менән бер һауытҡа манып ашаусы.
[21] Әҙәм Улы Изге Яҙмала яҙылғандағыса китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
[22] Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алығыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
[23] Шунан кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә бирҙе. Барыһы ла шул кәсәнән эсте.
[24] – Был – Минең күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
[25] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин йөҙөм шарабын башҡаса эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса уларға.
[26] Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, Зәйтүн тауына киттеләр.
[27] – Һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен, һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
[28] Әммә үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барырмын, – тине Ғайса уларға.
[29] – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.
[30] – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине уға Ғайса.
[31] Петр тағы ла ҡатыраҡ итеп: – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, һинән ваз кисмәйәсәкмен! – тине. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
[32] Улар Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ғайса шәкерттәренә: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ, Мин доға ҡылып алайым, – тине.
[33] Ул Үҙе менән Петрҙы, Яҡубты һәм Яхъяны алды. Уны ҡурҡыу һәм хәүеф солғап алды.
[34] Ғайса шәкерттәренә былай тине: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ!
[35] Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән йығылып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Үҙен урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:
[36] – Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
[37] Ғайса әйләнеп килгәндә, өс шәкерте лә йоҡлай ине. – Симон, йоҡлап ятаһыңмы? Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға. –
[38] Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
[39] Ғайса тағы ситкә китте, шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп, доға ҡылды.
[40] Ҡабат әйләнеп килгәндә, шәкерттәре йәнә йоҡлай ине: уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне.
[41] Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла.
[42] Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.
[43] Ул һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар тарафынан ебәрелгән ҡылыс һәм суҡмарҙар тотҡан кешеләр төркөмө бар ине.
[44] Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны тотоғоҙ ҙа ышаныслы һаҡ аҫтында алып китегеҙ», – тип әйтеп, улар менән алдан уҡ һүҙ ҡуйышҡайны.
[45] Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды.
[46] Ғайсаны шунда уҡ тотоп, ҡулға алдылар.
[47] Ғайсаның эргәһендәгеләрҙең береһе ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
[48] – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин?
[49] Көн һайын Алла Йортонда арағыҙҙа булдым, өйрәттем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.
[50] Шул саҡ барыһы ла Уны ташлап ҡасып китте.
[51] Яланғас тәненә япма бөркәнгән бер егет Ғайса артынан эйәрҙе. Уны тотоп алдылар,
[52] ләкин ул, япмаһын тегеләрҙең ҡулында ҡалдырып, яланғас хәлдә ҡасып китте.
[53] Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды.
[54] Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы.
[55] Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы.
[56] Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне.
[57] Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп:
[58] – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр.
[59] Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне.
[60] Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны.
[61] Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны.
[62] – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!
[63] Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе: – Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк?
[64] Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште.
[65] Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо.
[66] Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә,
[67] усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.
[68] Әммә Петр: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
[69] Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине.
[70] Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр.
[71] Ә Петр: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы.
[72] Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе.