Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 8:36

[1] Ғайса унан китеп, Үҙе йәшәгән ҡалаға ҡайтты. Шәкерттәре лә Уға эйәрҙе.

[2] Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала өйрәтә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңлап ултырҙы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиеште улар. –

[3] Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡубтың, Иосияның, Йәһүҙәнең һәм Симондың ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме? – тиешеп, Унан йөҙ борҙолар.

[4] – Пәйғәмбәр һәр ерҙә ихтирам ителә, бары тик үҙ ҡалаһында, үҙ туғандары араһында һәм үҙ ғаиләһендә генә хөрмәт күрмәй, – тине Ғайса уларға.

[5] Шунлыҡтан Ул бында бер ниндәй ҙә мөғжизә ҡыла алманы, ҡулдарын ҡуйып, ҡайһы бер сирлеләрҙе генә һауыҡтырҙы.

[6] Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, өйрәтеп йөрөнө.

[7] Ул ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға шаҡшы рухтар өҫтөнән вәкәләт биреп, икешәрләп-икешәрләп кешеләр араһына сығарып ебәрҙе.

[8] Сәфәргә үҙҙәре менән юл таяғынан башҡа бер нәмә лә: икмәк тә, биштәр ҙә алмаҫҡа, билбауҙарына аҡса ла төйнәмәҫкә ҡушты.

[9] Бары тик аяҡтарына кейергә рөхсәт итте һәм ике ҡат күлдәк кеймәҫкә ҡушты.

[10] – Ҡайһы өйгә инәһегеҙ, үҙегеҙ ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. –

[11] Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

[12] Улар юлға сығып, кешеләрҙе тәүбә итергә өндәп йөрөнөләр,

[13] күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙылар һәм, зәйтүн майы һөртөп, байтаҡ ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙылар.

[14] Ғайсаның исеме киң таралғас, был хаҡта Ирод батшаға ла барып ишетелде. Берәүҙәрҙең әйтеүенсә: «Сумдырыусы Яхъя үленән терелеп торған, шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар».

[15] Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне.

[16] Ә Ирод, был һүҙҙәрҙе ишеткәс: – Мин башын киҫтергән Сумдырыусы Яхъя ул! – тине. – Ул үленән терелеп торған.

[17] Ирод үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында Яхъяны ҡулға алдырып, төрмәгә яптыртҡайны. Сөнки Ирод был ҡатынға өйләнгәндә Яхъя уға: «Һиңә ағайыңдың ҡатынын алырға ярамай», – тигәйне.

[19] Шуның өсөн Иродиада, үпкә һаҡлап, Яхъяны үлтерергә теләй, тик ҡулынан ғына килмәй ине, сөнки

[20] Яхъяның тәҡүә һәм изге кеше булғанын белгәнгә күрә, Ирод унан ҡурҡа һәм ҡурсалай торғайны. Яхъяның һүҙҙәренән ҙур хафаға төшһә лә, уны бик теләп тыңлай ине.

[21] Әммә бына Иродиада өсөн уңайлы көн килде. Ирод үҙенең тыуған көнө айҡанлы юғары дәрәжәле түрәләрҙе, ғәскәриҙәр башлыҡтарын һәм Галилеяның мәртәбәле кешеләрен мәжлескә саҡырҙы.

[22] Шул ваҡыт Иродиаданың ҡыҙы инеп бейене. Уның бейеүе Иродҡа ла, ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны. Батша уға: – Минән нимә теләһәң, шуны һора. Һорағаныңды бирермен, – тине.

[23] – Һораһаң, хатта батшалығымдың яртыһын бирәм, – тип ант итте.

[24] Ҡыҙ әсәһе янына сыҡты: – Мин нимә һорайым икән? – Сумдырыусы Яхъяның башын һора, – тип яуапланы әсәһе.

[25] Ҡыҙы шунда уҡ ашығып батша янына инде лә: – Сумдырыусы Яхъяның башын үк ҡоштабаҡҡа һалып, хәҙер миңә алып килеүеңде теләйем! – тип талап итте.

[26] Батша ҙур ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән ант хаҡына ҡыҙҙың үтенесен кире ҡағырға ҡыйманы.

[27] Ул шунда уҡ башкиҫәргә Яхъяның башын килтерергә бойорҙо. Һаҡсы төрмәгә барып Яхъяның башын киҫте.

[28] Уны, ҡоштабаҡҡа һалып, ҡыҙға килтереп бирҙе, ә уныһы әсәһенә тапшырҙы.

[29] Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, уның кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.

[30] Илселәр, Ғайса янына әйләнеп ҡайтҡас, ҡылған эштәре һәм ниҙәргә өйрәтеүҙәре хаҡында һөйләп бирҙе.

[31] – Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ, – тине Ғайса уларға. Сөнки халыҡ бер килеп, бер китеп торғанлыҡтан, уларҙың хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары юҡ ине.

[32] Улар, кәмәгә ултырып, үҙҙәре генә аулаҡ урынға китте.

[33] Шулай ҙа кешеләрҙең күбеһе, ҡуҙғалып киткәндәрен күреп, уларҙы таныны. Һөҙөмтәлә бөтә ҡалаларҙан кешеләр улар бара торған урынға йүгерә-йүгерә алдан уҡ барып еттеләр.

[34] Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Ул уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.

[35] Ваҡыт һуң ине инде, шәкерттәре Уның янына килде: – Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде.

[36] Уларҙы ебәр, тирә-йүндәге утарҙарға, ауылдарға барып, үҙҙәренә ашарға һатып алһындар.

[37] – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Үҙебеҙ барып, уларҙы ашатырға ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тине.

[38] – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? Барып ҡарағыҙ әле, – тине Ул. – Биш икмәк һәм ике балыҡ, – тип яуапланы шәкерттәр, ҡарап килгәс.

[39] Ғайса уларға халыҡты төркөм-төркөм итеп йәшел сиҙәмгә ултыртырға бойорҙо.

[40] Кешеләр йөҙәр, иллешәргә бүленеп, теҙелешеп ултырҙы.

[41] Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алды ла күккә ҡарап шөкөрана ҡылды. Шунан икмәктәрҙе бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә бирҙе. Ике балыҡты ла һәммәһенә бүлде.

[42] Бөтәһе лә туйғансы ашаны.

[43] Икмәктән һәм балыҡтан ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алдылар.

[44] Ә ашаусыларҙан ирҙәр генә лә биш мең кеше ине.

[45] Бынан һуң шунда уҡ Ғайса шәкерттәренә, Ул халыҡ менән хушлашҡан арала кәмәгә ултырып, Үҙенән алдараҡ арғы ярҙағы Вифсаидаға барырға ҡушты.

[46] Халыҡ менән хушлашҡас, Ул доға ҡылырға тип тауға менде.

[47] Кис еткәндә кәмә – күл уртаһында, ә Ул яңғыҙы яр буйында ине.

[48] Шәкерттәрҙең елгә ҡаршы көс-хәл менән ишеүҙәрен күреп, Ғайса таң атып килгән мәлдә күл өҫтөнән атлап улар янына китте. Уларҙы уҙып китергә теләгәйне,

[49] шәкерттәре иһә, Уның күл өҫтөнән атлап килгәнен күреп, өрәктер был, тип уйлап ҡысҡырып ебәрҙеләр.

[50] Уны күреп, барыһының да ҡото алынды. – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине уларға Ғайса.

[51] Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шул мәлдә үк баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.

[52] Сөнки улар икмәк менән булған хәлдән һуң да бер ни ҙә аңламағайны; күңелдәре ҡатҡайны.

[53] Улар, күлде аша сығып, Геннисаретҡа еттеләр һәм яр буйына килеп туҡтанылар.

[54] Кәмәнән төшөүҙәре булды, кешеләр шунда уҡ Ғайсаны танып алды.

[55] Тирә-яҡтан йүгерешеп, Уның ҡайһы ерҙә туҡталғанын ишетеп, шул урынға ауырыуҙарҙы түшәктәре менән күтәреп алып килә башланылар.

[56] Ғайса ҡайҙа ғына бармаһын – берәй ауылғамы, ҡалаға йәки утарҙарғамы, ауырыуҙарҙы майҙандарға килтереп һалдылар. Уның һис юғы кейеменең сабыуына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенделәр. Кем генә ҡағылмаһын, бөтәһе лә һауыҡты.

Марк — Chapters