Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:11

[1] Шәмбе көнө уҙғас, магдалалы Мәрйәм, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм Саломия, Ғайсаның кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар һатып алды.

[2] Аҙнаның беренсе көнөндә иртән иртүк, ҡояш сығыу менән улар ҡәбер янына килде.

[3] Юлда бер-береһенә: – Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташты беҙгә кем шылдырып бирер икән? – тиештеләр.

[4] Килеп еткәс ҡараһалар – таш ситкә ауҙарылғайны. Ә ул таш бик ҙур ине.

[5] Ҡәбер эсенә инеү менән, уң яҡта ултырған аҡ кейемле бер егетте күреп, ҡоттары осто.

[6] – Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.

[7] Һеҙ барып Уның шәкерттәренә һәм Петрға: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.

[8] Ҡатындар, ҡәбер эсенән сыҡҡас, аптырауҙан ҡалтырана-ҡалтырана тороп йүгерҙеләр, бер кемгә бер ни әйтмәнеләр, сөнки улар бик ныҡ ҡурҡҡайны.

[9] Аҙнаның беренсе көнөндә, иртән иртүк, үленән терелеп торғас, Ғайса иң тәүҙә магдалалы Мәрйәмгә күренде. Ул был ҡатындың эсенән ете енде ҡыуып сығарғайны.

[10] Мәрйәм Ғайсаны күреүе тураһында элек Уның менән бергә булғандарға хәбәр итте. Улар, хәсрәткә төшөп, илай инеләр,

[11] Ғайсаның иҫән булыуын һәм Мәрйәмдең Уны күреүен ишетһәләр ҙә, ышанманылар.

[12] Бынан һуң шәкерттәрҙең икеһенә, ауылға китеп барғандарында, Ғайса башҡа ҡиәфәттә күренде.

[13] Улар, ҡайтҡас, был турала бүтәндәргә хәбәр итте, ләкин уларға ла ышанманылар.

[14] Ниһайәт, Ғайса ашап ултырған ун бер шәкертенә күренде. Уларҙы ышанмағандары, күңелдәренең ҡаты булғаны өсөн шелтәләне, сөнки улар үленән терелеп торған Ғайсаны күргән кешеләргә ышанманы.

[15] Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.

[16] Иманға килеп, һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгән кеше ҡотҡарыласаҡ, ә ышанмаған иһә хөкөм ителәсәк.

[17] Иманға килгәндәрҙе ошо билдәләр оҙатып йөрөр: улар Минең исемемде әйтеп, ендәрҙе ҡыуып сығарыр, яңы телдәрҙә һөйләшер,

[18] ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарарын күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.

[19] Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.

[20] Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.

Марк — Chapters