Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:02

[1] Иерусалимға яҡынлашҡанда, Виффагиянан һәм Вифаниянан йыраҡ түгел, Зәйтүн тауы янында, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.

[2] – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, – тине уларға. – Унда инеү менән бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ.

[3] Әгәр ҙә берәйһе: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һораһа, «Ул Хужаға кәрәк, Хужа уны тиҙ үк ҡайтарып бирер», – тип әйтегеҙ.

[4] Шәкерттәре, урам буйында ишек алдына бәйләп ҡуйылған йәш ишәкте тапты. Улар уның бәйен сискәндә,

[5] шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре уларҙан: – Ниңә һеҙ ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораны.

[6] Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләр уларҙы тотҡарламаны.

[7] Ишәкте Ғайса янына алып килеп, өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалдылар. Ғайса ишәккә атланды.

[8] Кешеләрҙең күбеһе өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәне, башҡалары иһә яландағы хөрмә ботаҡтарын һындырып һалды.

[9] Алдан барыусылар ҙа, Уның артынан килеүселәр ҙә: – Осанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын!

[10] Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән батшалығы мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.

[11] Ғайса, Иерусалимға инеп, Алла Йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Вифанияға китте.

[12] Иртәгәһе көндө, Вифаниянан сыҡҡан мәлдәрендә, Ғайса асыҡҡанын тойҙо.

[13] Алыҫта япраҡҡа күмелеп ултырған инжир ағасын күреп, емеше булмаҫмы, тип уның янына килде, әммә япраҡтан башҡа бер нәмә лә тапманы: инжир ваҡыты етмәгәйне әле.

[14] Ғайса ағасҡа: – Һинең емешеңде бер ҡасан да һис кем ашамаһын! – тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо.

[15] Улар Иерусалимға килде. Алла Йортона инеү менән, Ғайса ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.

[16] Алла Йорто аша үҙҙәре менән бер нәмә лә алып үтергә рөхсәт итмәне.

[17] Ғайса уларҙы өйрәтеп: – Изге Яҙмала: «Минең Йортом бар халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталасаҡ», – тип әйтелмәгәнме ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тине.

[18] Был хаҡта ишеткәс, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Уны һәләк итеү әмәлен эҙләне. Бөтә халыҡ Уның өйрәткәндәрен таң ҡалып тыңлағанға күрә, Унан ҡурҡтылар.

[19] Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте.

[20] Икенсе көндө иртән инжир ағасы янынан үтеп барғанда, уның тамырына тиклем ҡороғанын күрҙеләр.

[21] Петр иһә, кисә нимә булғанын хәтерләп, Ғайсаға: – Остаз! Ҡара әле, Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған, – тине.

[22] Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Аллаға ышанысығыҙ булһын!

[23] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.

[24] Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер.

[25] Доға ҡылып торған саҡта, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны ғәфү итегеҙ. Шул ваҡытта Күктәге Атағыҙ ҙа һеҙҙең насар ғәмәлдәрегеҙҙе кисерер.

[27] Улар тағы Иерусалимға килде. Алла Йортонда йөрөгән сағында, Ғайса янына баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килде.

[28] – Быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораны улар.

[29] – Мин һеҙгә бер һорау бирәм, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә яуап ҡайтарһағыҙ, Мин дә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтермен.

[30] Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме? Яуап бирегеҙ әле Миңә!

[31] Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ», – тип һораясаҡ;

[32] «Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр. Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.

[33] Улар Ғайсаға: – Белмәйбеҙ, – тип яуапланы. – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тине Ғайса.

Марк — Chapters