Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:41

[1] Бер нисә көндән һуң Ғайса ҡабат Капернаумға килгәс, Уның өйҙә булыуы хаҡында хәбәр таралды.

[2] Шул тиклем күп кеше йыйылды, хатта ишек алдында урын да ҡалманы. Ғайса уларға Алла һүҙен вәғәзләне.

[3] Шул ваҡыт дүрт кеше Уға паралич һуҡҡан берәүҙе күтәреп алып килде.

[4] Ләкин, халыҡ араһынан үтә алмағанлыҡтан, улар Ғайса булған өйҙөң ҡыйығын һүтеп, паралич һуҡҡан кешене, ятҡан түшәге менән, шул тишектән төшөрҙөләр.

[5] Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.

[6] Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:

[7] – Нимә һөйләй Ул? Был бит көфөр һүҙ! Гонаһтарҙы бер Алланан башҡа кем кисерә ала? – тип уйланы.

[8] Ғайса шунда уҡ Үҙ рухы менән уларҙың фекерен һиҙеп былай тине: – Ни өсөн һеҙ эстән генә шулай уйлайһығыҙ?

[9] Паралич һуҡҡан кешегә нимә тип әйтеү еңелерәк: «Һинең гонаһтарың кисерелде», – типме, әллә: «Тор, түшәгеңде ал да атлап кит», – типме?

[10] Ләкин шуны белегеҙ: Әҙәм Улының ерҙә гонаһтарҙы кисерергә хакимлығы бар.

[11] – Шунан Ғайса паралич һуҡҡан кешегә өндәште: – Һиңә әйтәм, тор, түшәгеңде ал да өйөңә ҡайт!

[12] Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.

[13] Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде һәм Ғайса уларҙы өйрәтте.

[14] Үтеп барышлай Ул, һалым йыйыу урынында ултырған Алфей улы Левийҙы күреп: – Миңә эйәр! – тине. Левий, тороп, Уның артынан китте.

[15] Бына Ғайса Левийҙың өйөндә табында ултыра. Өҫтәл артында Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бергә күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар ҙа бар ине. Улар күпләп Ғайсаға эйәргәйне.

[16] Фарисейҙар араһындағы ҡанун белгестәре, Ғайсаның шундай кешеләр менән бергә ашап ултырыуын күреп, Уның шәкерттәренә: – Нисек Ул һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бер табындан ашай ала? – тинеләр.

[17] Ғайса быны ишетеп: – Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк. Мин тәҡүә кешеләрҙе түгел, ә гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем, – тине.

[18] Бер көндө, Яхъяның шәкерттәре һәм фарисейҙар ураҙа тотҡанда, ҡайһы берәүҙәр Ғайсаға килеп: – Ни өсөн Яхъяның да, фарисейҙарҙың да шәкерттәре ураҙа тота, ә Һинекеләр тотмай? – тип һоранылар.

[19] Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Кейәү үҙҙәре менән бергә булғанда, туйҙағы ҡунаҡтар ураҙа тотормо? Кейәү араларында икән, әлбиттә, ураҙа тотмаҫтар.

[20] Әммә килер бер көн: кейәү яндарынан алыныр, шул ваҡытта улар ураҙа тотор.

[21] Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр.

[22] Шулай уҡ бер кем дә яңы шарапты иҫке турһыҡҡа һалмай. Юғиһә, шарап турһыҡты йыртыр ҙа, шарап та, турһыҡ та әрәм булыр. Яңы шарапты яңы турһыҡтарға тултыралар.

[23] Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Шәкерттәре юл ыңғайында башаҡтарҙы өҙә башланы.

[24] Фарисейҙар Ғайсанан: – Ҡара, ни өсөн улар шәмбе көнө эшләргә ярамағанды эшләйҙәр? – тип һораны.

[25] Ғайса уларҙан: – Мохтаж сағында, үҙе лә, янындағылар ҙа асыҡҡас, Дауыттың нимә эшләгәне тураһында бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тип һораны.

[26] Ул, иң баш рухани Авиафар осоронда, Алла Йортона ингән. Руханиҙарҙан башҡа һис кемгә ашарға рөхсәт ителмәгән, Аллаға бағышланған икмәктәрҙе ашаған, янындағыларға ла биргән.

[27] Шунан Ғайса уларға: – Кеше шәмбе көн өсөн түгел, ә шәмбе көн кеше өсөн яратылған, – тине. –

[28] Шуға күрә Әҙәм Улы шәмбе көнөнөң дә хужаһы.

Марк — Chapters