[1] Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.
[2] – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.
[3] Баш руханиҙар Уны күп нәмәләрҙә ғәйепләне.
[4] Пилат Унан тағы: – Бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. – Ҡара, нисек ғәйепләйҙәр Һине!
[5] Ләкин Ғайса яуап итеп бер ни өндәшмәне. Быға Пилат бик ныҡ ғәжәпләнде.
[6] Пилат, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны.
[7] Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине.
[8] Халыҡ төркөмө, Пилат янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы.
[9] – Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан,
[10] сөнки ул баш руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биреүҙәрен белә ине.
[11] Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.
[12] – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә.
[13] – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар.
[14] – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат!
[15] Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.
[16] Ғәскәриҙәр, Уны идарасы һарайының, йәғни преториумдың ихатаһына индереп, барлыҡ ғәскәрҙе шунда саҡырҙы.
[17] Улар Ғайсаға ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙереп, башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар ҙа:
[18] – Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы! – тип тәбрикләргә керештеләр.
[19] Уның башын таяҡ менән туҡманылар, өҫтөнә төкөрҙөләр, алдына тубыҡланып, Уға баш эйҙеләр.
[20] Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге ҡуйы ҡыҙыл кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.
[21] Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте.
[22] Ғайсаны Голгофа, йәғни тәржемәлә «Баш һөйәге урыны» тип аталған урынға алып килделәр.
[23] Уға мирра ҡатыш шарап бирҙеләр, ләкин Ул эсмәне.
[24] Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар һәм, кемгә нимә тейер, тип йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлештеләр.
[25] Уны ҡаҙаҡлағанда иртәнге сәғәт туғыҙ ине.
[26] Ғайсаның ғәйебен күрһәтеүсе яҙыуҙа: «Йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙылғайны.
[27] Ғайса менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – ҡаҙаҡланылар.
[29] Үтеп-һүтеп йөрөүселәр иһә, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл итеп: – Эй Һин, Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе!
[30] Үҙеңде Үҙең ҡотҡар, төш арҡысаҡтан! – тинеләр.
[31] Шулай уҡ ҡанун белгестәре менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡыллап, бер-береһенә: – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай.
[32] Мәсих, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер күҙ алдыбыҙҙа арҡысаҡтан төшһөн, ана шунда ғына беҙ Уға ышанырбыҙ! – тинеләр. Хатта Уның менән бергә ҡаҙаҡланғандар ҙа Уны мәсхәрә итте.
[33] Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.
[34] Ә сәғәт өстә Ғайса көслө тауыш менән: – Элои, Элои, лама савахфани? – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Был «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың?» тигәнде аңлата.
[35] Бында тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ана, Ильясты саҡыра! – тиеште.
[36] Ә береһе, йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе. – Туҡтағыҙ! Әйҙә ҡарайыҡ: Ильяс Уны арҡысаҡтан төшөрөргә килерме икән? – тине.
[37] Ғайса көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе лә, йән бирҙе.
[38] Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте.
[39] Арҡысаҡ ҡаршыһында торған йөҙбашы, Ғайсаның шулай йән биреүен күргәс: – Был Кеше ысынлап та Алла Улы булған икән! – тине.
[40] Был хәлдәргә йыраҡтан ғына ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡарап торҙо. Улар араһында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, шулай уҡ кесе Яҡуб менән Иосияның әсәһе Мәрйәм һәм Саломия ла бар ине.
[41] Ғайса Галилеяла булған саҡта, был ҡатындар Уға эйәреп йөрөгәйне һәм хеҙмәт иткәйне. Бында Уның менән бергә Иерусалимға килгән күп кенә бүтән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине.
[42] Кис етеп килә ине. Ул көн байрамға әҙерлек көнө, йәғни шәмбе алды булды.
[43] Юғары кәңәшмәнең арҙаҡлы ағзаһы, Аримафейҙан Йософ – ул да Алла Батшалығы килеүен көтә ине – Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны.
[44] Пилат Ғайсаның шулай тиҙ үлгәненә аптыраны. Йөҙбашын саҡырып: – Күптән үлдеме? – тип һораны.
[45] Йөҙбашы быны раҫлағас, Пилат Йософҡа Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт итте.
[46] Йософ етен туҡыма һатып алды, кәүҙәне, арҡысаҡтан төшөрөп, уға ураны һәм таш ҡаяны өңөп яһалған ҡәбергә алып барып һалды. Шунан ул ҡәбер ауыҙына бер таш терәп ҡуйҙы.
[47] Ә магдалалы Мәрйәм менән Иосияның әсәһе Мәрйәм Ғайсаның ҡайҙа һалынғанын күҙәтеп торҙо.