[1] Иерусалимдан килгән фарисейҙар һәм ҡайһы бер ҡанун белгестәре Ғайса янына йыйылды.
[2] Улар Уның ҡайһы бер шәкерттәренең икмәкте бысраҡ, йәғни йыуылмаған ҡул менән тотоп ашауын күргәйне.
[3] Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине.
[4] Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе.
[5] Фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсанан: – Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай? – тип һоранылар.
[6] Ғайса уларға: – Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән, – тип яуапланы. – Изге Яҙмала яҙылғанса: «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
[7] Миңә бушҡа табыналар, кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр».
[8] Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ.
[9] Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –
[10] Муса: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм: «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тип әйткән бит.
[11] Ә һеҙ, әгәр ҙә кеше атаһына йәки әсәһенә: «Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте ҡорбан (йәғни Аллаға бүләк) тип вәғәҙә иттем», – тип әйтә икән,
[12] ул кешегә атаһы йәки әсәһе өсөн башҡа бер ни ҙә эшләргә рөхсәт ителмәй, тип өйрәтәһегеҙ.
[13] Үҙегеҙ үк өйрәткән йолағыҙ менән һеҙ Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ. Бына шуға оҡшаған күп эштәр ҡылаһығыҙ.
[14] Ул халыҡты ҡабат саҡырып алып: – Бөтәгеҙ ҙә Мине тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ!
[15] Кешене тыштан ингән һис нәмә бысрата алмай, әммә уны эсенән сыҡҡаны бысрата, – тине.
[17] Ғайса халыҡты ҡалдырып өйгә ингәс, шәкерттәре Унан был һүҙҙәрҙе аңлатыуын һораны.
[18] – Әллә һеҙ ҙә төшөнмәйһегеҙме? – тине Ул. – Кеше эсенә тыштан ингән бер нәмәнең дә уны бысрата алмауын аңламайһығыҙмы?
[19] Сөнки ул уның йөрәгенә түгел, ә ҡарынына инә һәм сығарып ташлана! (Бының менән Ғайса бөтә ризыҡтың да хәләл булыуын белдерҙе.)
[20] Ул һүҙен дауам итте: – Кешенең эсенән нимә сыға, шул уны бысрата;
[21] яуыз ниәттәр – фәхешлек, урлашыу, кеше үлтереү,
[22] зинасылыҡ, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбәхәтлек, мәкер-ялған, аҙғынлыҡ, көнсөллөк, яла яғыу, тәкәбберлек, ахмаҡлыҡ – кешенең эсенән, йөрәгенән сыға.
[23] Бөтөн был яманлыҡтар кешенең эсенән сығып уны бысрата ла инде.
[24] Бынан Ғайса Тир төбәгенә юл тотто. Бында бер өйгә инде. Был хаҡта бер кемдең дә белеүен теләмәгәйне, тик йәшенеп ҡала алманы.
[25] Бәләкәс ҡыҙының эсенә ен эйәләшкән бер ҡатын Уның тураһында ишетеп ҡалды ла, килеп аяғына йығылды.
[26] Тыумышы менән Сүриә Финикияһынан булған был ҡатын мәжүси ине. Ул Ғайсанан ҡыҙының эсендәге енде ҡыуып сығарыуын үтенде.
[27] – Тәүҙә балалар ашап туйһын, – тине Ғайса уға. – Икмәкте балаларҙан алып эттәргә ырғытыу яҡшы түгел.
[28] – Әфәндем, – тип яуап бирҙе ҡатын. – Эттәр ҙә бит балаларҙан өҫтәл аҫтына ҡойолған валсыҡтарҙы ашай.
[29] – Шулай яуап биргәнеңә күрә, – тине Ғайса, – бар, өйөңә ҡайт: ҡыҙыңдың эсендәге ен сыҡты.
[30] Ҡатын өйөнә әйләнеп ҡайтҡас, ҡыҙының иҫән-һау килеш түшәктә ятҡанын күрҙе. Ен уның эсенән сыҡҡайны инде.
[31] Ғайса, Тир төбәгенән китеп, Сидон аша Галилея күленә, Ун Ҡала өлкәләренә сыҡты.
[32] Уның янына һаңғырау һәм тотлоғоп һөйләшкән кешене алып килделәр, Ғайсаның уға ҡулдарын ҡуйыуын үтенделәр.
[33] Ғайса уны халыҡ төркөмөнән ситкә алып китте. Икәүҙән-икәү ҡалғас, бармаҡтарын уның ҡолаҡтарына тыҡты ла, төкөрөп, теленә ҡағылды.
[34] Күккә ҡарап көрһөндө лә: – Еффафа! (Йәғни «Асыл!») – тине.
[35] Шунда уҡ теге кешенең ҡолаҡтары асылды, теле сиселде, һәм ул асыҡ итеп һөйләшә башланы.
[36] Ғайса бер кемгә лә был хаҡта һөйләмәҫкә ҡушты. Әммә Ул тыйған һайын, улар тағы ла күберәк һөйләне.
[37] Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.