Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:33

[1] Ғайса тағы Галилея күле буйында кешеләрҙе өйрәтә башланы. Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Шунлыҡтан Ул күлдәге кәмәгә инеп ултырҙы, ә бөтә халыҡ яр буйында баҫып торҙо.

[2] Ғайса уларға күп нәмәләрҙе аңлатып, кинәйәле ҡиссалар менән былай тип өйрәтте:

[3] – Тыңлағыҙ, бына бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан.

[4] Сәскән сағында орлоҡтарҙың бер өлөшө юл буйына төшкән һәм, ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән.

[5] Бәғзеләре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән. Ерҙә тәрән ятмағанлыҡтан, улар тиҙ арала шытып сыҡҡан.

[6] Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.

[7] Орлоҡтарҙың башҡалары сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, уларҙы баҫып киткәнлектән, улар башаҡ бирмәгән.

[8] Ә бүтән орлоҡтар уңдырышлы ергә төшкән, үҫеп күтәрелгән һәм утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә күберәк уңыш биргән.

[9] Ғайса былай тине: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

[10] Үҙҙәре генә ҡалғас, ун ике шәкерт һәм башҡа Уның артынан эйәреүселәр Ғайсанан ҡиссаларҙың мәғәнәһен һораны.

[11] – Һеҙгә Алла Батшалығының серен аңлау бирелгән, тыштағыларға иһә: «Аллаға табан боролмаһындар һәм шул рәүешле, кисерелмәһендәр өсөн, ҡарап та күрмәһендәр, тыңлап та аңламаһындар» өсөн, ҡиссалар аша еткерелә.

[13] – Һеҙ был ҡиссаның мәғәнәһен аңламайһығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Улайһа башҡа ҡиссаларҙы нисек аңларһығыҙ һуң?

[14] Сәсеүсе һүҙ сәсә.

[15] Юл буйына төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә шунда уҡ Иблис килеп, уларҙың күңелдәренә сәселгән һүҙҙе алып китә.

[16] Ташлы урынға сәселгән орлоҡ шуны аңлата: һүҙҙе ишетеү менән, кешеләр уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә,

[17] әммә, үҙендә тамырҙары булмағанлыҡтан, һүҙҙе ваҡытлыса ғына тота. Аҙаҡ, һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһалар йәки эҙәрләүгә юлыҡһалар, улар тиҙ үк сигенә.

[18] Сәнскәк араһына сәселгән орлоҡ иһә шуны аңлата:

[19] кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.

[20] Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.

[21] Ғайса уларға былай тине: – Шәмде һауыт менән ҡаплар йәки һике аҫтына ҡуйыр өсөн индерәләрме ни? Шәмдәлгә ултыртып ҡуйыу өсөн түгелме һуң?

[22] Һәр йәшерен нәмә фаш итеү өсөн генә йәшерен һәм һәр сер асылыу өсөн генә сер.

[23] Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

[24] Ғайса һүҙен дауам итте: – Әйткәнемде иғтибарға алығыҙ: ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер һәм тағы өҫтәлер.

[25] Кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.

[26] Ғайса тағы ла былай тине: – Алла Батшалығы бына ниндәй: әйтәйек, кеше ергә орлоҡ сәсә,

[27] унан төндә йоҡлай, көндөҙөн тора, ә ул арала орлоҡ шытып сыға, үргә тартыла. Кеше бының нисек булыуын белмәҫ тә.

[28] Ер үҙенән-үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала.

[29] Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр саҡ еткән була.

[30] – Алла Батшалығын беҙгә нимә менән сағыштырырға һәм нисек итеп тасуирларға? – тине Ғайса. –

[31] Ул горчица орлоғона оҡшаған. Ергә сәскән ваҡытта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ.

[32] Ә инде сәселгәс, үҫеп күтәрелеп, баҡсалағы һәммә үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡҡа әүерелә, дәү ботаҡтар ебәрә һәм уның күләгәһендә ҡоштар оя ҡора.

[33] Ғайса Алла һүҙен ошоға оҡшаш бик күп ҡиссалар ярҙамында халыҡ аңлаған тиклем һөйләне.

[34] Ул ҡисса менән генә һөйләне, ә шәкерттәре менән яңғыҙ ҡалғанда, уларға бөтәһен дә аңлатып бирҙе.

[35] Шул көндө кисен Ғайса шәкерттәренә: – Әйҙәгеҙ, теге яҡ ярға сығайыҡ, – тине.

[36] Халыҡты ҡалдырып, шәкерттәр Уның янына кәмәгә инеп ултырҙы. Башҡа кәмәләр Уға эйәрҙе.

[37] Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде һәм тулҡындар бәрелеүҙән кәмә эсенә һыу тула башланы.

[38] Ғайса иһә, кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп, йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тине.

[39] Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.

[40] – Һеҙ ниңә шулай ҡурҡаҡ? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.

[41] Шәкерттәр иһә бик ныҡ ҡурҡып бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.

Марк — Chapters