[1] Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе Уға: – Остаз! Ҡара әле, ниндәй таштар, ниндәй күркәм биналар! – тип өндәште.
[2] – Бына был мөһабәт биналарҙы күрәһеңме? – тине Ғайса. – Улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
[3] Ул Алла Йорто ҡаршыһындағы, Зәйтүн тауында ултырған саҡта, Петр, Яҡуб, Яхъя, Андрей Уның менән айырым ғына ҡалғас:
[4] – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Уларҙың тиҙҙән ғәмәлгә ашасағын ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
[5] Ғайса һөйләй башланы: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!
[6] Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр.
[7] Яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишеткәндә ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был әле ахыры түгел.
[8] Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән ер тетрәп торор, аслыҡ та булыр. Былар – тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына.
[9] Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.
[10] Әммә уға тиклем бөтә халыҡтарға Һөйөнөслө Хәбәр еткерелергә тейеш.
[11] Һеҙҙе хөкөмгә алып барғанда иһә, нимә һөйләргә, тип алдан борсолмағыҙ: шул мәлдә телегеҙгә ни бирелһә, шуны һөйләгеҙ. Сөнки һеҙ түгел, һеҙҙең урынға Изге Рух һөйләр.
[12] Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.
[13] Минең арҡала бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
[14] Ә инде һеҙ «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.
[15] Өй ҡыйығында булған кеше ниҙер алырға тип аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен,
[16] баҫыуҙағы кеше лә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын.
[17] Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер!
[18] Былар ҡыш мәленә тап килмәһен ине, тип доға ҡылығыҙ.
[19] Сөнки ул көндәрҙә, Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.
[20] Әгәр ҙә Раббы ул көндәрҙе ҡыҫҡартмаһа, һис кем иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин Раббы Үҙе һайлап алғандар хаҡына ул көндәрҙе ҡыҫҡартты.
[21] Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки: «Ул ана унда!» – тиһә, ышанмағыҙ!
[22] Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
[23] Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.
[24] Ләкин ул көндәрҙә, афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ,
[25] күктән йондоҙҙар ҡойолор, һәм күк көстәре тетрәр».
[26] Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.
[27] Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.
[28] Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙ йәйҙең яҡын икәнлеген беләһегеҙ.
[29] Шуның һымаҡ, ошоларҙың ғәмәлгә ашыуын күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ.
[30] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.
[31] Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
[32] Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.
[33] Һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ! Һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан етәсәген белмәйһегеҙ.
[34] Был сәфәргә сыҡҡан кешегә оҡшаш. Ул үҙ өйөн хеҙмәтселәренә ҡалдырып, уларҙың һәр ҡайһыһына тәғәйен эш ҡушып, ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға бойора.
[35] Һеҙ ҙә уяу булығыҙ! Өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ бит: кис менәнме, төн уртаһындамы, тәүге әтәс ҡысҡырғандамы, йәиһә иртәнсәкме.
[36] Көтмәгәндә ҡайтып инеп, үҙегеҙҙе йоҡлап ятҡан килеш күреп ҡалмаһын!
[37] Һеҙгә әйткәндәремде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ!