Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:59

[1] Иерусалимдағы изгеләр өсөн хәйер йыйыуға килгәндә, Галатиялағы берҙәмлектәргә ниндәй күрһәтмәләр бирһәм, һеҙ ҙә шулай эшләгеҙ.

[2] Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлаһын.

[3] Янығыҙға килгәс, һеҙ һайлап ҡуйған кешеләрҙе, хәйерегеҙҙе тапшырыу өсөн, хат менән Иерусалимға ебәрермен.

[4] Әгәр минең үҙемә лә барырға кәрәк булһа, ул кешеләр минең менән барыр.

[5] Янығыҙға Македония аша үткән саҡта барырмын, сөнки Македонияны урап сығасаҡмын.

[6] Бәлки, бер аҙ янығыҙҙа йәшәрмен, бәлки, хатта ҡышты ла һеҙҙә сығырмын, һәм һеҙ, ҡайҙа ғына йүнәлһәм дә, юлымда миңә ярҙам итерһегеҙ.

[7] Һеҙгә былай ғына, юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әгәр Раббы насип итһә, оҙағыраҡҡа туҡталырға уйлайым.

[8] Ефеста Илленсе көн байрамына тиклем ҡалырмын,

[9] сөнки был ҡалала, Һөйөнөслө Хәбәргә ҡаршылар күп булһа ла, хеҙмәт итеүгә ишектәр киң асыҡ.

[10] Янығыҙға Тимофей килһә, иғтибарлы булығыҙ, уға хәүеф янамаһын, сөнки ул, минең кеүек үк, Раббы эшен башҡара.

[11] Шуның өсөн бер кем дә уға кәмһетеп ҡарамаһын, минең яныма әйләнеп ҡайта алһын өсөн, юлға етерлек кәрәк-яраҡ биреп, именлек менән оҙатығыҙ. Уны мин имандаштар менән бергә көтәм.

[12] Имандашыбыҙ Аполлосҡа килгәндә иһә, мин уның имандаштар менән бергә һеҙгә барыуын ныҡ үтендем, әммә әлегә янығыҙға барырға һис тә теләге юҡ, шулай ҙа уңайы сығыу менән барып етер.

[13] Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ.

[14] Бөтөн нәмәне лә мөхәббәт менән башҡарығыҙ.

[15] Имандаштар, минең һеҙгә үтенесем бар: һеҙ Стефан ғаиләһен беләһегеҙ, улар Ахаияла беренселәрҙән булып Мәсихкә инанды, үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышланы.

[16] Һеҙ үҙегеҙҙе лә шундайҙарға һәм Раббыға хеҙмәт иткәндәргә, арымай-талмай Уға эшләгәндәргә буйһондороғоҙ.

[17] Мин Стефандың, Фортунаттың һәм Ахаиктың килеп етеүенә шатмын, уларҙың килеүе арҡаһында юҡлығығыҙ һиҙелмәне.

[18] Улар минең һәм һеҙҙең рухығыҙҙы тынысландырҙы, ундайҙарҙы хөрмәт итегеҙ.

[19] Асия өлкәһендәге берҙәмлектәр һеҙҙе сәләмләй. Акила менән Прискилла йорттарындағы берҙәмлек менән бергә һеҙҙе Раббыла ҡайнар сәләмләй.

[20] Һеҙҙе бындағы бөтөн имандаштар сәләмләй. Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ.

[21] Мин, Павел, сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам.

[22] Раббыны яратмаусыларға ҡәһәр төшһөн. Раббыбыҙ, кил!

[23] Раббы Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

[24] Минең мөхәббәтем Ғайса Мәсихтекеләрҙең бөтөнөһө менән бергә.

1 Коринфтарға — Chapters