Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:19

[1] Ялған илаһтарға ҡорбан ителгән иткә килгәндә, «был турала бөтөнөбөҙҙөң дә белемебеҙ бар», тиһегеҙ. Был ысынлап та шулай. Әммә белем кешене һауалы итә, ә мөхәббәт – нығыта.

[2] Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә бер ни ҙә белмәй әле.

[3] Алланы яратыусы иһә Алла тарафынан таныла.

[4] Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.

[5] Ерҙә йәки күктә илаһ тип аталғандар булған хәлдә лә (ә ундай «илаһтар» ҙа, «хужалар» ҙа ысынлап күп),

[6] Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.

[7] Ҡайһы берәүҙәр әле һаман ялған илаһтар тураһындағы элекке ҡараштарзан баш тартмай. Ялған илаһтарға килтерелгән ҡорбан итен ашап, улар шуның менән илаһтарҙы таныйбыҙ тип уйлай, шуның менән көсһөҙ выждандары бысрана.

[8] Ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынайтмай. Ашау менән бер нәмәгә лә өлгәшмәйбеҙ, ашамау менән дә бер нәмә лә юғалтмайбыҙ.

[9] Әммә һаҡ булығыҙ: һеҙҙең азат булыуығыҙ бер нисек тә көсһөҙҙәр өсөн абынырға сәбәп булмаһын.

[10] Әгәр берәйһе һинең, аҡылы булған кешенең, ялған илаһ йортонда ашап ултырыуыңды күреп ҡалһа, выжданы көсһөҙ булғанлыҡтан, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән итте ашарға ярай, тип ҡыҙыҡмаҫмы?

[11] Ул саҡта һинең белемең выжданы көсһөҙ булған имандашыңды һәләк итер, Мәсих уның өсөн дә үлде бит.

[12] Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата ла гонаһ ҡылаһығыҙ.

[13] Бына шуға күрә, мин ашаған ризыҡ имандашымды гонаһҡа төшөрөүгә сәбәпсе булһа, уны гонаһҡа этәрмәҫ өсөн ғүмерем буйына ит ашамам.

1 Коринфтарға — Chapters