Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:38

[1] Мин Мәсихтән өлгө алған кеүек, һеҙ ҙә минән өлгө алығыҙ.

[2] Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин өйрәткән нәмәләрҙе теүәл тотоуығыҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.

[3] Әммә мин һәр ирҙең Башы – Мәсих, ҡатындың башы – ир, ә Мәсихтең Башы Алла икәнлеген белеүегеҙҙе теләйем.

[4] Бергәләп доға ҡылырға йыйылғанда башын нимә менәндер ҡаплап доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән һәр ир үҙенең башын оятлы итә.

[5] Ә башын ҡапламайынса доға ҡылған йәки пәйғәмбәрлек иткән ҡатын үҙенең башын оятлы итә, сөнки был хәл ҡатындың сәсе ҡырылыуға бәрәбәр.

[6] Ҡатын башына ябынырға теләмәй икән, сәсен ҡырҡтырып ташлаһын, ә инде сәсенең алыныуын йәки ҡырылыуын оят һанаһа, ул саҡта башына ябынһын.

[7] Шулай итеп, ир кеше Алла һыны һәм Алла данының сағылышы булғанға күрә, башына кейергә тейеш түгел. Ә ҡатында ирҙең даны сағыла,

[8] сөнки ир ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән ҡылынған,

[9] һәм ир ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған.

[10] Шуға күрә, фәрештәләр ҙә белеп торһон өсөн, ҡатын кеше башына ябынырға тейеш. Был хакимлыҡ аҫтында булыуын күрһәтә.

[11] Хәйер, Раббыла ир ҡатынға, ҡатын иргә бәйле.

[12] Ҡатын ирҙән ҡылынһа ла, ир ҡатындан тыуа, һәм икеһе лә бар нәмәне яратҡан Алланан килә.

[13] Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ғибәҙәт мәлендә ҡатын кешегә башына ябынмайынса Аллаға доға ҡылыу килешерме?

[14] Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн хурлыҡ икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң?

[15] Ҡатын кешенең сәсе оҙон булһа, был уның өсөн дан түгелме ни? Сәс уға япма рәүешендә бирелгән дә баһа.

[16] Кемдер был хаҡта бәхәсләшергә теләһә, белһен: беҙҙә лә, Алла берҙәмлектәренең башҡаларында ла икенсе төрлө ғәҙәт юҡ.

[17] Артабанғы күрһәтмәләремә күсәм. Һеҙҙе йыйылыштарҙағы ҡылыҡтарығыҙ өсөн маҡтай алмайым: уларҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк.

[18] Беренсенән, берҙәмлектәге йыйылыштарҙа айырым төркөмдәргә бүленеүегеҙ тураһында ишетеп торам, һәм быға мин ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам.

[19] Әлбиттә, һынауҙы кемегеҙҙең үтә алыуы асыҡланһын өсөн, арағыҙҙа ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың булыуы ла кәрәк.

[20] Әммә һеҙ бергә йыйылһағыҙ ҙа, был Раббының ашын уртаҡлашыу тигән һүҙ түгел бит.

[21] Һәр берегеҙ үҙ ризығын башҡаларҙан алда ашап ҡуйырға ашыға, шуға ла берәүҙәр ас ҡала, икенселәре иһә ашап-эсеп иҫерә.

[22] Һеҙҙең нимә, ашап-эсергә өйөгөҙ юҡмы ни? Әллә һеҙ Алла берҙәмлеген һанға һуҡмайһығыҙ һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетәһегеҙме? Һеҙгә ни тип әйтергә? Маҡтарғамы? Юҡ, бының өсөн һеҙҙе маҡтамайым.

[23] Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып

[24] шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ».

[25] Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ».

[26] Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ.

[27] Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның кәсәһенән эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ.

[28] Шуға ла икмәкте ашар һәм кәсәнән эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш.

[29] Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә.

[30] Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.

[31] Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек.

[32] Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә.

[33] Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ.

[34] Йыйылыуығыҙ Алла тарафынан хөкөм ителмәһен өсөн, ас кеше өйөндә ашаһын. Башҡа күрһәтмәләрҙе янығыҙға барғас бирермен.

1 Коринфтарға — Chapters