Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 7:54

[1] Имандаштар, мин иғлан иткән, һеҙ ҡабул иткән һәм ғүмерегеҙҙең нигеҙенә әйләнгән Һөйөнөслө Хәбәрҙе иҫегеҙгә төшөрәм.

[2] Һөйөнөслө Хәбәр һүҙҙәрен мин вәғәзләгәнсә тотһағыҙ, уның менән ҡотолорһоғоҙ, тотмаһағыҙ – иманға килеүегеҙ юҡҡа булыр.

[3] Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,

[4] Изге Яҙмала яҙылғанса, Ул ерләнде һәм өсөнсө көндә терелтелде,

[5] тәүҙә Кифаға, аҙаҡ ун ике шәкертенә күренде.

[6] Шунан бер үк ваҡытта биш йөҙҙән ашыу имандашына (уларҙың күбеһе әле лә иҫән, ҡайһы берҙәре үлде),

[7] унан һуң Яҡубҡа һәм бөтөн илселәренә күренде,

[8] барыһынан һуң, мин етлекмәй тыуған бала кеүек булһам да, миңә лә күренде.

[9] Дөрөҫөн әйткәндә, мин илселәрҙең иң кесеһе. Алла берҙәмлеген эҙәрлекләгәнем өсөн илсе тип аталырға ла лайыҡ түгелмен.

[10] Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.

[11] Шулай итеп, минме, улармы, беҙ барыбыҙ ҙа бер үк нәмәләрҙе вәғәзләйбеҙ, һәм һеҙ иманға килдегеҙ.

[12] Мәсих тураһында, Ул үленән терелде, тип әйтелә икән, ҡайһы берҙәрегеҙ, үленән терелеү юҡ, тип нисек һөйләй ала һуң?

[13] Үленән терелеү юҡ икән, Мәсих тә үленән терелмәгән булып сыға.

[14] Әгәр Мәсих үленән терелтелмәгән икән, беҙҙең вәғәзләүебеҙ ҙә, һеҙҙең иманығыҙ ҙа буш була.

[15] Өҫтәүенә, беҙ Алла хаҡында ялған шаһиттар булып ҡалыр инек, сөнки Мәсихте Ул терелтте тип шаһитлыҡ ҡылдыҡ. Әммә, үлеләрҙең терелеүе юҡ икән, Алла Мәсихте лә терелтмәгән булып сыға.

[16] Ҡабатлайым: үлеләр терелтелмәһә, Мәсих тә үленән терелтелмәгән була.

[17] Әгәр Мәсих терелтелмәгән икән, һеҙҙең иманығыҙ – буш, һәм һеҙ гонаһтарығыҙ хакимлығы аҫтындаһығыҙ.

[18] Был инде Мәсихкә инанып үлгәндәр ҙә һәләк булды тигәнде аңлата.

[19] Әгәр беҙ Мәсихкә был йәшәүебеҙҙә генә өмөт бағлаһаҡ, бөтөн кешеләргә ҡарағанда ла ҡыҙғанысыраҡ булыр инек.

[20] Әммә Мәсих ысынлап та үленән терелеп торҙо һәм Ул үленән терелгәндәрҙең тәүгеһе булды!

[21] Үлем донъяға берәү аша килгән кеүек, үленән терелеү ҙә бер Кеше аша килде.

[22] Әҙәм арҡаһында барыбыҙ ҙа үлгән кеүек, Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ.

[23] Һәр кем үҙ сиратында: тәүҙә Мәсих, шунан һуң, Ул килгәс, Мәсихтекеләр тереләсәк.

[24] Бынан һуң ахыры килер, Ул һәр төрлө етәкселекте, хакимиәтте, ҡеүәтте юҡҡа сығарып, батшалыҡты Алла һәм Атаһына тапшырыр.

[25] Мәсихкә бөтә дошмандарын Үҙ аяғы аҫтына һалғанға тиклем батшалыҡ итеү тәғәйенләнгән.

[26] Иң һуңғы дошман булып үлем юҡҡа сығарыласаҡ.

[27] Изге Яҙмала: «Алла бар нәмәне Уға буйһондороп, Уның аяҡ аҫтына һалды», – тип әйтелгән. «Бар нәмә Уға буйһондоролдо» тип әйтелгән, әммә был Уға буйһондороусы Алланы үҙ эсенә ала тигәнде аң латмай әлбиттә.

[28] Бөтөн нәмә Мәсихкә буйһондоролғас, Улы ла бар нәмәне Үҙенә буйһондорған Аллаға буйһонасаҡ. Шулай итеп, Алла бөтөн нәмәлә бар буласаҡ.

[29] Үлеләр хаҡына сумдырылғандар ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға?

[30] Ниңә һуң беҙ ҙә ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ?

[31] Мин көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым. Имандаштар, был минең һеҙҙең менән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә ғорурланыуым кеүек үк хаҡ.

[32] Әгәр ҡарашым кешеләрҙекесә генә булған булһа, әгәр үлеләрҙең терелтелеүенә ышанмаһам, Ефеста «йыртҡыстар» менән көрәшеүемдән миңә ни файҙа? Үлеләр терелтелмәһә, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, «ашайыҡ та эсәйек, сөнки иртәгә үләбеҙ!»

[33] Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».

[34] Кәрәгенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.

[35] Кемдер: «Үлеләр нисек терелер? Уларҙың тәне ниндәй булыр?» – тип һорар.

[36] Аҡылһыҙ! Һин сәскән нәмә тәүҙә үлмәһә, яңы ғүмер яралмаясаҡ бит.

[37] Һин, сәскән мәлдә, буласаҡ үҫемлектең үҙен түгел, ә орлоҡ – бойҙайҙың йәки башҡа нәмәнең орлоғон – сәсәһең.

[38] Ә инде Алла уға Үҙе һайлаған тәнде, һәр орлоҡҡа үҙ тәнен бирә.

[39] Бөтөн тәндәр ҙә бер төрлө түгел: кешеләрҙең тәне малдыҡынан айырыла, ҡоштарҙың тәне лә балыҡтарҙыҡы кеүек түгел.

[40] Күктә лә, ерҙә лә есемдәр бар, тик күктәгеләренең матурлығы ерҙәге есемдәрҙекенән айырыла.

[41] Күктәгеләре араһында ҡояштың да, айҙың да, йондоҙҙарҙың да балҡыуы башҡа. Йондоҙҙар ҙа бер-береһенән балҡыуҙары менән айырыла.

[42] Үленән терелеү ҙә шулай буласаҡ: кеше тәне ер эсенә һалынған орлоҡ кеүек. Тәүҙә фани, терелткәс – мәңге үлмәҫлек.

[43] Ҡыҙғаныс булып ер эсенә һалына – дан менән терелә. Зәғиф килеш ерләнә – ҡеүәтле булып терелә.

[44] Йән эйәһе булған тән ер эсенә һалына, ә Рух менән яңыртылған тән терелә. Йән эйәһе булған тән бар икән, Рух менән яңыртылғаны ла бар.

[45] Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.

[46] Әммә тәүгеһе Рухтан яңыртылғаны түгел, ә ерҙәге, шунан һуң ғына Рухтан яңыртылғаны килә.

[47] Тәүге кеше тупраҡ саңынан яратылды. Икенсе Кеше – күктән килде.

[48] Ер саңынан яратылған ниндәй, ерҙекеләр ҙә шундай. Күктән булған ниндәй, күктекеләр ҙә шундай.

[49] Әле тупраҡтан яратылған кеше ҡиәфәтен йөрөткән кеүек, күктән булған кеше ҡиәфәтен йөрөтәсәкбеҙ.

[50] Имандаштар, һеҙгә шуны әйтәм: тәндән һәм ҡандан торғандар Алла батшалығына эйә була алмаҫ, һәм фани булғандар мәңгелекте мираҫ итеп ала алмаҫ.

[51] Һеҙгә сер асам: беҙ бөтөнөбөҙ ҙә үлмәйәсәкбеҙ, әммә һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк –

[52] ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында. Борғо ҡысҡыртҡанда үлеләр мәңгелек булып тереләсәк, ә беҙ, ул ваҡытта тере булғандар, үҙгәрәсәкбеҙ.

[53] Фани булған – мәңгелеккә, ә үлемле үлемһеҙгә әйләнергә тейеш бит.

[54] Был фани, үлемле тән мәңгелек, үлемһеҙ тәнгә әйләнгәс, Изге Яҙмалағы: «Үлем еңеү менән йотолған була».

[55] «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» – тигән һүҙҙәр тормошҡа аша.

[56] Үлемдең ҡаяуы – гонаһ һәм гонаһтың көсө – ҡанун.

[57] Әммә, Аллаға шөкөр, Ул Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша беҙгә еңеү бирә.

[58] Шулай итеп, ҡәҙерле имандаштарым, Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ, Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын беләһегеҙ бит.

1 Коринфтарға — Chapters