Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:46

[1] Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм зирәклек күрһәтергә тип уйламаным.

[2] Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, өҫтәүенә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуынан башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем.

[3] Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.

[4] Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.

[6] Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.

[7] Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.

[8] Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.

[9] Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен бер күҙ ҙә күрмәгән, бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».

[10] Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.

[11] Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй.

[12] Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.

[13] Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.

[14] Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.

[15] Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтөн нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.

[16] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Раббыға кәңәш биреү өсөн Уның аңына кем төшөнгән?» Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.

1 Коринфтарға — Chapters