[1] Дөрөҫөндә, арағыҙҙа фәхешлек, хатта мәжүсиҙәрҙә лә күҙәтелмәгән фәхешлек булыуы тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Берәү үҙенең үгәй әсәһен ҡатыны итеп тота икән.
[2] Ә һеҙ илар урынға маһайған булаһығыҙ. Ундай ҡылыҡлы кешене арағыҙҙан ҡыуырға кәрәк ине бит.
[3] Мин иһә, тәнем менән булмаған хәлдә лә, күңелем менән үҙемде һеҙҙең арала тойоп, ундай эш ҡылыусыны нисек хөкөм итергә хәл иттем:
[4] Раббыбыҙ Ғайса исеме хаҡына йыйылғанығыҙҙа, мин дә күңелем һәм Раббыбыҙ Ғайса ҡөҙрәте менән янығыҙҙа булам,
[5] ул кешене, Раббы көнөндә рухы ҡотҡарылһын, ә тәне һәләк ителһен өсөн, Иблискә тапшырырға кәрәк.
[6] Маһайырға һис урын юҡ. Аҙ ғына әсеткенең тотош ҡамырҙы әсетеүен белмәйһегеҙме ни?
[7] Шулай булғас, яңы ҡамыр булыу өсөн, һеҙгә иҫке әсеткенән таҙарынырға кәрәк. Ысынында иһә һеҙ сөсө ҡамыр, сөнки Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе булған Мәсих беҙҙең хаҡҡа ҡорбан ителде.
[8] Шуға күрә, иҫке – мәкерлек һәм яуызлыҡ әсеткеһенән бешерелгән икмәк менән түгел, ә сөсө – сафлыҡ һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.
[9] Мин хатымда «фәхеш кешеләр менән аралашмағыҙ» тип яҙғайным.
[10] Ләкин донъялағы бөтөн фәхеш кешеләрҙе, шулай уҡ барлыҡ ҡомһоҙҙарҙы, алдаҡсыларҙы, ялған илаһтарға табыныусыларҙы күҙ уңында тотманым, юғиһә һеҙгә донъянан бөтөнләй үк китергә тура килер ине.
[11] Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.
[12] Берҙәмлектән ситтә булғандарҙы хөкөм итеү минең эшем түгел, уларҙы Алла хөкөм итер. Берҙәмлектәгеләрҙе иһә һеҙ хөкөм итергә тейеш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яманлыҡ ҡылыусыларҙы үҙ арағыҙҙан ҡыуығыҙ».