Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:14

[1] Изге Рух тарафынан бирелгән һәләттәргә килгәндә иһә, имандаштар, улар тураһындағы күҙаллауҙарығыҙҙың аныҡ булыуын теләйем.

[2] Хәтерегеҙҙәлер, Мәсихкә ышанмаған сағығыҙҙа, һеҙҙе нимәлер телһеҙ ялған илаһтарға этәрҙе.

[3] Шуның өсөн һеҙгә әйтәм: Алла Рухы менән һөйләүсе бер кем дә «Ғайсаға ләғнәт төшһөн!» тимәй, һәм үҙендә Изге Рух булмаһа, «Ғайса – Раббы» тип әйтә алмай.

[4] Изге Рух биргән һәләттәр төрлө, әммә Рух бер үк.

[5] Хеҙмәт итеүҙең төрҙәре күп, әммә бөтөнөбөҙ ҙә хеҙмәт иткән Раббы бер үк.

[6] Ғәмәлдәр төрлө, әммә уларҙың һәммәһе лә беҙҙә бер үк Алла аша эш итә.

[7] Ләкин Рухтың һәр береһендә уртаҡ файҙаға эш итеүе күренә.

[8] Берәүгә Рух аша аҡыл һүҙе, икенсеһенә Уның аша белем һүҙе бирелә.

[9] Башҡа берәүгә шул уҡ Рух тарафынан махсус иман бирелә, икенсеһенә дауалап-һауыҡтырыу һәләте бүләк ителә.

[10] Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.

[11] Быларҙың барыһын да һәр кемгә һәләтте Үҙе теләгәнсә бүлеп биргән бер үк Рух башҡара.

[12] Мәсих – күп ағзаларға эйә булған тән кеүек; тән күп ағзаларҙан торһа ла, бер бөтөндө тәшкил итә.

[13] Беҙ һәммәбеҙ ҙә: йәһүдтәр һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр, бер Рух менән сумдырылып, бер тән булдыҡ һәм барыбыҙға ла бер үк Рухтан эсеү бирелде.

[14] Тән иһә бер ағзанан түгел, күп ағзаларҙан тора.

[15] Әгәр аяҡ: «Мин, ҡул булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиһә, шуның өсөн генә тәндең бер ағзаһы булыуҙан туҡтармы?

[16] Йәиһә ҡолаҡ: «Мин, күҙ булмағанлыҡтан, тәндеке түгел», – тиеү менән генә тән ағзаһы булып тормаҫмы?

[17] Әгәр бөтөн тән тик күҙҙән генә торһа, нисек ишетә алыр ине? Тотош ҡолаҡтан ғына торһа ла, еҫ һиҙеү тойғоһо ҡайҙан булыр ине?

[18] Әммә Алла тәндә ағзаларҙың һәр береһен Үҙе теләгәнсә урынлаштырған.

[19] Әгәр бөтөнөһө бер ағза булһа, тән ҡайҙа булыр ине һуң?

[20] Һәм бына һөҙөмтәлә ағзалар күп, әммә тән бер генә.

[21] Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», – тип, йәки баш аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», – тип әйтә алмай.

[22] Киреһенсә, тәндең хәлһеҙерәк күренгән ағзаһы нығыраҡ кәрәк.

[23] Беҙ тән өлөшөнөң әллә ни күркәм түгел тип һанаған урындарын нығыраҡ хәстәрләп кейендерәбеҙ. Ә килешһеҙ һаналған өлөштәрен ентекләп йәшерәбеҙ.

[24] Килешле ағзаларыбыҙҙың иһә быға ихтыяжы юҡ. Әммә, тәндә айырмалыҡ булмаһын һәм бөтөн ағзалар бер-береһе тураһында бер үк кимәлдә хәстәрлек күрһен өсөн, тәндә етешмәгән ағзаларға күберәк хөрмәт күрһәтеп, Алла ағзаларҙы үҙ-ара шулай тоташтырҙы.

[26] Ағзаларҙың береһе яфаланһа, башҡалары ла уның менән бергә яфа күрә. Береһе хөрмәтләнһә, ағзаларҙың барыһы ла уның менән бергә шатлана.

[27] Һеҙ – Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым – шул уҡ тәндең ағзалары.

[28] Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән.

[29] Бөтөнөһө лә илселәрме? Бөтөнөһө лә пәйғәмбәрҙәрме? Бөтөнөһө лә өйрәтеүселәрме? Бөтөнөһө лә мөғжизә тыуҙырыусылармы?

[30] Барыһының да дауалап-һауыҡтырыу һәләте бармы? Һәммәһе лә бүтән төрлө телдәрҙә һөйләшәме? Барыһы ла был телдәрҙе аңлата аламы?

[31] Юғарыраҡ һәләттәргә ынтылығыҙ. Хәҙер мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.

1 Коринфтарға — Chapters