[1] Арағыҙҙа берәй туғанына дәғүәһе булған кеше изгеләр алдында түгел, ә иманһыҙҙар алдында хөкөм эше ҡуҙғатырға нисек баҙнат итә ала?
[2] Донъяның изгеләр хөкөмөнә ҡаласағын белмәйһегеҙме ни? Донъя һеҙҙең хөкөмгә ҡала икән, ваҡ-төйәк эштәрҙе хәл итергә ҡулығыҙҙан килмәйме ни?
[3] Фәрештәләрҙе хөкөм итәсәгебеҙҙе лә белмәйһегеҙме әллә? Көнкүреш эштәрен хәл итә алмаҫһығыҙмы ни?
[4] Ә һеҙ, көндәлек дәғүәләрҙе хәл итергә кәрәккәндә, берҙәмлектә һүҙенең баһаһы булмағандарҙы хөкөмдар итеп ҡуяһығыҙ.
[5] Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?
[6] Имандаш менән имандаш дәғүәләшә, өҫтәүенә был иманһыҙҙар алдында эшләнә!
[7] Бер-берегеҙ араһында дәғүәләр булыуы үҙе үк һеҙҙең өсөн тулыһынса еңелеү булып тора. Һеҙгә рәнйетелгән килеш ҡалыу өҫтөнөрәк түгелме? Алданған булып ҡалыу яҡшыраҡ түгелме?
[8] Әммә һеҙ үҙегеҙ рәнйетәһегеҙ һәм алдайһығыҙ, имандаштарыбыҙ тип тә тормайһығыҙ.
[9] Яуызлыҡ ҡылыусыларҙың Алла батшалығына эйә була алмаясағын белмәйһегеҙме ни? Алданмағыҙ: аҙғындар ҙа, ялған илаһтарға табынғандар, зина ҡылғандар, енси боҙоҡлоҡтарға бирелгәндәр, ир-ат менән енси мөнәсәбәткә ингән ирҙәр ҙә,
[10] ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.
[11] Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.
[12] Һеҙ: «Миңә бөтөн нәмә рөхсәт ителә», – тиһегеҙ. Әммә бөтөн нәмә лә файҙалы түгел. «Миңә бөтөн нәмә лә рөхсәт ителә», әммә өҫтөмдән бер нәмә лә хакимлыҡ итергә тейеш түгел.
[13] Һеҙ: «Ризыҡ – ашҡаҙан өсөн, ашҡаҙан – ризыҡ өсөн һәм Алла тегене лә, быны ла юҡ итәсәк», – тип әйтәһегеҙ. Эйе, әммә тән фәхешлек итергә түгел, ә Раббы өсөн, Раббы иһә тән өсөн.
[14] Раббы Ғайсаны Алла үленән терелтте. Үҙенең ҡөҙрәте менән Ул беҙҙе лә терелтер.
[15] Һеҙ тәнегеҙҙең Мәсих ағзаларының бер өлөшө икәнлеген белмәйһегеҙме әллә? Шулай булғас, мин Мәсихтең ағзаларын алып, уларҙы фәхишә ағзалары итә аламмы һуң? Әлбиттә, юҡ!
[16] Фәхишә менән ҡушылыусының уның менән бер тән булыуын белмәйһегеҙме ни? Изге Яҙмала былай тип әйтелгән бит: «Икәү бер тән булыр».
[17] Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.
[18] Фәхешлектән ҡасығыҙ. Кеше бүтән төрлө гонаһтарын тәндән ситтә ҡыла, ә фәхешлек итеүсе үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.
[19] Һеҙҙең тәнегеҙ – Изге Рух йорто. Изге Рухты һеҙгә Алла бирҙе, һәм Ул һеҙҙә йәшәй. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙеке түгел. Быны белмәйһегеҙме ни?
[20] Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуға күрә тәндәрегеҙ менән Уға хөрмәт күрһәтегеҙ.