Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:54

[1] Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Павелдан һәм имандашыбыҙ Софсендан

[2] Коринфтағы имандаштар берҙәмлегенә, Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандарға, Уның изгеләре булырға саҡырылғандарға һәм һәр ерҙә лә Раббыға – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтөнөһөнә сәләм.

[3] Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!

[4] Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсих аша Уның мәрхәмәте бүләк ителде.

[5] Шул сәбәпле Ғайса Мәсих аша һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтөн һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ.

[6] Шуның менән һеҙҙең арағыҙҙа Мәсих хаҡындағы шаһитлығыбыҙ раҫланды.

[7] Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи һәләткә мохтажлығығыҙ ҡалманы.

[8] Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ.

[9] Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән һеҙҙең арағыҙҙа аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.

[10] Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер рухлы һәм бер фекерле булығыҙ.

[11] Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоя йортондағыларҙан белдем.

[12] Арағыҙҙағы «Мин – Павелдыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кифаныҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам.

[13] Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Павел һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Павел исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер?

[14] Аллаға шөкөр, мин арағыҙҙан Крисп менән Гайҙан башҡа береһен дә һыуға сумдырманым.

[15] Шуға күрә бер кем дә: «Павел мине үҙ исеме менән сумдырҙы», – тип әйтә алмай.

[16] Хәйер, уларҙан тыш мин Стефан өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем.

[17] Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Вәғәзләгәндә, Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, зирәк һүҙҙәр ҡулланырға тейеш түгелмен.

[18] Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте.

[19] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Зирәктәрҙең зирәклеген юҡҡа сығарырмын, аҡыллыларҙың аҡылдарын кире ҡағырмын».

[20] Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъя аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?

[21] Алла Үҙенең зирәклеге буйынса билдәләгәнсә, донъя үҙ аҡылы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы эшкә һананы.

[22] Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәклек эҙләй.

[23] Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,

[24] әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алла зирәклеге.

[25] Алланың «ахмаҡлығы» кеше аҡылынан өҫтөнөрәк, һәм Алланың «көсһөҙлөгө» кеше көсөнән ҡеүәтлерәк.

[26] Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа әҙәмсә фекер йөрөткән аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит.

[27] Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе юҡҡа сығарыр өсөн, донъя самаһы буйынса ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды.

[28] Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды.

[30] Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих – беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәклек, Ул беҙҙең хаҡлығыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан азатлығыбыҙ.

[31] Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».

1 Коринфтарға — Chapters