[1] Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.
[2] Һеҙгә Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
[3] Һәр яҡлап йыуатыусы Аллаға һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атаға – Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһына дан!
[4] Алла беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата. Шуға күрә Ул беҙгә биргән йыуаныс менән үҙебеҙ ҙә һәр төрлө ҡайғылары булғандарҙың күңелен күтәрә алабыҙ.
[5] Беҙҙә Мәсих ғазаптары арта барған һайын, Уның аша йыуанысыбыҙ ҙа арта.
[6] Ҡайғырабыҙ икән, был һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеүе һәм ҡотолоуығыҙ өсөн; йыуаныуыбыҙ ҙа һеҙҙең күңелегеҙ күтәрелеү хаҡына. Ә күңелегеҙ күтәрелеүе беҙ кисергән шул уҡ ғазаптарға һеҙгә лә түҙергә көс бирә.
[7] Һеҙгә булған өмөтөбөҙ ныҡ, сөнки Мәсих ғазаптарын нисек уртаҡлашһағыҙ, Алла йыуанысын да шулай уртаҡлашҡанығыҙҙы беләбеҙ.
[8] Имандаштар, Асия өлкәһендә кисергән михнәттәребеҙ тураһында белеүегеҙҙе теләйбеҙ. Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ.
[9] Үҙебеҙгә үҙебеҙ түгел, ә үлгәндәрҙе терелтеүсе Аллаға таяныу өсөн беҙ үҙебеҙҙе үлемгә хөкөм ителгәндәр кеүек хис иттек.
[10] Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,
[11] тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.
[12] Беҙ шуның менән ғорурланабыҙ һәм быға выжданыбыҙ ҙа шаһит: беҙ был донъяла, бигерәк тә һеҙҙең арала, Алла теләгәнсә, ихлас һәм намыҫ менән эш иттек. Беҙҙе был донъя зирәклеге түгел, ә Алла мәрхәмәте оҙатып йөрөнө.
[13] Беҙ бит һеҙ уҡый һәм аңлай алған нәмәләрҙе генә яҙабыҙ. Беҙҙе өлөшләтә аңлайһығыҙ инде, ә мин тулыһынса аңлауығыҙға өмөт бағлайым. Шул саҡ, беҙ һеҙҙең ғорурлығығыҙ булған кеүек, Раббыбыҙ Ғайса килгән көндә һеҙ ҙә беҙҙең ғорурлығыбыҙ икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ.
[15] Сәйәхәтем башында янығыҙға ошондай ышаныс менән барырға теләгәйнем. Шулай Алла фатихаһын һеҙгә ҡабатлап тапшырыр инем.
[16] Һеҙҙең аша Македония өлкәһенә, Македониянан тағы һеҙгә килергә һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ менән Йәһүҙиәгә барырға ниәтләнгәйнем.
[17] Әллә бындай ниәт ҡороп, уйламайынса эш иттемме? Йә файҙа алыу маҡсаты менән бер үк ваҡытта «эйе» һәм «юҡ» тип әйтәмме?
[18] Алла тоғролоғо хаҡ булған кеүек, һеҙгә тәүҙә «эйе», аҙаҡ иһә «юҡ» тип әйтмәйбеҙ.
[19] Беҙ, йәғни мин, Силуан һәм Тимофей һеҙгә вәғәзләгән Алла Улы Ғайса Мәсихтә бер юлы «эйе һәм юҡ»ҡа урын юҡ, Унда «эйе» генә бар.
[20] Сөнки Алла тарафынан бирелгән бөтә вәғәҙәләр Ғайса Мәсихтә – «эйе» тип раҫлана. Шуға күрә Алланы данлау өсөн беҙ әйтә торған «амин» да Уның аша әйтелә.
[21] Алла, Мәсих менән берләштереп, һеҙҙе һәм беҙҙе Үҙе нығыта. Ул беҙгә зәйтүн майы һөртөп,
[22] Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.
[23] Әгәр дөрөҫөн әйтмәһәм, Алла үҙемде һәләк итһен: мин Коринфҡа һеҙҙе ҡыҙғанғанға күрә бығаса барманым.
[24] Был иһә иманығыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итәбеҙ тигән һүҙ түгел, киреһенсә, беҙ шатланыуығыҙҙы теләп һеҙҙең менән бергә хеҙмәт итәбеҙ: сөнки һеҙ иманығыҙҙа ныҡ тораһығыҙ.