Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:24

[1] Имандаштар, мин һеҙгә Алла Рухына эйә булыусыларға өндәшкән кеүек һөйләй алманым, һеҙгә донъя кешеләренә, Мәсих юлындағы сабыйҙарға һөйләгән кеүек мөрәжәғәт итергә тура килде.

[2] Мин тамағығыҙҙы ҡаты аҙыҡ менән түгел, ә һөт менән туйҙырҙым, ҡаты аҙыҡ менән туҡланырлыҡ түгел инегеҙ. Әле лә әҙер түгелһегеҙ,

[3] сөнки һаман да был донъя кешеләре булып ҡалаһығыҙ. Бер-берегеҙҙән көнләшәһегеҙ, үҙ-ара бәхәсләшәһегеҙ икән, был һеҙҙең был донъя кешеләре икәнлегегеҙҙе күрһәтмәйме ни? Һеҙ ҙә улар кеүек эш итәһегеҙ түгелме һуң?

[4] Әгәр берегеҙ: «Мин – Павел яҡлы», икенсегеҙ: «Мин – Аполлос яҡлы» ти икән, һеҙ был донъя кешеләре һымаҡ эш итәһегеҙ түгелме?

[5] Кем ул Павел? Кем ул Аполлос? Улар фәҡәт хеҙмәтселәр генә. Раббының һәр береһенә ниндәй бурыс йөкмәтеүенә ҡарап, һеҙ улар аша иманға килдегеҙ.

[6] Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо, үҫтереүен иһә Алла үҫтереп бирҙе.

[7] Шулай булғас, сәсеүсе лә, һыу ҡойоусы ла түгел, ә үҫтереүсе Алла мөһим.

[8] Ә сәсеүсе менән һыу ҡойоусы бер үк эш башҡара, уларҙың һәр береһе үҙ хеҙмәтенә ҡарап әжерен аласаҡ.

[9] Беҙ – Алланың хеҙмәттәштәре, ә һеҙ – Алланың иген баҫыуы, Алланың ҡоролмаһы.

[10] Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт буйынса, мин зирәк төҙөүсе кеүек нигеҙ һалдым, ә икенсе берәү шул нигеҙҙең өҫтөнә төҙөй. Һәр кем үҙенең нисек төҙөүенә иғтибар итһен.

[11] Һалынған нигеҙҙән башҡа төрлөнө бер кем дә һала алмай, ә ул нигеҙ – Ғайса Мәсих.

[12] Берәйһе был нигеҙ өҫтөнә алтындан йә көмөштән төҙөймө, аҫылташтарҙан, ағастан, бесәндән йә һаламданмы,

[13] һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ.

[14] Кемдең ҡоролмаһы имен ҡала, шул төҙөүсе әжерен аласаҡ.

[15] Ҡоролмаһы янһа – төҙөгән кеше зыян күрәсәк. Үҙе иһә ҡотолоп ҡаласаҡ, әммә ут эсенән сыҡҡандай ҡотоласаҡ.

[16] Һеҙ үҙегеҙҙең Алла йорто булыуығыҙҙы һәм һеҙҙә Алла Рухы йәшәүен белмәйһегеҙме ни?

[17] Алла йортон емереүсене Алла юҡҡа сығарасаҡ, сөнки Алла йорто изге, ә ул йорт – һеҙ.

[18] Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.

[19] Был донъяның аҡыллылығы – Алла алдында ахмаҡлыҡ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла аҡыл эйәләрен мәкерлектәрендә эләктереп ала».

[20] Һәм тағы: «Раббыға аҡыл эйәләренең уйҙары мәғлүм, Ул уларҙың файҙаһыҙ икәнлеген белә».

[21] Шулай булғас, бер кем дә кешеләр менән маҡтанмаһын, сөнки бөтөн нәмә – һеҙҙеке.

[22] Павел булһынмы, Аполлос, Кифа йә донъямы, йәшәүме әллә үлемме, хәҙергеме йәиһә киләсәкме – бөтөнөһө лә һеҙҙеке.

[23] Һеҙ иһә – Мәсихтеке, ә Мәсих – Алланыҡы.

1 Коринфтарға — Chapters