[1] Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.
[2] Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
[3] Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.
[4] Алла быны ҡанундың ғәҙел талаптары беҙҙә гонаһлы тәбиғәтебеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәгәндәрҙә ғәмәлгә ашһын өсөн эшләне.
[5] Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр шул тәбиғәт теләктәре буйынса ғына фекер йөрөтә, Изге Рух буйынса йәшәүселәр иһә Рух теләге тураһында хәстәрләй.
[6] Гонаһлы тәбиғәт буйынса уйлау – үлемгә, ә Рух буйынса уйлау тормошҡа һәм именлеккә килтерә,
[7] сөнки гонаһлы тәбиғәте буйынса фекер йөрөткән кеше – Аллаға дошман, ул Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона ла алмай.
[8] Гонаһлы тәбиғәте буйынса йәшәүселәр Аллаға ярай ҙа алмай.
[9] Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.
[10] Мәсих һеҙҙә булһа инде, тәнегеҙ гонаһ арҡаһында үле, әммә, Алла һеҙҙе аҡлағанға күрә, Рух һеҙгә тормош бирә.
[11] Әгәр Ғайсаны үленән терелткән Алланың Рухы һеҙҙә йәшәй икән, Мәсихте үленән терелткән Алла, Үҙенең һеҙҙә йәшәүсе Рухы менән, фани тәнегеҙгә лә тормош бирәсәк.
[12] Шулай булғас, имандаштар, беҙҙең гонаһлы тәбиғәтебеҙ алдында бурысыбыҙ юҡ һәм уның буйынса йәшәргә тейеш түгелбеҙ.
[13] Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.
[14] Алла Рухын йөрөтөүселәрҙең бөтөнөһө лә – Алла балалары.
[15] Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.
[16] Алла Рухы Үҙе рухыбыҙға беҙҙең Алла балалары булыуыбыҙҙы раҫлай.
[17] Алла балалары булғас, беҙ – вариҫтар. Тимәк, Алланың вариҫтары һәм Мәсихтең вариҫташтары. Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ.
[18] Әлеге ваҡытлы ғазаптарыбыҙҙың, беҙҙең өсөн тәғәйенләнгән һәм киләсәктә асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни ҙә түгел икәнлегенә ышанам.
[19] Алла тарафынан яратылғандарҙың барыһы ла Уның Үҙ балаларын күрһәтеүен түҙемһеҙлек менән көтә.
[20] Алла бар иткәндәрҙең һәммәһе лә мәғәнәһеҙ тереклек итеүгә буйһондоролдо. Был уларҙың теләге менән түгел, ә Буйһондороусының ихтыяры буйынса башҡарылды. Алла яратҡандарҙың барыһы ла фанилыҡ ҡоллоғонан ҡотолдоролоп, Алла балаларының данлы азатлығын уртаҡлашасаҡ, тигән өмөт бар.
[22] Алла яратҡандарҙың барыһының да, тулғаҡ ғазабы кисергән ҡатын кеүек, әлегә тиклем ыңғырашҡанын һәм ғазапланғанын беләбеҙ бит.
[23] Улар ғына түгел, Алла бүләктәренең тәүгеһе булған Изге Рухҡа эйә булып беҙ ҙә, Алланың беҙҙе Үҙ балалары итеп, тәнебеҙҙе азат итеүен түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән генә ыңғырашабыҙ.
[24] Беҙ ҡотолдоҡ, әммә был әлегә өмөт кенә. Тик өмөт иткән нәмәне күрергә өлгәшһәк, ул инде өмөт булмай. Сөнки үҙе күргән нәмәгә кем өмөтләнһен?
[25] Ә инде үҙебеҙ күрмәгән нәмәгә өмөтләнәбеҙ икән, уны сабырлыҡ менән көтәбеҙ.
[26] Шулай уҡ Рух та беҙгә ярҙам итә, сөнки беҙ көсһөҙ, нимә тураһында доға ҡылырға кәрәклеген дә белмәйбеҙ, ә Рух Үҙе һүҙ аша әйтеп булмаҫлыҡ көрһөнөү менән беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
[27] Йөрәктәрҙе үтә күреүсе Алла өсөн Рухтың уйҙары асыҡ, сөнки Рух, Алла ихтыяры буйынса, Уның изге халҡы өсөн Уға үтенә.
[28] Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға бөтөн нәмә файҙаға ғына.
[29] Алла кемде алдан һайлап алған, шуларҙы Үҙ Улына оҡшаш булырға алдан билдәләп ҡуйған. Шулай Ғайса күп һанлы туғандары араһында тыуған Баш бала булған да инде.
[30] Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы иһә аҡлаған. Аҡланғандар менән иһә Ул Үҙенең даны менән уртаҡлашты.
[31] Быларға өҫтәп тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?
[32] Үҙ Улын йәлләмәйенсә, Уны бөтөнөбөҙ өсөн биргән Алла, Улы менән бергә башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә беҙгә бүләк итмәҫме?
[33] Алла тарафынан һайлап алынғандарҙы кем ғәйепләр? Алла уларҙың ғәйепһеҙ булыуын таный бит!
[34] Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.
[35] Мәсих мөхәббәтенән беҙҙе нимә айыра ала? Ҡайғымы әллә ҡыҫырыҡлауҙар, эҙәрлекләүҙәрме, аслыҡмы әллә яланғаслыҡмы, хәүефме әллә ҡылысмы?
[36] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һинең өсөн үлем ҡурҡынысы аҫтындабыҙ, беҙҙе салырға тәғәйенләнгән һарыҡ кеүек күрәләр».
[37] Ләкин быларҙың барыһында ла беҙҙе Яратыусы ярҙамында тулыһынса еңеп сығабыҙ.
[38] Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә,
[39] бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам.