[1] Шуға ла мин, Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Мин үҙем дә Израиль кешеһе. Ибраһим нәҫеленән, Вениамин тоҡомонанмын.
[2] Алла Үҙ халҡын кире ҡаҡманы, Ул уларҙы алдан уҡ һайлап алды. Һеҙ Изге Яҙмала Ильяс тураһында нимә тиелгәнен белмәйһегеҙме ни? Ул, Израиль халҡына зарланып, Аллаға:
[3] «Йә Раббым! Пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан килтереү урындарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, инде мине лә үлтерергә теләйҙәр», – тигән.
[4] Уға Алла нимә тип яуап бирә һуң? «Мин ялған илаһ Ваал алдында теҙләнеп, уға табынмаған ете мең кешене Үҙем өсөн һаҡлап алып ҡалдым».
[5] Алла Үҙенең мәрхәмәте буйынса һайлап алған кешеләр әле лә бар, әммә улар күп түгел.
[6] Әммә Алланың һайлауы Үҙенең мәрхәмәте буйынса икән, тимәк, кешеләрҙең эштәренә ҡарап түгел; юғиһә, мәрхәмәт ысын мәрхәмәт булмаҫ ине.
[7] Ни тиергә һуң? Израиль халҡы маҡсатына өлгәшмәне, ә һайланған өлөшө генә өлгәште. Башҡалар иһә тиҫкәреләнеп Алла һүҙен ишетергә теләмәне.
[8] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла уларҙы күҙҙәре булһа ла күрмәй, ҡолаҡтары булһа ла ишетмәй торған итеп, әлеге көнгә тиклем тәрән йоҡоға талдырҙы».
[9] Дауыт та былай ти: «Уларҙың табыны ҡорбан килтереү мәлендә үҙҙәре өсөн йәтмәгә лә, тоҙаҡҡа ла, абындырыусы нәмәгә лә әйләнһен һәм яза булһын.
[10] Уларҙың күҙҙәре күрмәҫ өсөн томаланһын, арҡалары ғүмер буйы бөкөрәйгән хәлдә ҡалһын».
[11] Шулай итеп, һеҙҙән, Израиль халҡы абынған саҡта бөтөнләйгә йығылдымы әллә, тип һорайым. Әлбиттә, юҡ! Тик уларҙың абыныуҙары арҡаһында бүтән халыҡтарға ҡотолоу килде, был иһә Израиль халҡында көнсөллөк уятты.
[12] Әгәр уларҙың абыныуҙары донъяға, ә юғалтыуҙары бүтән халыҡтарға байлыҡ килтерә икән, Израиль халҡының Мәсихте ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәндән һуң, байлыҡ ни тиклемгә күберәк артыр!
[13] Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.
[14] Ошоноң менән милләттәштәремдең көнсөллөгөн уятып, ҡайһы берҙәрен ҡотҡара алмаммы икән?
[15] Әгәр уларҙың кире ҡағылыуы донъяны Алла менән дуҫлашыуға килтерә икән, Алла тарафынан ҡабул ителеүҙәре нисек булыр һуң? Был бит үлеләр өсөн терелеү.
[16] Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа инде, ботаҡтары ла изге.
[17] Әгәр зәйтүн ағасы ботаҡтарының ҡайһы берҙәре һындырылһа, һәм һин, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағы, улар урынына ялғанып, зәйтүн тамырының һуты менән туйынаһың икән, ул саҡта
[18] һындырылған ботаҡтар алдында маһайма. Маһайһаң, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора.
[19] Бәлки һин: «Ҡайһы бер ботаҡтар мине ялғап ҡуйыу өсөн һындырылды бит», – тип әйтерһең.
[20] Дөрөҫ, улар иман тотмағанға күрә һындырылды, ә һин иман арҡаһында ялғанып тораһың: мороноңдо күтәрмә, киреһенсә, һаҡ бул.
[21] Әгәр Алла тәбиғи ботаҡтарҙы аямаған икән, һине лә аямаҫ.
[22] Шулай итеп, Алланың изгелеге лә, ҡырыҫлығы ла күҙ алдыңда. Ул иман юлынан тайпылғандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә, әгәр Алла изгелегенә өмөт бағлауыңды дауам итһәң, изгелекле булыр. Киреһенсә икән, һин дә киҫеп ташланырһың.
[23] Әммә юлдан тайпылғандар ҙа, иманһыҙ булыуҙарын дауам итмәһәләр, кире ялғанырҙар. Уларҙы кире ялғарға Алланың ҡеүәте етә.
[24] Әгәр һин ҡырағай зәйтүн ағасынан киҫелеп, баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына тәбиғи булмағанса ялғанғанһың икән, ул саҡта һындырылған тәбиғи ботаҡтар үҙ ағасына яңынан бигерәк тә еңелерәк ялғаныр.
[25] Имандаштар, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамаһын өсөн, был серҙең һеҙҙән йәшерен ҡалыуын теләмәйем. Йәһүд булмағандарҙың Алланы ҡабул иткән өлөшө тулы һанға еткәнгә тиклем Израилдең бер өлөшө тиҫкәреләнеүен дауам итер.
[26] Шул рәүешле бөтөн Израиль ҡотҡарылыр, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Сиондан Ҡотҡарыусы килер һәм Яҡуб тоҡомонан иманһыҙлыҡты алыр,
[27] Мин уларҙың гонаһтарын алып ташлармын – улар менән төҙөгән килешеүем бына шул булыр».
[28] Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың ҡәҙерлеләре булып ҡала.
[29] Сөнки Алланың бүләктәре лә, саҡырыуы ла кире алынмай.
[30] Ҡасандыр һеҙ Аллаға ҡарата итәғәтһеҙ инегеҙ, ә хәҙер, Израилдең буйһонмауы арҡаһында, шәфҡәт алдығыҙ.
[31] Шуның һымаҡ хәҙер улар ҙа һеҙгә күрһәтелгән шәфҡәт өсөн Аллаға буйһонмайҙар, был иһә уларға ла шәфҡәт күрһәтелһен өсөн эшләнелә.
[32] Сөнки Алла барыһына ла шәфҡәт күрһәтһен өсөн, һәммәһен дә итәғәтһеҙлек тотҡоно итте.
[33] Алланың байлығы, зирәклеге һәм белеме ни тиклем тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ һәм юлдары аңламаҫлыҡ!
[34] Раббының аңына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?
[35] Йәки берәйһе Уның тарафынан кире ҡайтарылырға тейешле нәмәне биргәне бармы ни?
[36] Бар нәмә Унан, Уның аша һәм Уға табан йүнәлгән. Уға мәңгегә дан! Амин.