Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:30

[1] Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.

[2] Һәр беребеҙ башҡаларҙың иманын нығытыу өсөн, уға яҡшы булһын тип, уның хаҡында ҡайғыртайыҡ.

[3] Мәсих тә Үҙе тураһында уйламаны. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Һине яманлаусыларҙың хурлау һүҙҙәре, Аллам, Минең өҫтөмә төштө».

[4] Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған.

[5] Сабырлыҡ һәм йыуаныу сығанағы булған Алла һеҙгә, Ғайса Мәсих юлынан барыусыларға тейеш булғанса, бер-берегеҙ менән аңлашып йәшәү бирһен.

[6] Шулай итеп, һеҙ берҙәм рәүештә, бер һүҙҙән Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһын һәм Атаһын данларһығыҙ.

[7] Шуға күрә, Аллаға дан булһын өсөн Мәсих һеҙҙе ҡабул иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ.

[8] Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде.

[9] Мәсих Алланы шәфҡәтлелеге өсөн башҡа халыҡтар ҙа данлаһын өсөн килде. Изге Яҙмала яҙылғанса: «Шуға ла Һине бүтән халыҡтар араһында данлармын, Һинең исемеңде маҡтап йырлармын».

[10] Былай тип тә әйтелгән: «Халыҡтар, Уның халҡы менән бергә шатланығыҙ».

[11] Һәм тағы ла: «Барлыҡ милләттәр, Раббыны маҡтағыҙ, бөтөн халыҡтар, Уны данлағыҙ».

[12] Ишағыя ла былай ти: «Иессей нәҫеленән Берәү килер һәм халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итергә күтәрелер. Улар Уға өмөт бағлар».

[13] Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын.

[14] Имандаштарым, мин үҙем һеҙҙең изгелек менән һуғарылған булыуығыҙға, һәр төрлө белемгә эйә икәнлегегеҙгә һәм бер-берегеҙгә өгөт-нәсихәт бирә алыуығыҙға ышанам.

[15] Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша,

[16] йәһүд булмағандар араһында Ғайса Мәсихтең хеҙмәтсеһемен. Йәһүд булмағандар Аллаға яраҡлы, Изге Рух тарафынан изгеләндерелгән ҡорбан булһын өсөн, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, рухани хеҙмәтен башҡарам.

[17] Шулай итеп, Ғайса Мәсих аша Аллаға хеҙмәт итеүем менән ғорурлана алам.

[18] Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,

[19] мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.

[20] Башҡалар нигеҙ һалған урында ҡормаҫ өсөн, мин Һөйөнөслө Хәбәрҙе Мәсихтең исеме билдәле булмаған урындарҙа вәғәзләргә тырыша инем.

[21] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның тураһында кемгә әйтелмәгән, шулар күрерҙәр, кем ишетмәгән, аңларҙар».

[22] Шуның өсөн, күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләп тә, хеҙмәтем арҡаһында бара алманым да инде.

[23] Хәҙер иһә был төбәктәрҙә эштәремде тамамлағанға һәм оҙаҡ йылдар буйы янығыҙға барырға теләгәнгә күрә,

[24] Испанияға китеп барышлай һеҙгә лә һуғылырға йыйынам. Һеҙҙең менән аралашыуҙан бер ни тиклем ләззәт алғандан һуң, миңә унда тиклем барып етергә ярҙам итерһегеҙ, тип өмөтләнәм.

[25] Ә хәҙер, имандаштарға хеҙмәт итеү өсөн, Иерусалимға юлланам,

[26] сөнки Македония менән Ахаиялағы берҙәмлектәр Иерусалимдағы имандаштар араһындағы ярлыларға аҡсалата ярҙам күрһәтергә ҡарар итте.

[27] Улар үҙҙәре шундай ҡарарға килде; һәм, ысынлап та, элекке мәжүсиҙәрҙең хәҙерге имандаш йәһүд туғандары алдында бурысы бар. Иерусалимдағы иман тотоусыларҙың рухи байлығын уртаҡлашҡанға күрә, уларға матди яҡтан ярҙам күрһәтергә тейештәр.

[28] Мин, ошо эште башҡарғас һәм йыйылған аҡсаны тейешенсә тапшырғас, Испанияға юлланырмын һәм, унда барышлай, янығыҙҙа туҡталырмын.

[29] Янығыҙға килгәндә, Мәсихтән тулы фатиха алып килеремде беләм.

[30] Имандаштарым, беҙ бер-беребеҙгә Изге Рухтан килгән һөйөү менән бәйләнгәнбеҙ, шуға күрә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих хаҡына саҡырам: минең менән бергә көрәшеп, минең өсөн Аллаға доға ҡылығыҙ.

[31] Йәһүҙиәләге иманһыҙҙарҙың миңә зыяны теймәһен һәм Иерусалимдағы имандаштар мин алып барған аҡсалата ярҙамды яҡшы ҡабул итһен өсөн доға ҡылығыҙ.

[32] Шулай итеп, Алла насип итһә, мин янығыҙға ҡыуанып килермен һәм, һеҙҙең менән аралашып, көс туплай алырмын.

[33] Именлек Аллаһы һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән бергә булһын. Амин.

Римдарға — Chapters