[1] Һәр кем хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһонһон, сөнки Алла урынлаштырған хакимлыҡтан башҡа хакимлыҡ юҡ. Ғәмәлдәге хакимлыҡтар Алла тарафынан урынлаштырылған.
[2] Шуға күрә хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә. Ундайҙар иһә үҙҙәрен хөкөмгә дусар итә.
[3] Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә һәм маҡтау алырһың.
[4] Хакимлыҡ итеүсе һинең мәнфәғәтең өсөн Аллаға хеҙмәт итә. Әгәр яуызлыҡ ҡылаһың икән – унан ҡурҡ, юҡҡа ғына ҡылыс тағып йөрөмәй бит. Ул, Алла хеҙмәтсеһе булараҡ, яуызлыҡ ҡылыусыларҙы Алланың асыуына дусар итеп, яза бирә.
[5] Шуға күрә хакимлыҡ итеүселәргә яза алыуҙан ҡурҡып ҡына түгел, ә выжданың ҡушыуы буйынса буйһонорға кәрәк.
[6] Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә.
[7] Шулай булғас, һәр кемгә тейешлеһен бирегеҙ: кемгә һалым түләргә тейешһегеҙ – һалым, кемгә яһаҡ – яһаҡ түләгеҙ, ҡурҡырға тейеш булғандан ҡурҡығыҙ, хөрмәткә лайыҡлыларҙы хөрмәт итегеҙ.
[8] Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ. Икенсе кешегә ҡарата мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәй.
[9] «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма» һәм башҡа төрлө әмерҙәр, бер һүҙ менән әйткәндә, «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигәнде аңлата.
[10] Мөхәббәт бүтән кешегә яуызлыҡ килтермәй, тимәк, мөхәббәт ҡанун талаптарын үтәү булып тора.
[11] Ошоларҙы үтәгеҙ, сөнки ниндәй заманда йәшәүегеҙҙе беләһегеҙ, беҙгә йоҡонан уяныу сәғәте килеп тә етте. Беҙ иманға килгән ваҡытҡа ҡарағанда, ҡотолоу мәле хәҙер яҡыныраҡ.
[12] Төн үтеп бара, көн тыуа. Әйҙәгеҙ, ҡараңғылыҡ эштәренән ситләшеп, яҡтылыҡ ҡоралдарын алайыҡ.
[13] Ҡоторонҡо мәжлес һәм эскелек, фәхешлек һәм аҙғынлыҡ, ыҙғыш-талаш һәм көнсөллөккә бирелмәйенсә, үҙебеҙҙе көн яҡтылығындағы кеүек әҙәпле тотайыҡ.
[14] Тормошоғоҙ менән Раббы Ғайса Мәсих идара итһен. Гонаһлы тәбиғәтегеҙҙең аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында уйлауҙан туҡтағыҙ.