[1] Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм.
[2] Алла был Һөйөнөслө Хәбәрҙе Үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша Изге Яҙмаларҙа алдан уҡ вәғәҙә иткән.
[3] Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.
[5] Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.
[6] Ғайса Мәсихтеке булырға саҡырылғандар араһында һеҙ ҙә бар.
[7] Алланың Рим ҡалаһында йәшәгән бөтөн ҡәҙерлеләренә, Уның изге халҡы булырға саҡырылғандарға Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек булһын.
[8] Иң элек Ғайса Мәсих аша һәммәгеҙ өсөн Аллама рәхмәттәр күндерәм, сөнки иманығыҙ тураһында бөтөн донъяла һөйләйҙәр.
[9] Һеҙҙе доғаларымда туҡтауһыҙ иҫкә алыуыма Алла шаһит: Уның Улы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итеп, Уға бөтөн рухым менән хеҙмәт итәм.
[10] Алла ихтыяры менән барып хәлегеҙҙе белергә мөмкинлек бирелһен ине, тип һәр ваҡыт ялбарам.
[11] Изге Рухтан алғандарым менән уртаҡлашып, дөрөҫөрәге, һеҙҙе нығытыу маҡсатында, йәғни һеҙҙең һәм минең уртаҡ иманыбыҙ нигеҙендә бер-беребеҙҙе дәртләндереү өсөн, үҙегеҙҙе бик ныҡ күргем килә.
[13] Имандаштар, һеҙҙең белеүегеҙҙе теләйем: күп тапҡырҙар янығыҙға барырға ниәтләһәм дә, әлегәсә тотҡарлыҡтарға осрай килдем. Минең, башҡа халыҡтар араһындағы кеүек, һеҙҙә лә хеҙмәтемдең уңышын йыйғым килә.
[14] Мин мәҙәниәтлеләр һәм вәхшиҙәр, зирәктәр һәм наҙандар алдында берҙәй үк бурыслымын.
[15] Шуға күрә һеҙгә, Рим ҡалаһында йәшәүселәргә, Һөйөнөслө Хәбәрҙе бәйән итергә йән атам.
[16] Уны вәғәзләргә оялмайым, сөнки Һөйөнөслө Хәбәр – иман тотоусыларҙың һәр береһенә, иң элек йәһүдтәргә, унан һуң йәһүд булмағандарға ла ҡотолоу өсөн Алла ҡөҙрәте.
[17] Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».
[18] Яманлыҡ ҡылып хәҡиҡәткә ҡаршы торорға теләгән кешеләрҙең һәр төрлө динһеҙлегенә һәм яуызлығына күктән Алланың ярһыуы асыла бара.
[19] Алла хаҡында белергә мөмкин булғандың һәммәһе уларға билдәле, сөнки Алла уны күҙ алдарына баҫтырҙы.
[20] Ғаләм барлыҡҡа килтерелгәндән башлап Уның күренмәгән сифаттары – мәңгелек ҡөҙрәте һәм илаһилығы – Ул барлыҡҡа килтергән нәмәләр аша асыҡ күренә һәм аңлашыла. Шулай булғас, кешеләрҙе ғәфү итергә сәбәп юҡ.
[21] Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.
[22] Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.
[23] Мәңге үлемһеҙ Алланың данын фани кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлыларға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаған һындарға алмаштырҙылар.
[24] Шуның өсөн дә Алла кешеләрҙе үҙҙәренең аҙғын теләктәре һәм боҙоҡлоҡтары ҡарамағына тапшырҙы, һәм улар үҙ тәндәрен бер-береһе менән мәсхәрәләүгә дусар итте.
[25] Улар Алла хәҡиҡәтен ялғанға алмаштырып, Булдырыусыға түгел, ә Ул булдырған нәмәләргә табынды һәм хеҙмәт итте. Булдырыусыға иһә мәңгегә дан булһын. Амин.
[26] Шул сәбәпле Алла кешеләрҙе хурлыҡлы нәфселәренә тапшырҙы: ҡатындар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы.
[27] Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, үҙҙәренең тәндәрендә тейешле язаһын алды.
[28] Алланы таныуҙы мөһим тип иҫәпләмәгәнлектән, Алла уларҙы, эшләнергә тейеш булмағанды ҡылһындар өсөн, боҙоҡ аҡылдарына тапшырҙы.
[29] Уларҙың күңелдәре һәр төрлө яманлыҡ, мәкер, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ, көнсөллөк, шулай уҡ кеше үлтереү, ыҙғыш-талаш, алдау, насар уйҙар менән тулы. Улар ғәйбәтселәр,
[30] яла яғыусылар, Аллаға нәфрәтлеләр, холоҡһоҙҙар, маҡтансыҡтар, тәкәбберҙәр, яуызлыҡ тыуҙырыусылар, ата-әсәләргә ҡарата итәғәтһеҙҙәр,
[31] аҡылһыҙҙар, үҙ һүҙендә тормаусылар, ҡаты бәғерлеләр, мәрхәмәтһеҙҙәр.
[32] Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.