[1] Шулай итеп, йәһүд булыуҙың өҫтөнлөгө һәм сөннәтлелектең файҙаһы нимәлә һуң?
[2] Өҫтөнлөгө бөтөн яҡлап та ҙур, Алла һүҙе иң элек уларға ышанып тапшырылған.
[3] Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?
[4] Әлбиттә, юҡ. Һәр береһе алдаҡсы булһа ла, Алла Үҙ һүҙенә тоғро. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Һүҙҙәрең хаҡ тип танылыр, һәм хөкөм иткәндә Һин еңерһең».
[5] Әгәр ҙә ғәҙелһеҙлегебеҙ Алла ғәҙеллеген асығыраҡ күрһәтә икән, ни тип әйтербеҙ? Алла асыуын яуҙырһа, Ул ғәҙел булмай сығамы? (Мин әҙәмсә фекер йөрөтәм.)
[6] Әлбиттә, юҡ. Юғиһә Алла донъяны хөкөм итә алмаҫ ине.
[7] Ә минең ялғанлауым арҡаһында Алланың хәҡиҡәте асығыраҡ күренеп, Уның даны һаман арта бара икән, ни өсөн һуң әле мин гонаһлы тип хөкөм ителәм?
[8] Улай булғас, яҡшылыҡ килһен өсөн яманлыҡ ҡылырға тейеш булып сығабыҙмы? Ҡайһы бер яман һүҙле кешеләр беҙҙе нәҡ шулай әйтә тип тә һөйләй. Ундайҙар үҙҙәренә тәғәйен хөкөмдө алырҙар.
[9] Нисек килеп сыға һуң? Беҙҙең хәлебеҙ йәһүд булмағандарҙыҡынан яҡшыраҡмы? Һис тә юҡ. Йәһүдтәрҙең дә, йәһүд булмағандарҙың да – бөтөнөһөнөң дә гонаһ хакимлығы аҫтында икәнлеген асыҡланыҡ бит инде.
[10] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә.
[11] Аңлы бер кем дә юҡ, Алланы эҙләмәй бер кем дә.
[12] Бөтөнөһө лә Алланан ситләште һәм Уға яраҡһыҙ булды; яҡшылыҡ эшләүсе юҡ, бер кем дә юҡ.
[13] Боғаҙҙары – асыҡ ҡәбер, телдәре менән алдайҙар, ирендәрендә – йылан ағыуы.
[14] Ауыҙҙары ҡарғыш һәм рәнйеш менән тулған.
[15] Аяҡтары ҡан ҡойошҡа йәһәттәр,
[16] улар булып үткән ерҙә емереклек менән ҡайғы ҡала,
[17] именлек юлын белмәйҙәр.
[18] Алланан ҡурҡыу – улар өсөн ят төшөнсә».
[19] Әммә беҙ ҡанунда әйтелгәндәр уға буйһоноусылар өсөн икәнен беләбеҙ, тимәк, үҙҙәрен аҡлау маҡсатында бер кем дә ауыҙын да аса алмай һәм бөтөн донъя Алла ҡаршыһында ғәйепле булып ҡала.
[20] Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.
[21] Әммә хәҙер ҡанундан тыш та Алланың кешеләрҙе аҡлауы асылды, быны ҡанун да, пәйғәмбәрҙәр ҙә раҫлай.
[22] Алланың кешеләрҙе аҡлауы Ғайса Мәсихкә ышанған һәр кемгә иман аша бирелә, сөнки кешеләр араһында айырма юҡ.
[23] Бөтөнөһө лә гонаһ ҡылып, Алла данынан мәхрүм ҡалдылар бит.
[24] Шулай ҙа Алла мәрхәмәте менән улар үҙҙәрен гонаһтан йолоп алып ҡалыусы Ғайса Мәсих аша бушҡа аҡланды.
[25] Алла Ғайса Мәсихте, Уның ҡаны аша Ғайсаға инаныусыларҙың гонаһтары кисерелһен өсөн, ҡорбан итеп билдәләп ҡуйҙы. Шулай эшләп, элек ҡылынған гонаһтар өсөн яза бирмәйенсә, Ул Үҙенең хаҡлығын иҫбатланы. Оҙаҡ түҙемлек һаҡлап,
[26] Ул хәҙер ҙә, беҙҙең ваҡытта ла, Үҙенең хаҡ булыуын күрһәтә: Ул Үҙе хаҡ һәм Ғайсаға инаныусыларҙы аҡлай.
[27] Ни менән ғорурлана алабыҙ һуң? Бер ни менән дә. Был ниндәй ҡанун менән башҡарылды? Хеҙмәт талап иткән ҡанун менәнме? Юҡ, иман ҡануны менән.
[28] Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.
[29] Алла – йәһүдтәрҙең Аллаһы ғынамы? Башҡа халыҡтарҙыҡы ла түгелме ни? Әлбиттә, башҡа халыҡтарҙыҡы ла,
[30] сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай.
[31] Шулай итеп, беҙ иманыбыҙ менән ҡанунды юҡҡа сығарабыҙмы? Әлбиттә, юҡ. Киреһенсә, беҙ ҡанунды раҫлайбыҙ.