[1] Шуға күрә, дуҫым, бүтәндәрҙе хөкөм итеүең менән генә үҙеңде аҡлай алмаҫһың, башҡаларҙың ҡылғанын хөкөм итеүең менән үҙеңде лә хөкөмгә дусар итәһең, сөнки үҙең дә шул уҡ эштәрҙе башҡараһың.
[2] Беҙ иһә беләбеҙ: ундай эштәрҙе ҡылыусыларға Алла хаҡлы хөкөмөн бирә.
[3] Һин уларҙы, дуҫым, хөкөм итеп, үҙең дә шуны уҡ эшләйһең, Алла хөкөмөнән ҡотолоп ҡалырмын, тип уйлайһыңмы?
[4] Әллә, Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә йүнәлткәнен аңламайынса, Уның оло яҡшылығын, түҙемлеген һәм сабырлығын һанға һуҡмайһыңмы?
[5] Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында Алланың ғәҙел хөкөмө асыласаҡ асыу көнөнә Уның нәфрәтен үҙеңдә туплайһың.
[6] Ул һәр кемгә ҡылған эшенә ҡарап өлөш сығарасаҡ:
[7] сабырлыҡ менән изге эш башҡарып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирәсәк,
[8] үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк.
[9] Эйе, яуызлыҡ ҡылыусы һәр кемгә – тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – михнәт һәм ҡайғы.
[10] Ә изгелек ҡылыусы һәр кемгә, иң тәүҙә йәһүдкә, унан һуң йәһүд булмағанға – дан, хөрмәт һәм именлек.
[11] Сөнки Алла алдында барыһы ла бер тигеҙ.
[12] Алла ҡанунын белмәйенсә гонаһ ҡылыусылар ҡанундан тыш һәләк буласаҡ, ә уны белә тороп та гонаһ ҡылғандар ҡанун буйынса хөкөм ителәсәк.
[13] Алла ҡанунды ишетеүселәрҙе түгел, ә уны үтәүселәрҙе аҡлаясаҡ.
[14] Ҡануны булмаған халыҡтар, тәбиғи тойомдары менән ҡанун талаптарын башҡарғанлыҡтан, ҡанунһыҙ булһалар ҙа, нимә эшләргә ярай, нимә юҡ икәнен беләләр.
[15] Был иһә ҡанун талаптарының уларҙың йөрәктәренә яҙылғанлығын күрһәтә, быны выждандары һәм ҡайһы саҡта ғәйепләгән, ә ҡайһы ваҡыт аҡлаған уй-фекерҙәре раҫлай.
[16] Был, мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәргә ярашлы, Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша хөкөм итәсәк көндә билдәле буласаҡ.
[17] Бына һин үҙеңде йәһүд тип атайһың, ҡанунға таянаһың һәм Алланы таныуың менән маҡтанаһың,
[18] ҡанунды өйрәнеп, Алланың ихтыярын беләһең һәм яманды яҡшынан айыра алаһың.
[19] Һин үҙеңде һуҡырҙарға юл күрһәтеүсе, ҡараңғылыҡтағылар өсөн яҡтылыҡ,
[20] аңһыҙҙарҙың тәрбиәсеһе, наҙандарҙың уҡытыусыһы тип һанайһың, сөнки белем менән хәҡиҡәт тупланмаһы булған ҡанунға эйәһең.
[21] Шулай булғас, ни өсөн һуң башҡаларҙы өйрәтәһең, ә үҙеңде үҙең өйрәтмәйһең? Урлашмауҙы вәғәзләйһең, ә үҙең урлайһың?
[22] «Зина ҡылма» тиһең, ә үҙең зина ҡылаһың? Ялған илаһтарҙан ерәнәһең, ә уларға табына торған йорттарҙы талайһың?
[23] Алла ҡануны менән маҡтанаһың, ә үҙең уны боҙоп, Алланы мәсхәрәләйһең?
[24] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Мәжүсиҙәр һеҙҙең кеүектәр арҡаһында Алла исемен мәсхәрәләй».
[25] Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.
[26] Шулай булғас, сөннәтһеҙ кеше ҡанун ҡағиҙәләрен үтәй икән, ул сөннәткә ултыртылған булып һаналмаймы?
[27] Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәүсе, һин яҙылған ҡанунға һәм сөннәтлеккә эйә булһаң да, ҡанунды боҙғаның өсөн һине хөкөм итер.
[28] Тышҡы яҡтан ғына йәһүд булған ысын йәһүд түгел әле, тән сөннәтен үтеү генә лә ысын сөннәт түгел.
[29] Күңеле менән йәһүд булған ғына ысын йәһүд; шулай уҡ йөрәккә үткән сөннәт кенә ысын сөннәт. Был яҙылған ҡанун талаптарын үтәү аша түгел, ә Рух аша ҡылына. Бындай йәһүдкә маҡтау кешеләрҙән түгел, ә Алланан килә.