[1] Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?
[2] Ибраһим үҙенең эштәре менән аҡланғанмы һуң? Шулай икән, уның маҡтанырға хаҡы булған, әммә Алла алдында түгел.
[3] Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды».
[4] Эшләгән кешегә түләнгән хеҙмәт хаҡы бүләк һымаҡ түгел, ә бирелергә тейешле әжер һанала.
[5] Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә таянмайынса, динһеҙҙәрҙе аҡлаусы Аллаға инана икән, ул иманы менән хаҡ һанала.
[6] Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:
[7] «Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле.
[8] Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле».
[9] Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәтһеҙҙәргәләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән хаҡ һаналды», – тинек.
[10] Ҡасан һаналды? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел.
[11] Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән хаҡ һаналыуҙы раҫлаусы билдә булды. Шуға ла ул сөннәтләнмәгән көйөнсә иман тотоп, хаҡ һаналыусы бөтөн кешеләрҙең рухи атаһы булды.
[12] Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.
[13] Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъя вариҫы булыу тураһындағы вәғәҙә ҡанун аша түгел, ә имандан килгән хаҡлыҡ аша бирелде.
[14] Әгәр ҙә ҡанун тотоуға таяныусылар Алла вәғәҙә иткән мираҫты алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине.
[15] Ҡанун боҙолоуы Алланың асыуын тыуҙыра. Ҡанун булмаған ерҙә генә енәйәт тә булмай.
[16] Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.
[18] Ибраһим өмөтһөҙлөктә лә өмөт менән ышанды һәм: «Һинең тоҡомоң бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды.
[19] Йөҙ йәш тирәһендә тәненең инде үлеп барыуын һәм Сараның бала тыуҙырырға һәләтен юғалтыуын аңлаһа ла, иманда зәғифләнмәне.
[20] Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманда ныҡ булып, Алланы данланы.
[21] Алланың биргән вәғәҙәһен үтәй алырына ныҡ ышанды.
[22] Бына ни өсөн Ибраһим «хаҡ һаналды».
[23] «Хаҡ һаналды» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел,
[24] беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар.
[25] Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә тапшырылды һәм аҡланыуыбыҙ хаҡына үленән терелтелде.