[1] Имандаштар, һеҙгә Македониялағы имандаштар берҙәмлектәренә бирелгән Алла мәрхәмәте тураһында һөйләргә теләйбеҙ.
[2] Уларҙың, ауыр һынау ебәрелһә лә, ҡыуаныстары сиктән ашҡан, үтә фәҡирлектә йәшәһәләр ҙә, йомартлыҡтары иҫ киткес.
[3] Хәлдәренән килгәнсә, һәм мөмкинлектәренән тыш та, үҙ теләктәре менән ярҙам иттеләр – быға мин шаһит.
[4] Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар.
[5] Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.
[6] Шуға күрә беҙ Титтан, был изгелекле эште нисек башлаған булһа, арағыҙҙа шулай уҡ тамамлап ҡуйыуын үтендек.
[7] Ә һеҙ һәр нәмәлә: иманда ла, һүҙҙә, белемдә, һәр төрлө тырышлыҡта, беҙгә булған мөхәббәтегеҙҙә лә өҫтөн булған кеүек, ошо изгелекле эштә лә өҫтөн булығыҙ.
[8] Быны әмер итеп түгел, ә башҡаларҙың тырышлығы тураһында һөйләп, мөхәббәтегеҙҙең ихласлығын һынарға теләп әйтәм.
[9] Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.
[10] Мин был мәсьәләгә ҡарата кәңәш кенә бирәм: һеҙ былтыр уҡ изгелекле эш башҡарып ҡына ҡалманығыҙ, хатта үҙ теләгегеҙ менән хәйер йыйҙығыҙ.
[11] Шул уҡ эште хәҙер ҙә атҡарып сығығыҙ. Эшегеҙгә бик теләп тотонған кеүек, хәлегеҙгә күрә шундай уҡ тырышлыҡ менән атҡарып сығығыҙ.
[12] Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.
[13] Башҡаларға еңеллек, ә һеҙгә ауырлыҡ булыуы талап ителмәй, дөрөҫөрәге, бында тигеҙлек булыуы күҙ уңында тотола.
[14] Әле һеҙҙең муллығығыҙ уларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен, аҙаҡ уларҙың муллығы һеҙҙекен ҡәнәғәтләндерер. Шулай итеп тигеҙлек урынлашыр.
[15] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Күп йыйған кешенең артығы булманы, аҙ йыйғандың мохтажлығы булманы».
[16] Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
[17] Тит үтенесемде хуплап ҡына ҡалманы, ә янығыҙға үҙ ихтыяры менән бик ашҡынып барырға булды.
[18] Уның менән бергә бөтөн берҙәмлектәрҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгәне өсөн маҡталған тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ.
[19] Ул, өҫтәүенә, Раббының даны һәм тырышлығыбыҙҙы күрһәтеү хаҡына башҡара торған изгелекле эшебеҙҙә берҙәмлектәр тарафынан беҙгә юлдаш итеп тә һайланған.
[20] Хеҙмәтебеҙҙә шундай йомарт бүләктәр менән эш иткәнгә күрә, бер кем дә һүҙ әйтә алмаһын өсөн, һаҡ булырға тырышабыҙ.
[21] Алдан уҡ уйлап, беҙ Раббы алдында ғына түгел, кешеләр алдында ла һүҙ тейҙермәҫлек булһын өсөн тырышабыҙ.
[22] Улар менән бергә тағы бер имандашыбыҙҙы ебәрәбеҙ. Уның тырышлығы күп тапҡырҙар һәм байтаҡ эштәрҙә һыналған һәм хәҙер, һеҙгә тулыһынса ышанып, тағы ла нығыраҡ тырыша.
[23] Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.
[24] Шулай итеп, мөхәббәтегеҙҙе һәм һеҙҙең менән маҡтаныуыбыҙҙың ғәҙел икәнен уларға берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ.