[1] Асылда, Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр,
[2] сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаияла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.
[3] Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрҙем.
[4] Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, беҙ был эштә – һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел – оятҡа ҡалырбыҙ.
[5] Шуға күрә имандаштарҙан янығыҙға алдан уҡ барыуҙарын һәм килеүемә күптән вәғәҙә иткән иғәнәгеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк йыйыласаҡ.
[6] Наҡыҫ сәсеүсенең уңышты аҙ, мул сәсеүсенең күп алырын күҙ уңында тотам.
[7] Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.
[8] Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала.
[9] Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Ул үҙ бүләктәрен ярлыларға йомарт өләште. Уның изгелеге мәңгелек».
[10] Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.
[11] Һәр осраҡта ла йомартлығығыҙ өсөн төрлө яҡлап байытылырһығыҙ һәм беҙҙең аша тапшырылған иғәнәгеҙ өсөн кешеләр Аллаға рәхмәт яуҙырыр.
[12] Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер.
[13] Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә итәғәтле булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай.
[14] Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр.
[15] Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!