[1] Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.
[2] Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең иң юғары ҡатына тиклем күтәрелеп алынды.
[3] Һәм шул кешенең (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) ожмахҡа алыныуы һәм кешегә һөйләргә тыйылған тел менән әйтеп бирә алмаҫлыҡ һүҙҙәр ишетеүен беләм.
[5] Ундай кеше менән маҡтанам, үҙем менән иһә, көсһөҙлөктәремдән башҡа бер ни менән дә маҡтана алмайым.
[6] Башҡа нәмәләр менән маҡтанырға теләһәм инде, аҡылһыҙ булмам, сөнки дөрөҫтө һөйләйәсәкмен. Әммә берәйһе минең турала эшләгәнемде күргәненән йәки әйткәнемде ишеткәненән артығыраҡ уйламаһын өсөн, маҡтаныуҙан тыйылам.
[7] Миңә ғәҙәттән тыш асылыштар бирелгәнлектән, мин маһайып китмәһен өсөн, тәнемә «сәнскәк» ҡаҙалды, ул – Иблис фәрештәһе. Артыҡ маһаймаһын тип, мине яфаларға ебәрелде.
[8] Сәнскәкте тәнемдән тартып алыуын теләп, Раббыға өс тапҡыр үтендем.
[9] Әммә Раббы: «Мәрхәмәтем һиңә етә, сөнки Һин көсһөҙ булған һайын, Минең ҡөҙрәтем көслөрәк тәьҫир итә», – тине. Шуға ла мин, Мәсих ҡөҙрәте миндә торһон өсөн, көсһөҙлөгөм менән теләп маҡтанам.
[10] Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.
[11] Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.
[12] Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде.
[13] Башҡа берҙәмлектәр менән сағыштырғанда, һеҙҙең менән нимәлә насар мөғәләмә иттем һуң? Һүҙ һеҙгә үҙемдең йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Бындай ғәйебем өсөн ғәфү итегеҙ!
[14] Бына өсөнсө тапҡыр һеҙгә барырға әҙермен, был юлы ла һеҙгә йөк булмаясаҡмын. Миңә һеҙҙә булған нәмә түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Балалар атай-әсәйҙәренә түгел, ә атай-әсәйҙәр балаларына байлыҡ тупларға тейеш бит.
[15] Һеҙҙең өсөн мин үҙемдә булғандың бөтөнөһөн, хатта үҙемде лә ҙур теләк менән сарыф итермен. Мин һеҙҙе нығыраҡ яратып, һеҙ мине кәмерәк яратаһығыҙмы?
[16] Ярай, нисек кенә булмаһын, һеҙгә йөк булманым. Әллә, хәйләкәр булараҡ, мәкерлек менән һеҙҙе үҙ ҡулдарыма алғанмынмы?
[17] Һеҙгә ебәрелгән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә?
[18] Мин Титтың янығыҙға барыуын үтендем һәм уның менән бер имандашыбыҙҙы ебәрҙем. Тит һеҙҙе файҙаландымы әллә? Беҙ бер үк рух менән эш иттек түгелме ни? Бер үк юлда йөрөмәнекме?
[19] Һеҙ, моғайын, әле һаман алдығыҙҙа аҡланабыҙ тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Мәсихтеке булараҡ, Алла алдында әйтәбеҙ, быларҙың бөтөнөһө лә, ҡәҙерлеләрем, һеҙҙе рухи яҡтан нығытыу өсөн башҡарыла.
[20] Мин, барғас, һеҙҙе үҙем теләгән хәлдә күрмәҫмен тип ҡурҡам, һәм һеҙ ҙә мине үҙегеҙ теләгән хәлдә, бәлки, тап итмәҫһегеҙ. Арағыҙҙа ғауғалар, көнсөллөк, асыу, бер-береһен уҙырға тырышыу, яла яғыуҙар, ғәйбәттәр, тәкәбберлек, тәртипһеҙлектәр табыуҙан ҡурҡам.
[21] Барған саҡта Аллам мине һеҙҙең алда тағы ла кәмһетер тип шөрләйем һәм элекке гонаһтары – ҡылған әшәкелектәре, фәхешлек һәм аҙғынлыҡтары өсөн әлегә тиклем тәүбә итмәгән күптәр арҡаһында күҙ йәштәремде ағыҙырға тура килмәһен ине, тип хәүефләнәм.