Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:04

[1] Беҙ иһә, Алла хеҙмәтселәре булараҡ, һеҙгә бүләк ителгән Алла мәрхәмәте бушҡа булмаһын, тип үтенеп һорайбыҙ.

[2] Сөнки Алла: «Уңайлы ваҡытта һине ишеттем, һәм ҡотолоу көнөндә ярҙам иттем», – ти. Бына хәҙер уңайлы ваҡыт, ҡотолоу көнө.

[3] Беҙ бер кемгә лә кәртә ҡуйырға теләмәйбеҙ, сөнки Алла тарафынан бирелгән хеҙмәтебеҙ ғәйепкә алынырға тейеш түгел.

[4] Киреһенсә, бөтөн нәмәлә беҙ үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип тәҡдим итәбеҙ: оло түҙемлектә лә, ҡайғы-ғазап, бәлә-ҡаза, ҡыйынлыҡтарҙа ла,

[5] туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, фетнә-сыуалыштарҙа, ауыр хеҙмәттә, йоҡо һәм ашауҙан тыйылып торғанда ла,

[6] сафлыҡ, ғилем, сабырлыҡ менән дә, изгелек күрһәтеү, Изге Рух емештәре, эскерһеҙ мөхәббәт менән дә,

[7] хәҡиҡәтте вәғәзләү, Алла ҡөҙрәте менән, уң һәм һул ҡулдарыбыҙҙағы хаҡлыҡ ҡоралы менән дә,

[8] намыҫта һәм намыҫһыҙлыҡта ла, ғәйбәт һәм абруй арҡылы ла. Беҙҙе алдаҡсы тип иҫәпләйҙәр, шулай ҙа беҙ хәҡиҡәткә таянабыҙ;

[9] билдәһеҙ тип һанайҙар, шулай ҙа танылғанбыҙ; беҙгә даими рәүештә үлем янай, шулай ҙа, күреүегеҙсә, теребеҙ; яза бирәләр, шулай ҙа үле түгелбеҙ;

[10] көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.

[11] Коринфтағы имандаштарыбыҙ! Һеҙгә асыҡтан-асыҡ өндәштек, йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн киң асыҡ.

[12] Беҙҙең йөрәктәребеҙҙә һеҙҙең өсөн урын тар түгел, ул һеҙҙең йөрәктәрегеҙ беҙҙең өсөн тар.

[13] Һеҙгә балаларыма һөйләгән кеүек әйтәм: яуап итеп һеҙ ҙә үҙегеҙҙең йөрәктәрегеҙҙе асығыҙ.

[14] Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ. Хаҡлыҡ менән яманлыҡтың ниндәй уртаҡлыҡлығы бар? Йәки яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡ араһында ниндәй уртаҡлыҡ булһын?

[15] Мәсих менән Иблис араһында ниндәй ризалыҡ булыуы мөмкин? Йәки иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

[16] Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы? Беҙ – мәңге тере Алланың Йорто. Алла бит: «Улар араһында урынлашасаҡмын һәм йәшәйәсәкмен; уларҙың Аллаһы буласаҡмын, ә улар Минең халҡым буласаҡ», – тип әйткән.

[17] Шуға күрә, «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ, һәм Мин һеҙҙе ҡабул итермен.

[18] Һеҙгә Ата булырмын, ә һеҙ Миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ, – ти сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы».

2 Коринфтарға — Chapters